Эстәлеккә күсергә

Смаҡай

53°27′00″ с. ш. 56°05′30″ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Смаҡай
Ыҫмаҡай
Ил

Рәсәй

Координаталар

53°27′00″ с. ш. 56°05′30″ в. д.HGЯO

Телефон коды34794
Һанлы танытмалар
Смаҡай (Рәсәй)
Смаҡай
Смаҡай
Биҫтә
Смаҡай
башҡ. Ыcмаҡай

Бурлыҡ тауынан микрорайон күренеше
Ҡала:

Ишембай

Тәүге һүҙгә алыу:

1795

Нигеҙләнгән:

18 быуат

Элекке статусы:

ауыл

Ҡала эсенә ингән йыл:

1940

Элекке атамалары:

Ысмаҡай

Почта индексы:

453208

Телефон кодтары:

34794

 Смаҡай Викимилектә
Ошибка Lua в Модуль:Navbar на строке 27: Invalid title {{subst:PAGENAME}}.

Смаҡай (башҡ.Ысмаҡай) — Ишембай ҡалаһы микрорайоны[1][2], ҡаланың төньяҡ-көнсығыш яғында, Тәйрүк йылғаһына ҡойған Буҙайғыр шишмәһе буйында, Бурлыҡ тауы итәгендә урынлашҡан.

Микрорайондың тарихы Смаҡай ауылы менән бәйле, беренсе тапҡыр ул документтарҙа 1795 йылда иҫкә алына. Ауылға нигеҙ һалыусы — Юрматы ырыуы Аҙнай түбәһенән Смаҡай(Ыҫмаҡай), тип иҫәпләнә (уның һәм уның балалары тураһында әлегә документтар табылмаған). 1795 йылда ауылда 18 йортта 85 кеше йәшәгән. 1816 йылда — 17 йортта 129 кеше, 1834 йылда — 34 йортта 199, 1859 йылда 44 йортта — 264, в 1920 йылда 99 йортта 508 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, умартасылыҡ әле лә һаҡланып ҡалған. 20-се быуат башында Тәйрүк йылғаһында ике тирмән эшләгән. Тәйрүк йылғаһының исемен урындағы башҡорттар уның шишмәһенең Тәрәүк тауынан башланыуы менән бәйләй (Тәрәүк — Тәйрүк).

Ауыл аҡһаҡалдары һөйләүенсә, ауылға нигеҙ һалған Смаҡай олатайҙың Һәмән, Ҡолҡан, Ҡолсаҡ исемле улдары булған. Документтарҙа Һәмән (Саман, Семен) исеме осрай, уларҙан күренеүенсә, Һәмәндең Исмәғил исемле улы булған.

1795, 1816 йылдарҙағы ревизия материалдарына ҡарағанда, ауылда бер нәҫелдән таралған кешеләр йәшәгән. 1816 йылғы ревизия материалында ауылда йөҙбашы Исмәғил Һәмән улы (69 йәштә), уның ҡатыны Шәһәрбаныу (65 йәштә) һәм уларҙың балалары күрһәтелгән: Мәхмүт (43 йәштә), Яҡуп (38 йәштә), зауряд-сотник Йәрмөхәмәт (34 йәштә), Ғөзәйер (25 йәштә).

Мәхмүт Исмәғилевтан — Ғүмәровтар, Ғәзизовтар, Яҡуп Исмәғилевтан — (?), Йәрмөхәммәт Исмәғилевтан — Фәйзуллиндар, Рәхмәтуллиндар таралған.

Ҡотлозаман Әбделкәрим улынан Шаһингәрәевтар (Шәңгәрәевтар), Хужахмәтовтар, Ғәйнетдиновтар һәм Шиһаповтар таралған. 1859-сы йылғы документта Ҡотлозаман Әбделкәримовҡа 71 йәш тиелгән, тимәк, Ҡотлозаман — Һәмәндең улы түгел.

«1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812-се йыл һуғышы иҫтәлеге» миҙалдары менән өс кеше бүләкләнгән: Амангилде Ҡотоев, Хөсәйен Ирназаров, Рахманғол Исхаҡов.

Граждандар һуғышы ваҡытында (1918—1920) ауыл бер аҡтар, бер ҡыҙылдар ҡулына күсә. Был һуғыш ҡорбандары: Ғүмәров Искәндәр Әбүзәр улы (1895—1919) — улы Арыҫланбәк (1917 йылғы), Нәҡиә (1919 йылғы); Ғәзизов … Ғиниәт улы ; Нәжметдин Аллағоловты (1931 йылда ауырып үлә) партизан, тип йөрөтәләр. Ауылда Партизан урамы бар.

1940 йылда ауыл Ишембай ҡалаһы составына микрорайон[1] булып инә. Ишембай ҡалаһының Көҫәпҡол ауылына етәрәк Тәйрүктән көньяҡҡа табан ҙур өлөшө Смаҡай ерҙәрендә төҙөлгән. Смаҡай уландары менән төпләнгән урында («Төбәк башы») әле балалар өсөн ял итеү лагерҙары эшләй. Кузьмин ҡасабаһынан Йырмызғол шишмәһе буйлап Ағиҙелгә барып тоташа. Төньяҡҡа әлеге Гагарин урамы буйлап барып, Тәйрүк быуаһына, ары Богдановка, Ново-Геогриевкаға етә, Ивановка ауылы аша көньяҡҡа боролоп, «Төбәк башына» килеп тоташа.

1928 йылдан колхозлашыу башлана, ауылда башта өс колхоз була (Карл Маркс, Фрунзе, Бабич исемендәге), һуңыраҡ (1936-37)улар бер колхозға берләшә («Тәйрүк» артеле). Ҡотлобаев Ибраһим — колхоз рәйесе, Ғүмәров Абдрахман — бригадир, склад мөдире булып Сәмерханов Хәсән эшләй.

Был тирәлә «ер майы» бар икәнен башҡорттар 18 быуатта уҡ батшаға хәбәр иткән, тик оҙаҡ ваҡыт эштәр башланмай тора. 1929 йылда Ишембай, Көҫәпҡол, Бурансы, Смаҡай ауылдары янында нефть ятҡылығын эҙләргә нефтселәр килә. Быраулаусыларҙы А.Блохин етәкләй. Эшселәр яҡын тирәләге ауылдарға фатирға урынлаштырыла [3]. Беренсе нефть биргән скважина Ағиҙелдең һул яҡ ярындағы Ишембай ауылы янында була. Ә Смаҡай ерҙәрендә һуңыраҡ бер нисә нефть промыслаһы асыла. 1930 йылда Стәрлетамаҡта разведка быраулау контораһы ойошторола. 1931 йылда беренсе буровой вышкалар ҡалҡа. 1932 йылда Стәрлетамаҡта беренсе нефть техникумы асыла. Техникумдың беренсе мөдире (директоры) Сквирский Стәрлетамаҡ ҡала гәзитенә башҡорттарҙан белгестәр әҙерләй башларға кәрәк икәнлеген аңлатып мәҡәлә яҙа. Смаҡайҙан тәүге булып нефтсе-быраулау мастерына уҡырға Ғөсмәтулла Ғибаҙулла улы Рәхмәтуллин (1916 йылғы) китә. Шул уҡ ваҡытта, 1934—1937 йылдарҙа, Стәрлетамаҡ педагогия техникумында ағалы-һеңлеле Ғүмәров Арыҫланбәк Искәндәр улы (1917 йылғы) һәм Ғүмәрова Наҡия Искәндәр ҡыҙы (1919 йылғы), Шәңгәрәева Ғәйникамал Ғәзиз ҡыҙы (1917 йылғы) уҡып сығып, уҡытыусы булып эшләй башлай.

Ишембай ҡалаһы төҙөлә башлағас, Смаҡайҙар ҡала төҙөүҙә, нефть эшкәртеү заводын ҡороуҙа ҡатнаша, Ишембай-Өфө тимер юлын төҙөүгә йәлеп ителәләр. Һәр йорттан бер кеше аты, арбаһы, эш ҡоралдары, ашарға ризығы менән ҡушылып, бер нисә аҙна буйы бушлай тимер юл төҙөүҙә ҡатнаша. Был эш кешеләрҙе бик ныҡ йонсота, ҡайһы берәүҙәр ауырып үлеп тә ҡала. Ҡала биналарының нигеҙенә таш кәрәк була, Смаҡай зыяратының таш кәртәһе, ҡәбер таштары буласаҡ ҡалаға ташыла.

Бөйөк Ватан һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышында Смаҡайҙан 136 кеше ҡатнашҡан, 65 ир-егет яу ҡырында ятып ҡалған. Һуғышта һәләк булған һәм Еңеү менән ҡайтҡан яугирҙар хөрмәтенә ауылда һәйкәл ҡуйылған. Туған ил өсөн яуҙарҙа һәләк булған ауылдаштар хөрмәтенә һәйкәл ҡуйыу эшен 2000 йылда башлап ебәреүселәр- һуғыш ветераны Рәхмәтуллин Ғөсмәтулла Ғибаҙулла улы һәм һәләк булған яугир улы Ғүмәров Рәсүл Абдрахман улы. Һәйкәлде төҙөүҙә НГДУ "Ишембайнефть" ойошмаһы начальнигы Йәғәфәров Юлай Нурғәли улы ҙур ярҙам күрһәтә. Һәйкәл төҙөүгә матди өлөш индереүселәр:Ғүмәров Рәсүл Абдрахман улы , Ғүмәров Рауил Мотаһар улы, Рәхмәтуллин Салауат Ғөсмәтулла улы,Шәңгәрәев Әнүәр Хөснулла улы , Йәғәфәров Юлай Нурғәли улы.

Бөтә ил иңенә төшкән ауырлыҡ смаҡайҙарҙы ла урап үтмәгән. Смаҡайҙар артелдә иген үҫтерә, Ишембай нефтселәрен һөт-май, төрлө йәшелсәләр менән тәъмин итә. Бурлыҡ тауында алебастр сығарыла башлай. Балалыҡтан сығып та өлгөрмәгән 11-12 йәшлек малайҙар нефть промыслаларына оҙон арба менән торба ташый башлай. Атты егергә көстәре етмәгәс, ғәрләнеп илаған саҡтары ла була, күп ваҡытта апай-еңгәләр ярҙамлашып ебәрә. Ҡара йәштән ауыр эштә эшләгән һуғыш осоро малайҙарының һаулығы бик иртә ҡаҡшай, шул сәбәпле ғүмерҙәре лә ҡыҫҡа була. Тәйрүк йылғаһы буйында яҡшы сифатлы балсыҡ ятҡылығы булғанлыҡтан оҫтаханала көршәктәр эшләй башлайҙар, Бурлыҡ тауы янында алебастрҙан кирбес һуғалар.

1943 йылдың йәйендә Тәйрүк буйлап үрҙәрәк, Кинйәбулат ауылы янында ерҙе быраулағанда, бик көслө нефть фонтаны атыла. Уның баҫымы алдан иҫәпләгәнгә ҡарағанда көслөрәк булып сыға. Туҡтауһыҙ атылған нефть тирә-яҡҡа тарала башлай. Бигерәк тә Тәйрүктән түбәнерәк ятҡан Смаҡай, Көҫәпҡол ауылы халҡы ҙур зыян күрә. Алдан иҫкәртеп ҡуймағанлыҡтан, халыҡтың һыу буйында йөрөгән мал-тыуары, ҡаҙҙары нефтле һыу эсеп ағыулана.

Һуғыш осоро- ауыл кешеләре өсөн ҙур һынау ваҡыты. Смаҡайҙар ауыр хеҙмәт, тормош ауырлыҡтарына ҡарамай, бер-береһенә кешелекле булып ҡала. Был осорҙа бер кешегә лә ваҡ-төйәк ғәйеп тағылмаған (бер ус иген алған, урманда ағас киҫкән һәм башҡа). Һуғыш осоро закондары ҡаты булһа ла, бер Смаҡай кешеһе лә төрмәгә ултыртылмаған.

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Смаҡайҙарҙы фронтҡа оҙатҡанда.1рәт: Фахреева(Рахматуллина) Марьям, Шигапов Зиннат.2 рәт(сидят): Фахреева Мархаба,Гумерова Сахибьямал,Гумерова Минибика,Газизова Марзия, Шигапова Марфуга.3 рәт(стоят): [Фахреев Кинъямурза],Ялаев Тимергали,Гумерова Накия, [Гумеров Минигали],Шарафетдинов Абдулла, [Шигапов Ахметзия], [Газизов Кабир].1941

1.Аллағолов Ғималетдин Нәжметдин улы, 1925 йылғы, 5167 ППГ, рядовой, 10 май,1945 йыл Германия, Цибинген ҡалаһы, туғандар ҡәберлеге 262, 2 рәт, 2-се урын

2.Аллағолов Бәҙретдин Нәжметдин улы, 1911 йылғы, хәбәрһеҙ юғалған- 1941 йыл, сентябрь

3.Булатов Хөсәйен Зәкәриә улы (ОБД Мемориалда Закир улы), 1916 йылғы, кесе лейтенант, ауыр йәрәхәттән 23.10.43 вафат булған, Калинин (хәҙер Тверь)ҡалаһы, ҡала зыяратында ерләнгән

4.Вакасов Муллағәли — мәғлүмәт юҡ

5.Вакасов Нурғәли — ОБД-ла: Вакасов Нурат менән Вакасов Нури, 1921 йылғы. Ишембай районы Байғужа сельсоветында тыуған, 01.10.1940 йыл армияға алынған, Фрунзенский РВК, Ҡырғыҙ ССР-ы , Ош өлкәһе, Фрунзе районы. 690 СП (уҡсылар полкы). 1941 йылдың октябрендә хәбәрһеҙ юғалған.

6.Вахитов Ғайфулла (ОБД-ла Валитов … Гаитдинович,әсәһе- Алмабикә, Партизан.ур.,39) ,1905 йылғы , ҡыҙыл армеец, хәбәрһеҙ юғалған- март , 1943 йыл, Волгоград өлкәһе, Чернышков районы

7.Ғәзизов Әхкәметдин Фатих улы (ОБД-ла Ахкам, Агзам) ,1901 йылғы, 923 СП, 251 СД, хәбәрһеҙ юғалған 11.03.1943 йыл

8.Ғәзизов Кәбир Хәбир улы, 1908 йылғы, ҡыҙыл армеец, хәбәрһеҙ юғалған — декабрь,1942. ОБД-ла Газизов Абдулкаир, 1908 й., һәләк булған-31.12.1941, Мәскәү өлкәһе, Лотошин районы, Олейкино ауылы, ауыл Советы янында ерләнгән булған

9.Ғәзизов Мәхмүт , 1895 йылғы , 148 СП, рядовой, 25.06.1944, Витебск өлкәһе, Горовая ауылы

10.Ғәзизов Сәлимгәрәй Түләбай улы (ОБД-ла Селим Тулебаевич),1914 йылғы, 88 сд, сапер, һәләк булған-14.01.1942, Ленинград өлкәһе, Мга районы, Гонтовая Липка ауылы. Икенсе донесениела- Сулим Тулебаевич,314 сд, 1943 йылда һәләк булған

11.Ғәзизов Сәхипгәрәй Түләбай улы ,1911 йылғы , 758 СП, рядовой, ауыр йәрәхәттән һәләк булған- 02.03.1945 йыл, Көнсығыш Пруссия, Шенфельд ауылынан 100 м төньяҡтараҡ ерләнгән

12.Ғәзизов Басир Насирович (Бисер), 1919 йылғы ,Смаҡай ауылынан, 4 СД, 220 сп, һәләк булған- 30.04.1944 й., Украина, Волынь өлкәһе, Турий районы, пгт Турий, (документта- около).Туғандары юҡ тип яҙылған.

13.Ғәйнетдинов Әбүбәкер Низаметдин улы — ОБД-ла Гайнитдинов Сакубери Наймут (фронт шарттарында ашығыс яҙылған донесениены яңғылыш уҡығандарҙыр, яҙылышы буйынса оҡшаш), младший командир (полкта уҡытҡандар), 111сд, 286 артиллерийский полк,03.08.1942 умер от кровопотери,Калининская обл., Ржевский р-н, Яковлевский с/с, д. Яковлево. Полкта Башҡортостан кешеләре күп булған.

14.Ғәйнетдинов Әхмәҙулла Низаметдин улы, 1904 йылғы, хәбәрһеҙ юғалған- 1942 йыл, апрель

15.Ғәйнетдинов Зәйнәғәли Низаметдин улы, 1900 йылғы, 1085 СП,322СД, рядовой, һәләк булған- 06.03.1942 й., Орел өлкәһе, Дубровск заводы

16.Ғәйнетдинов Закир Муллабай улы,1916 йылғы, хәбәрһеҙ юғалған- март ,1942 йыл

17.Ғәйнетдинов Миңлеғәли Муса улы- 1903 , армияға 2 .0 .1941 й. алынған, хәбәрһеҙ юғалған — декабрь 1941, әгәр август аҙағында- сентябрҙә алынһа, тимәк 361 сд (был уҡсылар дивизияһы Өфө-Шишмәлә формированиела була- Булгаково, Алкино, Сафар, Шишмә). Фронтҡа дивизия декабрь айында Рыбинск янынан ебәрелә, 26.12.1941 дивизия Торжоктан 40 км көньяҡтараҡ һөжүмгә күсә.Һәләк булғандарҙы Тверь өлкәһендәге (элекке Калинин) хәрбиҙәр ерләнгән урындар буйынса эһләргә кәрәк. Иң тиҙе- райондарға, ауыл Советына яҙып һорарға.

18.Ғәйнетдинов Муллағәли Низам улы-

19.Ғәлиев Әлмөхәмәт Бикмөхәмәт улы (Әлим), 1904 йылғы, Стәрлетамаҡ (хәҙерге Ауырғазы) районы Бигәнәш ауылында тыуған,ТатЦИК исемендәге Ҡазан хәрби училищеһын тамамлаған (1927—1931), капитан, атаһы- Смаҡай ауылында йәшәгән итексе Ғәлиев Бикмөхәмәт (уның һеңлеләре Хөсниямал, Хәсбиямал Ғүмәрова), 1945 йылдың 6 февралендә Германияла Бреслау янында һәләк булған (Альт Раутден, хәҙерге Польша, Стара Рудна).

20.Ғәйетҡолов Абдулхай Гариф улы (ОБД-ла Гайткулов Абдулхат), 1912 й., кесе сержант, санинструктор, 710 уҡсылар полкы,219 сд (Ҡыҙыл байраҡ Идрица дивизияһы), 14.07.1944 й. һәләк булған, Калинин (хәҙер Тверь) өлкәһе, Идрица районы, Зуевка ауылында ерләнгән. Ҡатыны- Кирмат.(Кильмухаметова?) Алма (Асма?),Ишембай, промартель.

219-се уҡсылар дивизияһы тарихынан (2-се формирование). Көньяҡ Урал хәрби округында, Башҡортостанда (Красноусольск ҡасабаһында) 1942 йыл 01 ғинуарҙан 30 апрелгә тиклем формированиела тора. Дивизия һалдаттары- башлыса Башҡортостандан . Ошо осорҙа армияға алынған һалдаттарҙың күбеһе ошо дивизияла була. Дивизия составы: 375, 710, 727 сп, 673 ап, 45 птдн, 136 минд, 488 орр, 382 сапб, 592 обс, 77 атр, 374 мсб, 1683 ппс. Дивизия йәшәп килгән ваҡыт: 01.01.1942-1946. Һуғышта : 09.07.1942-28.07.1943; 10.08.1943-22.04.1945. Войсковая часть/полевая почта 710 СП — № 61488.

21.Ғөзәйеров Арыҫлан- мәғлүмәт табылманы табылманы

22.Ғөзәйеров Хәбибрахман Абдрахман улы (ОБД-ла Хайбрахман) , 1921 йылғы, хәбәрһеҙ юғалған- 1941 йыл, август

23. Ғөзәйеров Нәғимрахман Абдрахман улы, 19 йыл ,108 СП, хәбәрһеҙ юғалған 04.04.1943.ОБД-ла-1080 СП, һәләк булған- 04.04.1943 йыл, Ленинград өлкәһе, Волотово ауылы,

24.Ғүмәров Абдрахман Мозафар улы (ОБД-ла Габдрахман, Габридихман) , 1909 йылғы, 1069 СП, 311 СД, ОБД-ла рәсми мәғлүмәт: һәләк булған- 18.10.1941, Ленинград , Яңы Кириши ауылы янында ерләнгән; Ләкин ғаиләһе ҡулы яраланып, госпиталдә булыуы тураһында, унан һуң яҙмышы билдәһеҙ.

22.Ғүмәров Ишҡәле Исмәғил улы — һуғыштан яҙылған хаттарҙа йәш һалдаттар уға сәләм әйтә, тимәк йәш булған.? Гумеров 1925 г.р., 4-се Украина фронты, 1 гв.армия, һәләк булған- Көнбайыш Карпат операцияһы ваҡытында (12.01.1945-18.02.1945), 1945 й. февраль уртаһында, Польша, повят Новы Тарг, Новы Таргтан төньяҡтараҡ м. Рабка-Здруй, ул. 3 Мая, Парк Здроевы. Краков ҡалаһынан көньяҡта (50 км тирәһе).

23.Ғүмәров Миңлеғәли Мозафар улы (ОБД-ла Милигали)- 1911 йылғы, 163 СП, 54 СД, рядовой, һәләк булған- 09.03.44, Николаев өлкәһе , Нововоронцов районы, Белянка ауылынан 300 м төньяҡ-көнбайыштараҡ

24.Ғүмәров Муса Ғайсар улы (ОБД-ла Мусса)-1914 йылғы , һәләк булған-17.10.1943 Новгород, Новгород районы, пионерлагерь Онега, Захарьино ауылына күсереп ерләнгән

25.Ғүмәров Мотаһар Мозафар улы- 1907, рядовой, 21.08.1941 армияға алынған, 311 сд(?), хәбәрһеҙ юғалған иҫәпләнгән- 1941 йылдан. Фронтта юғалтыуҙар тураһында донесениела исем буталыу сәбәпле күрһәтелмәгән. Туғандары алған хатта һәләк булған урыны: 18.10.1941, Ленинград , Яңы Кириши ауылы янында (Торфогород янында) ерләнгән;

ОБД-лағы мәғлүмәт- Ғүмәров Асмутгирей Гар. 311 сд, Ленинград , Кириши районы, Кириши ауылы (тыуған ауылы Исмакай, Ишембай ҡалаһы).

26.Дуҫмөхәмәтов Дилмөхәмәт Йәрмөхәмәт улы (ОБД-ла Юлмухамет), 19 й., 483 СП, ,һәләк булған- 03.08. 1942

27.Дуҫмөхәмәтов Ноғман Йәрмөхәмәт улы ОБД-ла Улгуман)- 1908, хәбәрһеҙ юғалған- сентябрь, 1942

28.Дуҫмөхәмәтов? Хәсән (ОБД-ла Напсин)- , 14.09.1942, Тверь өлкәһе (элекке Калинин),Зубцов ҡалаһы, Московская Гора урамы,Красное ауылына күсереп ерләнгән

29.Дуҫмөхәмәтов Юныс Йәрмөхәмәт улы (ОБД-ла Дусмеев),1905-1915 йылғы, һәләк булған — 20.12.41 й.

30.Дуҫмөхмәтов Йоҫоп Йәрмөхәмәт улы, 1911 йылғы, сентябрь, хәбәрһеҙ юғалған- 1942

31.Зөлҡәрнәйев Солтан Сафиулла улы (ОБД-ла Зулкарнаев), 1900, апрель, хәбәрһеҙ юғалған — 1942, июль

32.Ишмөхәмәтов Миңлеәхмәт Тимерҡаҙыҡ улы, 1914 йылғы, хәбәрһеҙ юғалған — декабрь 1941

33.Килмөхәмәтов Сәләхетдин Ямалетдин улы (ОБД-ла Салих), 1918, 358 СД, лейтенант, хәбәрһеҙ юғалған- 28.09.1942, Смоленск өлкәһе, Велиж районы, Рудня ауылы

34.Мифтахов Әмир Минһаж улы, 1925 йылғы булһа, ОБД-ла Һәләк булған __.__.1945, Польша,Познаньское воев., повят Жаганьский, Жагань, Кожуховска урамы, шоссе Жагань-Кожухув,һул яҡ,зыярат 1

35.Мифтахов Әнүәр Фәтхи улы (ОБД-Фатхевич),1923 йыл, курсант, радиотелеграфист, һәләк булған- 29.06.1942,Сталинград өлкәһе (Харьков өлк.) , Купянск районы, Масловка ауылы

36.Мифтахов Минһаж Фәттәх улы (Миниаз Фатахович) , 1902 йылғы, рядовой, п/п 2317 часть 192, хәбәрһеҙ юғалған_

37.Мифтахов Насирйән Камалетдин улы, 1919, сержант, һәләк булған- 10.09.1943, Орел өлкәһе, Навлинск районы, Сытенки ауылы

38.Насиров Йәғәфәр Латип улы Витебск өлкәһе- (ОБД-ла Гафар), 1925, 106 СП, рядовой, һәләк булған- 1944 й., Витебск, Скуматы ауылы

39.Нәжметдинов Йомаҙил Ибраһим улы , 1905 йылғы , Мәсетле районы Әбсәләм ауылында тыуған, хәбәрһеҙ юғалған-март, 1943

40.Рәхмәтуллин Шәрифулла Ғибаҙулла улы (ОБД-ла Шариф) , 1923 йылғы, курсант, һәләк булған- 16.07.42, Воронеж

41.Сәйетғәлин Әбделнасир (Абнасир) Тайып улы,1901 йылғы,20.01.1942 армияға алынған, 1944 йыл, февраль хәбәрһеҙ юғалған

42. Сәйетғәлин Абдрахман Тайып улы, 1901, рядовой, хәбәрһеҙ юғалған- декабрь, 1943 й.

43.Сәхипов Ғизетдин Сәрүәретдин улы- Шишмә районы Оло Хәжәт ауылы кешеһе, 25-меңсе, «Тәйрүк» промартеленә рәйес булып килгән, 1941 йылда һуғышҡа киткән

44.Оморҙаҡов (Умурзаков) Хәмиҙулла Сәғит улы, 1924-25, мәғлүмәт табылманы, ОБД-ла (ГАРФ) Умурзаков Хамедула әсирлеккә эләккән, азат ителгән. Милләте-үзбәк тиелгән (мәғлүмәт теүәл түгел).

45.

46.Фәйзуллин Миңлеәхмәт Миңлейәр улы (ОБД-ла Файзулин Миниярович- ике бит йәбештерелгән урында), 1907 йылғы, хәбәрһеҙ юғалған- май, 1942 (әсәһе Ғәйшә, Телеграф урамы, 13) (ОБД-ла Файзулин Миноахмет, 1926)

47.Фәйзуллин Миңлеғәли Хәсән улы (ОБД-ла Файзулин Макигалей, Микигалей?), 1915 йылғы, хәбәрһеҙ юғалған- 1942 й. ОБД-ла-? подвижный полевой госпиталь 199 (ППГ 199), 1942 йылдың 5 мартында ауыр тән йәрәхәттәренән вафат булған.

48.Фәйзуллин Сөнәғәтулла Ниғмәт улы (ОБД-ла Сулгатулла, 1907 йылғы, 1941 йылда армияға алынған, хәбәрһеҙ юғалған- декабрь 1941

49.Фәйзуллин Сәйфулла Хәмиҙулла улы (ОБД-ла Хамадулла улы, Хамидуллич), 1919 йылғы,1938 йылдан хәрби хеҙмәттә,Ҡазанда ТатЦИК исемендәге татар- башҡорт хәрби училищеһын тамамлаған, гвардия майоры, 916 сп, 247 сд, 25 ск, 69 армия, ауыр тән йәрәхәттәренән вафат булған- 01.05.1945, госпиталь № 336 ОМСБ.29.05.1945 й. Берлин операцияһы ваҡытында ҡаты йәрәхәтләнә. Ерләнгән урыны- Германия, Бранденбург, Бәләкәй Вольцик ауылы, айырым ҡәбер- № 4. 22.04.1945- 29.05.1945 й. Берлин янында ҡамауҙа ҡалған немец ғәскәрҙәре менән ҡаты алышта күрһәткән батырлығы өсөн «Ҡыҙыл Байраҡ» ордены менән бүләкләнгән (үлгәндән һуң).Интернетта «База награждений в ВОВ СССР»

50.Фәйзуллин Хәбибулла Хәмиҙулла улы (ОБД-ла Файзулин Хабибула), 1910 йылғы, уҡсы, 1941 йылдан армияла, 543 сп (Нарвский), 120 сд (Гатчинская),һәләк булған- 25.07.1944 йыл, Эстонияла Нарва ҡалаһын фашистарҙан азат иткәндә һәләк булған. Башта ерләнгән урыны-Эстония, Вируский уезд, Кр. Сопка ауылы, көньяҡ-көнбайыштараҡ. Ҡатыны Ғәрифә.(интернетта-Усков Николай Васильевич. Портал о фронтовиках)

51.Фәхриев Кинйәмырҙа Шәрәфетдин улы, 1906 йылғы, армияға алынған- 1.09.1942, п/п 972 ч.698, һәләк булған 03.11.1942

52.Хәйбуллин Ғәйфулла (ОБД-ла Байтулла), 1910, 164 СП, 33 СД, һәләк булған- 30.03.1942, Калинин (Тверь) , Холм ҡалаһында ерләнгән

53.Хәмиҙуллин Мәүлетбай Әмирхан улы, 1913 йылғы, һәләк булған- сентябрь, 1941

54.Хәсәнов Шәрәфулла — 1233 сп 371 сд?,

55.Хисмәтуллин Алтынбай Нәбиулла улы- 1920-24 (ОБД-ла Набиуллинович) тыуған урыны- Ишембай, «Тәйрүк» артеле (Смаҡай). Һуңғы хеҙмәт иткән урыныы — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (16 гвардия кавалерия дивизияһы) штабы .Хәбәрһеҙ юғалған- 22.02.1943 г. Украина, Ворошиловград (Луганск) өлкәһе, Ивановский районы, ст. Юлино-2.Тимәк, дошман тылына рейд ваҡытында һәләк булған.

ОБД-ла: Хисмәтуллин Тимербай Нәбиулла улы , 1925, 660 СП, һәләк булған- 07.08.1943, Орел өлкәһе , Хотынец районы, Студянка ауылы, ләкин ул һуғыштан ҡайтҡан.

54.Хисмәтуллин Биктимер Муса улы(ОБД-ла Тимербек) ,1916, армияға алынған-1941 й. октябрь, (Тимербек- 162 СД, һәләк булған- 15.12.1943, Полес. (Гомель) , Уболоть ауылы)

55.Хөснөтдинов Нәғим Мәхин улы, 1896, 985 СП, 226 СД, һәләк булған- 13.05.1942 йыл, Харьков, Старосалтовск районы, Непокрытое ауылы

56.Хөснөтдинов Сабир Басир улы, 19 , 727 СП, рядовой, һәләк булған — 28.09.1943 йыл, Воронеж , Давыдов районы, Первое Сторожевое ауылы

57.Шәңгәрәйев Исмәғил Хәйретдин улы (ОБД-ла Шалгареев), 1904 йылғы, армияла 06.01.1942 й., 1942 йыл, майҙан хәбәр булмаған

58.Шәрәфетдинов Ғәйнетдин — Байғужа ауылынан, «Тәйрүк» артелендә парторг булған,

59.Шиһапов Әхмәтзыя (ОБД-ла Ахмет), 1906, рядовой, һәләк булған- 16.06.1944, Станислав , Печенежинский районы, Вербионт ауылы

60.Яҡупов Әбҡадир , 1900, Салих ауылынан,, 18 СП,9 СД, рядовой, һәләк булған- 21.02.1945, Латвия, Прискуль районы, Прияднизки ауылы

61.Йәрмөхәмәтов Кинйәғәли Ниғмәт улы, 1925, 776 СП, 214 СД, рядовой, һәләк булған- 04.09.1943, Харьков, Валковский районы, Доброполье ауылы

62.

Был исемлек тулыландырыла. ОБД Мемориал һәм Германиялағы Саксонский мемориал (әсирлектә һәләк булғандар) исемлектәре буйынса табылған мәғлүмәттәр өҫтәлеп барасаҡ.Әлегә Саксонский мемориал исемлегенән бер кеше лә табылманы. Тейешле мәғлүмәттәрҙе ВК, ОК-ла «Смаҡай» төркөмдәрендәрендә яҙырға була. Өҫтәп яҙылды: Фәйзуллин Сайфулла Хәмиҙулла улы, гв.майоры, Ғәйетҡолов Абдулхай (Әбделхәй), санинструктор.

  • Бәширова Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы — шағирә, дәүләт, йәмәғәт эшмәкәре, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре».
  • Ғүмәров Рәсүл Абдрахман улы (14.03.1936) — нефтсе-инженер, йәмәғәтсе. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы.
  • Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы (1935—1995) — табип, йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1973).
  • Ҡотлогилдин Наил Закир улы — Рәсәй Федерацияһының почетлы нефтехимигы (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1996). Салауат Юлаев ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән (2000). Салауат ҡалаһының почетлы гражданы. 1996 йылдан — генераль директор, 1997 йылдан — «Башнефтехим» ААЙ (ОАО) президенты. 1998—2002 гг. — директорҙар советы рәйесе, ОАО «Салаватнефтеоргсинтез» ААЙ (ОАО) генераль директоры . Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайының 3- сө саҡырылыш депутаты.
  • Сәхипова Земфира Ғизетдин ҡыҙы — ғалимә, милли мәктәптәр өсөн рус теле дәреслектәре авторы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мағәриф отличнигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
  • Хәмиҙуллин Әҡсән Абдрахман улы — эшсе-нефтсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
  • Шәңгәрәев Әнүәр Хөснулла улы(21.10.1949)- педагог, йәмәғәт эшмәкәре, "Смаҡай" үҙидаралыҡ ойошмаһы Советы рәйесе, Ишембай ҡала һәм районы Советы депутаты,РСФСР мәғарифы отличнигы.

Ауыл кешеләренең хәтирәләрендә 1920 йылдарҙа Смаҡайҙа мәктәп эшләүе иҫкә алына. Башта уҡыу ғәрәп графикаһында алып барыла, һуңыраҡ латин яҙмаһы нигеҙендә, ә 1939-40 йылдарҙан кириллица индерелә. Шунлыҡтан ауылдағы оло быуын кешеләре ошо өс яҙманы ла белә.

1928 ауылда ШКМ (школа колхозной молодежи) - колхозсы йәштәр мәктәбе асыла. Мәктәптә 1931—1945 йылдарҙа Зәкиә Бикбулатова, Арыҫланбәк Искәндәр улы Ғүмәров, Наҡия Искәндәр ҡыҙы Ғүмәрова, Ғәйникамал Ғәзиз ҡыҙы Шәңгәрәева, Нажиә Фәйзи ҡыҙы Ғимаҙиева, Әхмәт Ғәлимов, Әхмәт Рафиҡов, Ҡыям Мифтах улы Хөсәйенов, Ғариф Таһиров, Хәжәр Сәғит ҡыҙы Исмәғилева уҡыта.

Һуңыраҡ Әлмөхәмәтова Фәрхәнә, Ғәлләмова Нурия ауыл балаларын уҡыта.

Оҙаҡ йылдар үҙе кулак итеп Себергә һөрөлгән Әхмәтйән Ҡоләхмәтовтың өйө мәктәп булып хеҙмәт итә.

Башланғыс мәктәптән һуң Смаҡай балалары башлыса Ишембай ҡалаһының 3-сө башҡорт урта мәктәбендә (һуңыраҡ 2-се интернат-мәктәп, хәҙерге Башҡорт гимназия-интернаты) белем ала.

1997 йылдан тулы булмаған урта мәктәп статусын ала, мәктәп яңы ике ҡатлы бинаға күсә.

  • 14-се урта мәктәп (Ишембай). Ҡасабала балалар баҡсаһы бар. Мәктәп директорҙары: Шәңгәрәев Илгиз Хөснулла улы (1992—2013), Ғәйнетдинов Мәүлит (2013-)
  • Ишембай ҡалаһы автобусы:

3-сө ҡала автобус маршруты

  1. 1,0 1,1 Никулочкин Д. В. Ишимбай — это город? // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2016. — В. 2. — № 3. — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  2. Список депутатов. Официальный интернет-портал города Ишимбая. Дата обращения: 19 август 2014.
  3. А.Блохин. Основные итоги и задачи разведки Ишимбаевского месторождения нефти. Журнал «Нефтяное хозяйство». 1934 год, № 6

Никулочкин Д. В. Ишимбай — это город? // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2016. — 13 января (вып. 2 (№ 3). — С. 2. — ISSN 2220-8348. ↑ Список депутатов. Официальный интернет-портал города Ишимбая. Проверено 19 августа 2014.

  • Бәширова Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы. Беҙ — Смаҡай ейәндәре [Текст] /Туймазы : Туймазинский вестник, 2014.
  • Анваров, Н. Будут смакаевцы с водой: прокладка водопровода в микрорайоне Смакай /
  • Н. Анваров // Восход. — 2013. — 27 июня. — С.2.