Набоков Владимир Владимирович
Набоков Владимир Владимирович (Владимир Сирин тигән псевдонимы ла булған; 22 апрель 1899 йыл — 2 июль 1977 йыл) — рус һәм Америка яҙыусыһы, шағир, тәржемәсе, әҙәбиәтсе һәм энтомолог.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Влади́мир Влади́мирович Набо́ков 1899 йылдың 22 апрелендә Санкт-Петербургта бай дворян ғаиләһендә тыуа.
Атаһы Владимир Дмитриевич Набоков (1869—1922), юрист, билдәле сәйәсмән, Конституцион-демократик фиркәһенең (кадеттар партияһы) лидерҙарының береһе, боронғо рус дворяндары Набоковтарҙың тоҡомо. Әсәһе — Елена Ивановна (ҡыҙ фамилияһы Рукавишникова; 1876—1939), бай золотопромышленник ҡыҙы. Владимирҙан тыш ғаиләлә тағы ике ҡустыһы һәм ике һеңлеһе була.
Атаһы яғынан да, әсәһе яғынан да яҙыусының ҡартаталары һәм өләсәләре дворяндар нәҫеленән, бай һәм билдәле кешеләр була.
Набоковтарҙың ғаиләһендә өс тел ҡулланылған: рус, инглиз һәм француз, буласаҡ яҙыусы бәләкәйҙән үк өсөһөндә лә һөйләшеп үҫә. Үҙенең әйтеүе буйынса, ул тәүҙә инглизсә уҡырға өйрәнә, шунан һуң ғына русса. Набоковтың баласағы етеш тормошта, байлыҡта уҙа. Уларҙың Петербургта үҙҙәренең йорттары Һәм Гатчина янында имениелары була.
Тәүҙә Набоков Тенишев училищеһында Петербургта уҡый. Әҙәбиәт һәм энтомология менән Набоков ғүмер буйы ҡыҙыҡһынасаҡ.
1916 йылдың көҙөндә Набоковҡа әсәһенең ағаһы Василий Иванович Рукавишников Рождествено тигән имениеһын һәм миллионлы мираҫын ҡалдыра. Училищела уҡып йөрөгәнендә үк Набоков 1916 йылда «Шиғырҙар» (рус. «Стихи») тигән беренсе йыйынтығын нәшер итә, унда 1915 йылдың авгусынан 1916 йылдың майына тиклем яҙған 68 шиғыры тупланған була.
Октябрь революцияһы Набоковтарҙы Ҡырымға күсеп китергә мәжбүр итә. Набоковтың әҫәрҙәре «Ялта тауышы» (рус. «Ялтинский голос») тигән газетала баҫыла башлай, театраль труппалар уның әҫәрҙәрен сәхнәләштерә. 1918 йылдың ғинуарында «Ике юл» (рус. «Два пути») тигән альманах сыға, унда Набоковтың 12 һәм уның класташы А. Н. Балашовтың 8 шиғыры тупланған була.
1919 йылдың апрелендә большевиктар Ҡырымды алыр алдынан, Набоковтарҙың ғаиләһе Рәсәйҙе ташлап китә. Улар Берлинда йәшәй, Владимир Кембридж университетында (Тринити-колледж) белем ала, ул унда русса шиғырҙар яҙыуын дауам итә һәм Льюис Кэрроллдың «Алиса мөғжизәләр илендә»һен («Алису в Стране чудес») рус теленә тәржемә итә. Кембридж университетында Набоков Славяндар йәмғиәтен төҙөй, һуңынан ул Кембридж университетының[12] Рус Йәмғиәте тип атала башлай.
1922 йылдың март айында Владимир Набоковтың атаһы Владимир Дмитриевич Набоков үлтерелә.
Берлин (1922—1937)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1922 йылда Набоков Берлинға йәшәргә күсә, инглиз телен уҡытып йәшәй башлай. Рус эмигранттары сығарған гәзиттәрҙә хикәйәләре баҫылып тора.
1925 йылда Набоков Вера Слонимға өйләнә. Уларҙың беренсе һәм берҙән-бер балаһы, Дмитрий (1934—2012) Дмитрий (1934—2012) атаһының әҫәрҙәрен тәржемә итә һәм баҫтырып сығара, уларҙың Россияла[13] популляр булып китеүенә булышлыҡ итә.
Өйләнгәндән һуң Набоков үҙенең «Машенька» (1926) исемле беренсе романын тамамлай. 1937 йылға тиклем ул рус телендә тағы 8 роман яҙа. Әҫәрҙәрен В Сирин псевдонимы аҫтында «Заман яҙмалары» (Париж) журналында баҫтыра. Набоковтың Совет Россияһында баҫылмаған романдары көнбайыш эмиграцияһында уңыш ҡаҙана һәм әле лә рус әҙәбиәтенең шедеврҙары булып һанала, бигерәк тә «Лужиндың яҡлауы» (рус. «Защита Лужина»), «Һәләт» (рус. «Дар»), «Язаға саҡырыу» (рус. «Приглашение на казнь», 1938).
АҠШ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Америкала 1940 йылдан 1958 йылға тиклем Набоков америка университеттарында рус һәм донъя әҙәбиәте буйынса лекциялар уҡып, шул аҡсаға йәшәй.
Инглиз телендәге беренсе романын («Себастьян Найттың ысын тормошо»; рус. «Подлинная жизнь Себастьяна Найта») Набоков АКШ-ҡа киткәнсе үк яҙа башлаған булған. 1938 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем Набоков башҡа рус телендә бер роман да яҙмай. Инглиз телендәге беренсе романдары «Себастьян Найттың ысын тормошо» (рус. «Подлинная жизнь Себастьяна Найт») һәм «Уйнаштан тыуғандар билдәһе аҫтында» (рус. «Под знаком незаконнорождённых»; ингл. «Bend Sinister») әҙәби әҫәр булараҡ уңышлы булһалар ҙа яҙыусыға табыш килтермәйҙәр. Набоков «Лолита» тигән роман өҫтөндә эшләй, әммә уны баҫтырып сығара алырына ышанмай, сөнки унда өлкән ирҙең 12 йәшлек ҡыҙ менән мауығыуы тасуирлана. Ләкин роман тәүҙә Европала, һуңынан Америкала баҫылып сыға һәм авторына байлыҡ һәм бөтә донъяға танылыу килтерә.
Яңынан Европа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Набоков Европаға ҡайта һәм 1960 йылдан Монтрё, Швейцарияла йәшәй, унда үҙенең һуңғы романдарын яҙа. Иң билдәлеләре — «Тоноҡ ялҡын» («Бледное пламя») һәм «Ада» (1969).
Набоковтың һуңғы яҙып бөтөлмәгән романы «Лаураның ысыны» (рус. «Лаура и её оригинал», ингл. The Original of Laura) инглиз телендә 2009 йылдың ноябрендә сыға. Шул уҡ йылда уның русса тәржемәһен (Г. Барабтарло тәрж., ред. А. Бабиков) «Әлифба» нәшриәте баҫтырып сығара.
В. В. Набоков 1977 йылдың 2 июлендә вафат була, ул Швейцарияның Монтрё янындағы Кларансе зыяратында ерләнә.
Ҡустылары һәм һеңлеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сергей Владимирович Набоков (1900—1945) — тәржемәсе, журналист, Нойенгамме нацист концлагерында һәләк була.
- Ольга Владимировна Набокова (1903—1978), беренсе никахта Шаховская[14], икенсеһендә — Петкевич.
- Елена Владимировна Набокова (1906—2000), беренсе никахта СколариВладимир Набоков. Переписка с сестрой. — Ann Arbor: Ardis, 1985., икенсеһендә — Сикорская. Уның Владимир Набоков[15] менән яҙышҡан хаттары баҫылып сыға.
- Кирилл Владимирович Набоков (1912—1964) — шағир, Владимир[16][17][18] ҡустыһының крестнигы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118586114 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Набоков Владимир Владимирович // Литераторы Санкт-Петербурга. ХХ век (урыҫ) / под ред. О. В. Богданова
- ↑ Field A., Albert M. Vladimir Nabokov // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ https://archive.nytimes.com/www.nytimes.com/books/97/03/02/lifetimes/nab-v-obit.html?_r=1
- ↑ https://www.montreux.ch/habiter-et-decouvrir/territoire/cimetieres
- ↑ 7,0 7,1 Lundy D. R. The Peerage (ингл.)
- ↑ Anna Filippa Rolf 1924-11-15 — 1978-09-29 Bibliotekarie, författare, översättare
- ↑ 9,00 9,01 9,02 9,03 9,04 9,05 9,06 9,07 9,08 9,09 9,10 9,11 9,12 9,13 9,14 9,15 9,16 9,17 9,18 9,19 Nabokov, Vladimir Vladimirovič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 10,0 10,1 10,2 (unspecified title) (ингл.)
- ↑ https://archives.nypl.org/brg/19126
- ↑ Cambridge University Russian Society 2022 йыл 7 март архивланған.
- ↑ Умер Набоков: В Швейцарии скончался сын знаменитого писателя(недоступная ссылка) РБК daily, 24.02.2012
- ↑ Nabokov Family Chart
- ↑ Владимир Набоков.
- ↑ Ледковская М. Забытый поэт. Кирилл Владимирович Набоков // Новый Журнал. — 1997. — № 209. — С. 277—288.
- ↑ Поэты пражского «Скита» / Составитель: Олег Малевич. — Росток, 2007. — 704 с.
- ↑ Ксения Егорова.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Б. Ахмадулина. «Робкий путь к Набокову» : Эссе.
- Александр Долинин. Истинная жизнь писателя Сирина: Работы о Набокове. Спб.: Академический проект, 2004.
- Бойд Б. Владимир Набоков. Русские годы. Биография / Пер. с англ. М.: Издательство Независимая Газета; СПб.: Симпозиум, 2001. 695 с. ISBN 5-86712-074-0
- Бойд Б. Владимир Набоков. Американские годы. Биография / Пер. с англ. М.: Издательство Независимая Газета; СПб.: Симпозиум, 2004. 928 с. ISBN 5-86712-170-4
- Горянин Александр. Как первую любовь… // Звезда. — 2007. — № 7.
- В. Ерофеев. В поисках потерянного рая (Русский метароман В. Набокова)
- Курицын В.Н. Набоков без Лолиты. Новое издательство, 2013.
- Анатолий Ливри. Физиология Сверхчеловека. Введение в третье тысячелетие. — СПб.: Алетейя, 2011. — 312 с.
- Меерсон О. Набоков — апологет: Защита Лужина или защита Достоевского? 2011 йыл 19 август архивланған. // Достоевский и XX век / Под ред. Т. А. Касаткиной: В 2 томах. — Т. 1. — М.: ИМЛИ РАН, 2007. — С. 358—381.
- Мельников Н. Г. Портрет без сходства. Владимир Набоков в письмах и дневниках современников (1910—1980-е годы). М.: Новое литературное обозрение, 2013. 264 с. ISBN 978-5-4448-0072-0
- Мельников Н. Г. О Набокове и прочем: Статьи, рецензии, публикации. М.: Новое литературное обозрение, 2014. 424 с. ISBN 978-5-4448-0185-7
- Мина Полянская. «Берлинец Сирин» Владимир Набоков в Берлине//Музы города. Берлин, Support Edition, 2000 ISBN 3-927869-13-9
- Мина Полянская. Владимир Набоков в Берлине
- Салиева Л. К. Риторика «Дара» Набокова. Реконструкция изобретения. — М., 2005.
- Стейси Шифф Миссис Владимир Набоков. Вера. М.: Издательство Независимая газета. ISBN 5-86712-079-1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Максим Мошков китапханаһында Набоков Владимир Владимирович
- Владимир Набоков в «Журнальном зале»
- Набоков, Владимир Владимирович 2016 йыл 5 март архивланған. — статья из Большой советской энциклопедии
- Набоков — Nabokov — Все 19 романов Владимира Набокова на русском языке. Биография, фото.
- Сайт о Набокове. Романы, повести, рассказы, стихи, пьесы, воспоминания
- Стихи Владимира Набокова на сайте Антология русской поэзии
- Стихотворения
- Набоков В. В. в Электронной библиотеке ImWerden — статьи о Набокове, аудио- и видеозаписи
- Набоков & Co 2005 йыл 11 апрель архивланған.
- Набоков Владимир Владимирович «Rodovid» ағасында. Ата-бабалар һәм ейәндәр шәжәрәһе
- Nabokov Museum — Сайт Дома-музея Владимира Набокова в Санкт-Петербурге