Оло Ғәбдин (Әбйәлил районы)
Ауыл | |
Оло Ғәбдина Оло Ғәбдин | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Оло Ғәбдин — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Байым ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 180 кеше[1]. Почта индексы — 453611, ОКАТО коды — 80201813003.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[2] | 2009[2] | 2010[3] |
195 | ↗208 | ↘180 |
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (100 %)[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1795 йыл | 187 | ||||
1866 йыл | 266 | ||||
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1900 йыл | 202 | ||||
1920 йыл 26 август | 277 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 114 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 105 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 178 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 195 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 180 | 96 | 84 | 53,3 | 46,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 74 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Байым): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ташбулат): 14 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]6-сы кантонға ҡараған 22-се йорттоноң өс күбәләк ауылы бөгөн Әбйәлил районына ҡарай. 1795 йылға Ғәбдин ауылы 200 кеше йәшәгән 29 ихатанан торған. X ревизияла 266 кеше һәм 57 йорт күрһәтелгән. 1920 йылда яҡынса шунса кеше һәм ихата булған. Парижды алған 14-се полк яугиры Сәйфөлмөлөк Алдаров күрһәткән батырлығы өсөн ике көмөш миҙал менән бүләкләнә.
Ғәбдиндың улы Әҙел һәм ейәндәре Дәүләтша менән Әбдрәфиҡ Әдилевтар билдәле, улар XVIII быуат аҙағында тыуған.
XIX быуаттың 40-сы йылдар башында 362 кеше йәшәгән 50 йортта 100 ат, 150 һыйыр, 50 һарыҡ, 15 кәзә була. Июнь—сентябрь айҙарында алты урында — Хәсәнсе, Абҙаҡ, Бикмән, Сатра, Калман, Бизгинды йылғалары, инештәре һәм исемһеҙ ҡоҙоҡ янында күсеп йөрөгәндәр. Ярым күсмә малсылыҡтың бөлгөнлөккә төшөүе халыҡты һабанға тотонорға мәжбүр иткән. 1843 йылда 160 бот ужым һәм 576 фунт яҙғы иген сәселә. 1843 йылда Баязит Әхмәткирәев йыл һайын 110-шар бот ужым һәм 576 бот яҙғы иген сәскән[6].
1900 йылда халыҡ һаны 202 кеше тәшкил итә, 1920 йылда — 277 кеше, 1939 йылда — 114 кеше, 1959 йылда — 105 кеше, 1989 йылда — 178 кеше, 2002 йылда — 195 кеше, 2010 йылда — 180 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002 йыл буйынса). Башланғыс мәктәп (Байым ауылы урта мәктәбе филиалы) эшләй.
XVIII быуат уртаһында Нуғай юлының күбәләк улусы башҡорттары тарафынан Әптим (тархан тархан Әптим/Ғәбдин Бәкәтәев хөрмәтенә аталған) үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалынған. Малсылыҡ, ауыл хужалығы менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Улицы
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 43. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ История деревни Большегабдиново 2021 йыл 15 апрель архивланған.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. :илл. ISBN 978-5-87691-038-7
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |