Ниязбеков Шәкен Оңласынулы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ниязбеков Шәкен Оңласынулы
ҡаҙ. Шәкен Оңласынұлы Ниязбеков
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Ҡаҙағстан
 СССР
Титул халыҡ артисы[d]
Тыуған көнө 12 октябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Тараз[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 16 август 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Алматы, Ҡаҙағстан
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто А. Л. Штиглиц исемендәге Санкт-Петербург дәүләт художество-сәнәғәт академияһы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Шәкен Оңласынулы Ниязбеков (1938 йылдың 12 октябре, Жамбыл, Ҡаҙаҡ ССР-ы — 2014 йылдың 16 авгусы, Алматы, Ҡаҙағстан; ҡаҙ. Шәкен Оңласынұлы Ниязбеков) — ҡаҙаҡ рәссамы, хәҙерге заман Ҡаҙағстан флагы авторы. Ҡаҙағстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәкен Оңласынулы Ниязбеков 1938 йылдың 12 октябрендә Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһының Жамбыл ҡалаһында (хәҙер Тараз) тыуған. Мәктәпте тамамлағас, уҡыуын ул саҡтағы данлыҡлы "Мухинский училищеһы"на (киң матбуғат саралары ҡайһы берҙә В. И. Мухина исемендәге Ленинград юғары художество-сәнәғәт училищеһын шулай тип атай). Унда уҡыған сағында Исаакиевский собор, Эрмитаж, бер нисә һарайҙы реставрациялау эштәрендә ҡатнаша. Киләһе утыҙ йыл эсендә Шәкен Оңласынулы бик күп художество конкурстарында әүҙем ҡатнаша.

Рәссамдаың «Құрманғазы», «Көбік шашқан», «Исәтәй Тайманов», «Абай», «Шоқан Уәлиханов», «Мұхтар Әуезов», «Сырым Датұлы», «Жамбыл», «Қазақстаннан келген солдат», «Ана» кеүек бик күп картиналары бик ҡиммәтле тип һанала һәм йыш ҡына күргәҙмәләрҙә экспонат итеп ҡуйыла.

Шулай уҡ Шәкен Оңласынулы Алматы гербы авторы булып тора.

Ҡаҙағстан Республикаһы флагы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ниязбеков Шәкен ижад иткән Ҡаҙағстан флагы

1992 йылда ул Ҡаҙағстан Республикаһы дәүләт флагы конкурсында ҡатнашты. Бөтәһе конкурсҡа 600-ҙән ашыу эш ебәрелә[1] Ҡаҙағстандан, БДБ илдәренән, Монголиянан, Германиянан, Төркиәнән һәм башҡа күп илдәрҙән 1200 рәссам[2][3]. Шәкен Ниязбеков булдырған флаг, бер нисә этап үтеп, һайлап алына, һәм конкурста еңеү яулай. Ҡаҙағстан республикаһы закон 1992 йылдың 4 июнендә Ҡаҙағстан Республикаһында «Ҡаҙағстан Республикаһының Дәүләт флагы тураһында» тигән Закон ҡабул ителгән.[4]. Был Закондың тексына ярашлы:

3-сө статья. Ҡаҙағстан Республикаһының Дәүләт флагы уртаһында нурҙарын һибеп торған ҡояш һәм унан түбәндә ҡыйылып осҡан бөркөт һүрәте төшөрөлгән фирүзә төҫөндәге дүрт мөйөшлө туҡыманан ғибәрәт. Һабы эргәһендә — милли орнамент төшөрөлгән вертикаль һыҙат. Һүрәттәр, Ҡояш, нурҙар, бөркөт һәм орнамент — алтын төҫөндә. Флагтың оҙонлоғона ҡарата киңлеге нисбәте — 1:2.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Kazakhstan news - The latest news, news from Kazakhstan and world about business, economy, incidents, sport (ингл.). Kazakh-tv.kz. Дата обращения: 26 март 2019. 2019 йыл 26 март архивланған.
  2. Тарихи тұлғалар. Танымдық — көпшілік басылым. Құрастырушы: Тоғысбаев Б. Сужикова А. — Алматы. «Алматыкітап баспасы», 2009. ISBN 978-601-01-0268-2
  3. Қазақ мәдениеті. Энциклопедиялық анықтамалық. Алматы: «Аруна Ltd.» ЖШС, 2005 ISBN 9965-26-095-8
  4. Закон Республики Казахстан от 04.06.1992 № 1372-XII «О Государственном флаге Республики Казахстан»(недоступная ссылка).