Путна Витовт Казимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Путна Витовт Казимирович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 31 март (12 апрель) 1893
Тыуған урыны Mackonys[d], Виленский уезд[d], Вильна губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 июнь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (44 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем төрө атып үлтереү[d]
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Һөнәр төрө хәрби кәңәшсе, хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто РККА-ның Хәрби-академик юғары комсоставы курстары[d]
Хәрби звание комкор[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Путна Витовт Казимирович Викимилектә

Путна Витовт Казимирович (лит. Vytautas Putna, 31 март 1883 йыл— 12 июнь 1937 йыл) — совет хәрби эшмәкәре; комкор (1935). РККА репрессиялары барышында атып үлтерелә (1937). Үлгәндән һуң реабилитациялана (1957).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Витовт Казимирович Путна Рәсәй империяһы Вильна губернаһы Мацканцы ауылында литва крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған. 1915 йылда армия сафына алына. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1917 йылда прапорщиктар мәктәбен тамамлай, батальон менән етәкселек итә. 1917 йылдың февралендә РСДРП-ға инә, большевик.

1918 йылдың апрелендә Полоцкиҙа үҙ батальоны менән бергә Ҡыҙыл Армияға күсә[1]. 1918 йылдың май айынан — Витебск комиссариатының хәрби комиссары, 1918 йылдың сентябренән алып 1919 йылдың майына тиклем 1-се Смоленск (һуңғараҡ 26-сы уҡсылар) дивизияһы комиссары, 1919 йылдың майынан — 228-се Карел полкы, июлдән — ошо уҡ дивизияның 2-се бригада командиры. 1919 йылдың декабренән — Колчакка ҡаршы Көнсығыш фронтында һуғышҡан 27-се уҡсылар дивизияһы начальнигы.

Совет-поляк һуғышында (1920—1921), Кронштадт ихтилалын (1921) һәм Түбәнге Волгала крәҫтиән ихтилалдарын баҫтырыуҙа ҡатнаша.

1923 йылда троцкистар оппозицияһына ылыға, һуңынан унан ситләшә. РККА-ның Хәрби-академик юғары комсоставы курсында (1923) уҡый. 1923 йылдан алып 2-се Мәскәү пехота мәктәбе начальнигы һәм комиссары, РККА Үҙәк аппаратында эшләй, корпус командиры.

1923 йылдан — Ҡытайҙа. Ҡалған хәрби советниктары төркөмөнөң беренсе етәксеһе.

1927—1930 йылдарҙа — Японияла, Финляндияла, Германияла (1929—1930) хәрби атташе.

1930—1932 йылдарҙа — Алыҫ Көнсығыш Айырым Ҡыҙыл Байраҡ армияһы (ОКДВА) корпусы командиры һәм военкомы, 1932—1934 йылдарҙа ОКДВА-ның Диңгеҙ буйы ғәскәрҙәре төркөмө командующийы[2].

БССР Үҙәк башҡарма комитетының 1932 йылдың 5 ноябрендәге ҡарарына ярашлы Белорус Совет Социалистик Республикаһы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[3]

1934 йылдан — Бөйөк Британияла хәрби атташе.

1936 йылда СССР-ға ҡайтарыла һәм 1936 йылдың 20 авгусында ҡулға алына (Ҡарағыҙ: Тухачевскийҙың эше).

Советтарға ҡаршы, троцкистар, хәрби-фашистик заговорҙарында ҡатнашыуҙа үҙен ғәйепле тип таный М. Н. Тухачевский, Э. И. Якир, П. И. Уборевич менән бергә СССР Юғары судының Махсус суд присутствиеһы тарафынан үлем язаһына хөкөм ителә, 1937 йылдың 12 июне төнөндә СССР Юғары суды хәрби коллегияһы бинаһы подвалында атып үлтерелә. 1957 йылдың 15 ғинуарында реабилитациялана[1] г.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • К Висле и обратно. М., 1927;
  • Восточный фронт. (Штрихи). Изд. 2-е. М., 1959;
  • Пятая армия в борьбе за Урал и Сибирь. — В первые дни. — На польском фронте. — Кронштадт 16—18 марта 1921 г.— В кн.: Этапы большого пути. М., 1962.

Путна эше Варлам Шаламовтың «Княгиня Гагарина муйынсағы» хикәйәһендә телгә алына.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Список троекратных кавалеров ордена Красного Знамени до 1930 года

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Черушев Н. С., Черушев Ю. Н. Расстрелянная элита РККА (командармы 1-го и 2-го рангов, комкоры, комдивы и им равные): 1937—1941. Биографический словарь. — М.: Кучково поле; Мегаполис, 2012. — С. 104—105. — 2000 экз. — ISBN 978-5-9950-0217-8.
  • Энцыклапедыя гісторыі Беларусі: У 6 т. Т. 6 Кн. 1 / Рэдкал.: Г. П. Пашкоў і інш. — Мн.: БелЭн, 2001. — Т. 6. — 10 000 экз. — ISBN 985-11-0214-8.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Энцыклапедыя гісторыі Беларусі: У 6 т. Т. 6 Кн. 1 / Рэдкал.: Г. П. Пашкоў і інш. — Мн.: БелЭн, 2001. — Т. 6. — 10 000 экз. — ISBN 985-11-0214-8.
  2. 04366. Дата обращения: 27 февраль 2013. Архивировано 4 март 2016 года.
  3. Анатолий Куценко, Юрий Смирнов. Ордена советских республик. — Донецк: Аспект, 1996. — С. 264. — 400 с. — ISBN 5-7707-5732-9.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]