Сәхәбәләр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ислам

Ислам тарихы

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Ислам шарттары

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәҡәт
Хаж

Мөһим шәхестәр

Мөхәммәд
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Сәхәбә, йәки әсхәбә (ғәрәп الصحابة - күплек, صحابي‎ — яңғыҙлыҡ) — Пәйғәмбәрҙең көрәштәштәре, арҡалаштары[1], улар Рәсүлде күреп белгән, уның динен ҡабул иткән[2] (ғүмеренең ахырына тиклем уны тотҡан[3]).

Башта Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән бергә яуҙарҙа ҡатнашҡан һәм мосолман ғәскәренең иң ышаныслы өлөшөн тәшкил иткән арҡалаштарын ғына әсхәб тип атағандар[1]. Пәйғәмбәрҙең ғаилә ағзалары һәм уның менән аралашҡан балалар ҙа сәхәбә иҫәбенә инә. Уның менән рисаләт иткәнгә тиклем таныш булып, аҙаҡ осрашмаған, аралашмаған кешеләр сәхәбә иҫәбенә инмәй.[3]

Сәхәбә төркөмдәре[үҙгәртергә]

Ғөләмәләр сәхәбәләрҙе 3 төркөмгә бүлә:

  • Мөһәжирҙәр — Мәккәнән йәки башҡа урындан Мәҙинәгә һижрәт ҡылған (күсенгән) арҡалаштары. Улар Ислам хаҡына мөлкәтен, туғандарын, тыуған ерҙәрен ҡалдырып киткәндәр.
  • Ансарҙар — Мәҙинәлә йәки унан йыраҡ түгел йәшәгән мосолмандар.
  • Башҡа арҡалаштары  — улар Мәккәне алғандан һуң ошо ҡалала йәки башҡа урында Ислам ҡабул иткән кешеләр. Уларҙы мөһәжир тип тә, ансар тип тә атамайҙар, бары тик сәхәбә тип исемләйҙәр.

Мосолмандар сәхәбәләрҙе, бер кемен дә айырмай, ихтирам итергә тейеш.[4]

Исламда сәхәбәләрҙең әһәмиәте[үҙгәртергә]

Әсхәбтәр Исламдың нығыныуына айырата ҙур өлөш индергән кешеләр, сөнки Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан уның эштәре, ҡылыҡтары һәм ниәттәре тураһында һөйләп ҡалдыралар (хәдистәр). Улар әле лә Исламдағы төп сығанаҡтар булып ҡала һәм шәриғәтте аңлатыуҙа ҡулланыла. [1]. Сөнниҙәрҙең фекере буйынса, диндә иң лайыҡлы кешеләр - пәйғәмбәрҙәр, уларҙан ҡала - сәхәбәләр. Һуңғылары араһында иң лайыҡлылары 4 хәлиф - хаҡ имам: Әбү Бәкр, Ғүмәр ибн әл-Хаттаб, Усман һәм Али ибн Әбү Талип; улар артынан Мөхәммәт пәйғәмбәр ожмахҡа инәсәктәрен әйтеп ҡалдырған 6 сәхәбә һәм Пәйғәмбәребеҙҙең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйен[4]

Ҡатындар араһынан тәүге булып Ислам ҡабул итеүсе -Пәйғәмбәрҙең беренсе хәләл ефете Хәҙисә[3]; ирекле ирҙәр араһынан беренсе булып Әбү Бәкр иман килтерә, балалар араһынан — Али ибн Әбү Талиб, ҡолдарҙан — Зәйд ибн Харис.[5][2] Рисаләт ингәндең тәүге 3 йылында Пәйғәмбәр дәғүәтте йәшерен алып бара, Мәккәлә бары 40 кешене иманға килтерә.Бәдр һуғышында инде 313 сәхәбә ҡатнаша. Мосолман ғалимы әл-Куртуби (вафаты 1071) китабында 2770 сәхәбә телгә алына. Мәккәне алғас,10 000-гә етә .[4]

Сәхәбәләр араһында мөһәжирҙәр (һижрәт яһаусылар) менән ансарҙар айырым урын тота - Ғәрәп хәлифәтендә улар хәлиф һайлауға йоғонто яһай, юғары вазифаларҙы биләй[1].

Хәдистәр ҡалдырған сәхәбәләр (мүҡсирун)[үҙгәртергә]

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң сәхәбәләр бик күп хәдистәр ҡалдыра. Уларҙы бик ихтирам итәләр, IX быуатта яҙылған хәдисселәрҙең биографик һүҙлегендә әсхәбтәр иң абруйлы урында тора. Артабан бары тик сәхәбәләр тураһында биографик һүҙлектәр төҙөлә. Шулар араһынан иң әһәмиәтлеһе Аскалани тарафынан XV быуатта төҙөлгән, унда Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән шәхсән таныш булған 12 мең кеше исеме атала[1].

Иң күп хәдистәр ҡалдырған сәхәбәләр:

Шиғыйҙар сәхәбәләрҙе хакимлыҡты үҙ ҡулдарына алған Өмийәдтәргә булышсылар тип һанай. Шиғыйҙар был хәдистәрҙе танымай һәм үҙҙәренең имамдары һөйләгәнде генә ысынға ала[1].

Примечания[үҙгәртергә]

Ҡалып:Сахабы