Портал:Ислам/Ислам пәйғәмбәрҙәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ибраһим (ғәр. إبراهيم‎, уҡыла: Ibrāhīm, йәһ. אברהם‎, уҡыла: ʼAḇrāhām) - яҡынса б.э.т. XX быуатта йәшәгән дини шәхес. Ислам динендә пәйғәмбәр булараҡ, йәһүҙелек һәм христианлыҡта иһә бөйөк дини зат буларак ололоҡлана. Исхаҡ һәм Исмәғилдең атаһы. Ғәрәп һәм йәһүд (еврей) халыҡтарының тәү атаһы булып иҫәпләнә.

Ҡөрьәндә Ибраһим исемле, Мәккәлә иңгән (28, 29 аяттарҙан ҡала) һәм 52 аяттан торған, 14-се сүрә бар. Ул Ибраһим пәйғәмбәрҙең был сүрәлә Аллаһы тәғәләгә ҡылған доғаһы өсөн шулай атала.