Сельва

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Панама сельваһы. Ҡош осҡан бейеклектән күренеш.

Се́льва (исп. selva , лат. silva — урман) — Бразилия, Перу Суринам, Венесуэла, Гайана, Парагвай, Колумбия һ.б. илдәрҙә дымлы тропик урманды (джунгли) билдәләү өсөн ҡулланылған географик термин. Сельва даими дымландырып торған ҡоро ерҙең уйһыулыҡтарында барлыҡҡа килә, сельва тропик ямғырҙар менән йыуылып тора, шул сәбәпле тупрағы минераль матдәләр менән бик ярлы. Сельва йыш ҡына һаҙлыҡлы урынға әйләнә. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы төҫтәренең күплеге һәм үҫемлек, ҡош, хауандарҙың күп төрлөлөгө менән айырыла. Майҙаны буйынса иң эре сельва Бразилияла Амазонка бассейнында урынлашҡан (уның майҙаны Украина майҙанын ике тапҡыр ҙурыраҡ).

Тропик сельвалар урынлашыуы
Уртаса климаттағы сельвалар урынлашыуы

Төп сельвалар[үҙгәртергә]

  • Амазонка сельваһы, Көньяҡ Америкала
  • Лакандон сельваһы, Мексикала
  • Конго сельваһы
  • Папуа-Яңы Гвинея сельваһы
  • Борнео сельваһы
  • Дарьена сельваһы
  • Чоко сельваһы
  • Үҙәк Америка сельваһы
  • Мадагаскар сельваһы
  • Аргентинаның Мисьонерҙар йәки Парандар сельваһы
  • Санто Доминго сельваһы
  • Аргентинаның паран, Парагвай һәм Бразилия сельваһы
  • Тукумано-Оранен йәки Аргентина Юнгасы сельвһы

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]