Эстәлеккә күсергә

Рәсүлев Ғабдрахман Зәйнулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәсүлев Ғабдрахман битенән йүнәлтелде)
Ғабдрахман Рәсүлев
Тыуған саҡтағы исеме:

Рәсүлев Ғабдрахман Зәйнулла улы

Дин:

Ислам

Титул:

Мөфтөй ДУМЕС

Осор:

19361950

Тыуыу выҡыты:

1881({{padleft:1881|4|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы, Верхнеурал өйәҙе, Юлдаш ауылы

Үлеү ваҡыты:

6 август 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Вафат булған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Өфө

Ил:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Рәсүлев Ғабдрахман Зәйнулла улы (18811950) — башҡорт дин эшмәкәре, мөфтөй. СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты рәйесе (1936—1950). Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы.

1889 йылда Өфө губернаһының Верхнеурал өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Юлдаш ауылында тыуған. Атаһы — Зәйнулла Рәсүлев, ишан, күренекле башҡорт дин әһеле.

Атаһы нигеҙләгән Рәсүлиә мәҙрәсәһендә белем ала. 1899 йылда хаж ҡыла. 1899—1903 йылдарҙа Ҡаһирәләге Әл‑Әзһәр университетында уҡыған.

1903 йылдан «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе мөғәллиме һәм 1905 йылдан мөҙәрисе.

1917 йылдан Троицк ҡала мәсетенең имам‑хатибы. 1923 йылда мөфтөй Ризаитдин Фәхретдинов тарафынан Урал өлкәһе мөхтәсибе итеп тәғәйенләнә. 1923 һәм 1926 йылдарҙа Өфөлә уҙған Бөтә Рәсәй мосолман руханиҙарының 2—3‑сө съездарында Өләмдәр (ғалимдар) советы ағзаһы итеп һайлана.

1936—1950 йылдарҙа — СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты рәйесе (мөфтөйө).

1942 йылда мосолман руханиҙары съезында Ғабдрахман Рәсүлев төҙөгән «Мосолман руханиҙары вәкилдәренең диндарҙарға немец‑фашист агрессияһы уңайынан мөрәжәғәте» ҡабул ителә. 1943 йылда, Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙыу көндәрендә Ҡыҙыл Армияны яҡлау белдереп И. В. Сталинға мөрәжәғәт итә; яңы танк колоннаһын йыйыу өсөн мосолман йәмғиәтендә аҡса туплай (Ғабдрахман Рәсүлев һалған шәхси аҡсаһы 50 мең һум тәшкил иткән). Был әүҙемлеге дин өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен либералләшетереүгә киң булышлыҡ итә.

Дини календарҙар, уҡыу әсбаптарын авторы.

Өфөнөң мосолман зыяратында ерләнгән.