Рәхмәтуллин Әнәс Сәғиҙулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәхмәтуллин Әнәс Сәғиҙулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 2 февраль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (87 йәш)
Тыуған урыны Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-механик
Дәүләт  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Рәхмәтуллин Әнәс Сәғиҙулла улы (рус. Рахматуллин Анас Сагидуллович; 2 февраль 1937 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1]. Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған машина эшләүсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әнәс Сәғиҙулла улы Рәхмәтуллин 1937 йылдың 2 февралендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Яңы Заһит ауылында тыуған.

Юғары белемле — 1966 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1958 йылда Өфө авиация техникумын тамамлағандан һуң Салауат машина эшләү заводында (1978 йылдан «Салауатнефтемаш» заводы етенсе разрядлы электр менән иретеп йәбештереүсе булып башлай.

1958 йылдан 1975 йылға тиклем шул уҡ предприятиела өлкән мастер, бюро начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, цех начальнигы, директорҙың капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары вазифаларында хеҙмәт итә.

70-се йылдар аҙағында Күмертауҙа «Искра» заводы төҙөлә башлай. Уны СССР Оборона сәнәғәте министрлығы заказы менән булдыралар, сөнки махсус технологик һәм стандарт булмаған ҡорамалдарға ихтыяж тыуа. 1975 йылда Әнәс Сәғиҙулла улы Күмертауҙағы ошо стандарт булмаған ҡорамалдар, штамптар прессформалар етештереләсәк төҙөлөп ятҡан заводтың директоры итеп тәғәйенләнә. 1978 йылда предпиятие машиналар эшләү заводы булып сафҡа индерелгәндән һуң да ул директор вазифаһында ҡала[2].

1990 йылда Рәхмәтуллин Әнәс Сәғиҙулла улы Күмертау ҡалаһы, 91-се Шахтёр һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйләнгән, ҡатыны менән бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  2. Раздел 2. Промышленность, строительство, инфраструктура г. Кумертау

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]