Нургуш (ҡурсаулыҡ)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нургуш
Нургуш күле
Нургуш күле
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны23449,7 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты1994 йыл 
Урынлашыуы
58°00′44″ с. ш. 48°27′24″ в. д.HGЯO
Яҡындағы ҡалаКотельнич 

nurgush.org
Рәсәй
Точка
Нургуш
 Нургуш Викимилектә

«Нургуш» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы (рус. Государственный природный заповедник «Нургуш») — федераль кимәлдәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе, 1994 йылдың 25 майында ойошторола һәм 23 449,7 гектар майҙанды биләй. Ҡурсаулыҡ составына бер-береһенән 370 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан «Нургуш» һәм «Тулашор» биләмәләре инә.

Урынлашыуы һәм составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Нургуш» ҡурсаулығының «Нургуш» биләмәһе картаһы

Нургуш биләмәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майҙаны 5634,2 гектар тәшкил иткән «Нургуш» участкаһы Киров өлкәһенең Котельнич районында урынлашҡан. Ул Вятка йылғаһының һыубаҫар туғай комплекстарын: күлдәрҙе һәм ылыҫлы-киң япраҡлы урмандарҙы һаҡлау өсөн булдырылған. Күлдәрендә ҡондоҙҙар күп. Йылға үҙәне ҡоштарҙың миграция юлдарының береһе булып хеҙмәт итә. Ҡурсаулыҡ эмблемаһында символ булараҡ кәлмәргән һүрәтләнгән. Төньяҡтан һәм көнсығыштан сик Вятка йылғаһы ситенән, көнбайыштан — Прость йылғаһы буйлап 7999 гектар майҙанлы буфер зонаһы сиге үтә.

«Нургуш» ҡурсаулығының «Тулашор» биләмәһе картаһы

Тулашор биләмәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бында, Европаның иң көньяғында, боронғо урман массивтары һаҡланып ҡалған. Һуңғы бер нисә быуат эсендә бында урман бер тапҡыр ҙа ҡырҡылмай. Бынан тыш, Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң төньяғындағы был урмандарға хужалыҡ эшмәкәрлеге ҡағылмаған тиерлек. 1973 йылда Б. П. Колесников һәм Л. В. Попов был участканы Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көнсығышында урта тайга эталоны сифатында тәҡдим итә[1]. Был биләмә Киров өлкәһе Нагорск районының төньяҡ-көнбайышында Коми Республикаһы менән сиктәш, майҙаны — 17 815,5 гектар. 1994 йылдың 5 июленән ул «Тулашор» ландшафт заказнигы булараҡ һаҡлана[2][3], ә 2010 йылдың 17 мартында ҡурсаулыҡҡа ҡушыла. 2013 йылда «Тулашор» биләмәһенең һаҡ зонаһы 17600 гектар майҙанда булдырыла[4][5].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Эмблема заповедника "Нургуш".jpg
«Нургуш» ҡурсаулығы эмблемаһы

Октябрь революцияһына тиклем «Нургуш» биләмәһе урынлашҡан ерҙәр шәхси урман сәнәғәтселәре Глушков менән Лаптевтарҙыҡы булған. 1917 йылдан һуң был биләмә дәүләткә алына. 1922—1923 йылдарҙа Нургуш, Кривое һәм Черное күлдәре коммуналь артелгә балыҡ тотоу өсөн ҡуртымға бирелә[6].

1920—1921 йылдарҙа Вятка тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәре Владимир Алексеевич Поварницын (1899—1962) Глушков һәм Лаптевский урмандарының үҫемлектәр донъяһын тикшерә.

1935 йылда 6890 гектар майҙанлы Глушков урман дачаһы Боров совхозына файҙаланыуға тапшырыла[6].

1952 йылда Александр Дмитриевич Фокин етәкселегендәге экспедиция (1879—1981) Нургушҡа ҡондоҙ һәм енот этен ебәреү өсөн тәбиғәт шарттарын өйрәнә. Был экспедиция материалдары нигеҙендә Киров өлкә башҡарма комитетының 1952 йылдың 8 декабрендәге ҡарары менән «Нургуш» комплекслы һунарсылыҡ ҡурсаулығы булдырыла[7].

1960 йылда А. Д. Фокин 66,6 км² майҙанда "Киров өлкәһе Нургуш ҡурсаулығын ойоштороу проекты"н төҙөй[8].

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1994 йылдың 25 майындағы 529-сы һанлы указы менән «Нургуш» ҡурсаулығы булдырыла.[9].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бородина Н. В., Кантор Г. Я. Оценка биоразнообразия лесной растительности государственного природного заповедника «Нургуш» в Кировской области // Вестник института биологии Коми научного центра Уральского отделения РАН : журнал. — 2004. — № 10(84). — С. 29—37. — ISSN 2413-0508.
  • Тарасова Е. М. Сосудистые растения Государственного природного заповедника «Нургуш». — Киров: ООО «Орма», 2005. — 163 с.
  • Хохлов А. А. История заповедного дела на Вятской земле. — Киров: ОАО Кировская областная типография, 2008. — 80 с.
  • Тарасова Е. М., Кондрухова С. В., Целищева Л. Г. Государственный природный заповедник «Нургуш» // Теоретическая и прикладная экология. — 2009. — № 2. — С. 90—97.
  • Труды Государственного природного заповедника «Нургуш». — Киров: ООО «Типография «Старая Вятка», 2011. — Т. 1. — 215 с.
  • Ставишенко И. В., Веселовская А. В. Афиллофоровые грибы заповедника «Нургуш» (Кировская область) // Микология и фитопатология : журнал. — 2011. — Т. 45. — № 3. — С. 260—270.
  • Кондрухова С. В. Птицы заповедника «Нургуш». — Киров: ООО «Орма», 2012. — 212 с.
  • Труды Государственного природного заповедника «Нургуш». — Киров: ООО «Типография «Старая Вятка», 2013. — Т. 2. — 187 с.
  • Tanasevitch A. V., Esyunin S. L. A new Centromerus Dahl, 1886 from the Kirov Area, Russia (Aranei: Linyphiidae) (инг.) // Arthropoda Selecta. — 2013. — Т. 22. — № 4. — С. 357—36. — ISSN 00136-006X.
  • Широких А. А. Миксомицеты заповедной территории «Нургуш» // Теоретическая и прикладная экология : журнал. — 2013. — № 2. — С. 136—142. — ISSN 1995-4301.
  • Труды Государственного природного заповедника «Нургуш». — Киров: ООО «Типография «Старая Вятка», 2015. — Т. 3. — 179 с.
  • Труды Государственного природного заповедника «Нургуш». — Киров: ООО «Типография «Старая Вятка», 2017. — Т. 4. — 155 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Колесников Б. П., Попов Л. В. Эталоны коренных таежных местностей, желательная их дислокация и проблемы изучения // Эталонные участки таежной природы. Материалы IV расширенного заседания Научного Совета СО АН СССР по комплексному освоению таежных территорий. Иркутск. — 1973. — С. 5—21.
  2. Государственный природный заповедник «Нургуш». Дата обращения: 21 май 2018. Архивировано 22 май 2018 года.
  3. Распоряжение администрации Кировской области от 05.07.1994 №593 «О комиссии по определению границ охраняемых природных территорий».
  4. Распоряжение правительства Российской Федерации от 31.08.2013 №1558-р «Об образовании охранной зоны государственного природного заповедника "Нургуш"».
  5. Труды Государственного природного заповедника «Нургуш». Том 2. / Ответственный редактор Л. Г. Целищева. — Киров: ООО «Типография «Старая Вятка», 2013. — 187 с. — ISBN 978-5-91061-371-7.
  6. 6,0 6,1 Хохлов А. А. Из истории изучения и охраны территории заповедника «Нургуш» // Региональные и муниципальные проблемы природопользования: материалы 9-ой научно-практической конференции Кирово-Чепецк. — 2006. — Т. 2. — С. 265–267.
  7. Кондрухова С. В. Птицы заповедника «Нургуш». — Киров, 2012. — 212 с. — ISBN 978-5-9904267-1-9.
  8. Тарасова Е. М., Кондрухова С. В., Целищева Л. Г. Государственный природный заповедник «Нургуш» // Теоретическая и прикладная экология. — 2009. — № 2. — С. 90—97. — ISSN 1995-4301.
  9. Постановление Правительства РФ от 25 мая 1994 г. N 529. Кодификация РФ. Дата обращения: 5 март 2020.