Салағош

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салағош
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Салаушское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Салаушское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 422214
Карта

Салағош[2] (татар. Салагыш, рус. Салауши) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әгерже районы ауылы.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Иж йылғаһы тамағы эргәһендә һәм Әгерже ҡалаһынан көньяҡҡа табан 73 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Вятка губернаһы Алабуға өйәҙенә ҡарай. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Салағош административ-территориаль улусы составына керә һәм уның үҙәге була[4].

1719 йылда ауыл кешеләре (аҫаба байлар башҡорттары) Дыуанай улусының Ҡарттәкә ауылына (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы) күсә һәм бында керҙәш булып китә[4].

XX быуат башында ауылда 3 мәсет, биш класлы мәҙрәсә (1916 йылда 115 шәкерт уҡыған), милли китапхана (1909 йылда асылған), рус-башҡорт земство мәктәбе (1910 йылда асылған) теркәлгән[5].

1920—1921 йылдарҙа ауыл Вот автономиялы өлкәһе, ә 1921 йылдан Татар АССР-ының Алабуға кантоны, 1928 йылдан — Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдан Красный Бор районы, 1960 йылдан — Әгерже районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1964 йылдан — йәнә Әгерже районы составында була[3].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1834 йылда ауылда 168 аҫаба башҡорт, 1035 типтәр һәм 9 керҙәш башҡорт; 1897 йылда – 1168 типтәр, 1594 башҡорт, 29 ҡаҙна крәҫтиәне, 10 сауҙагәр һәм 6 почетлы граждан тоҡомдары иҫәпләнгән[4][5].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3])
185918871905192019261938194919701979198920022008
17262433295936902896202313231138556768611595

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 376. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 45-46. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  5. 5,0 5,1 История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 145-146, 148. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.