Эстәлеккә күсергә

Спивак Александр Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Спивак Александр Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 ноябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Михайловка, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 ғинуар 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Октябрь Революцияһы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР» Халыҡтар дуҫлығы ордены премия Правительства Российской Федерации

Спивак Александр Иванович (17 ноябрь 1923 йыл — 20 ғинуар 2007 йыл) — тау инженеры-ғалим, юғары мәктәп эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1976—1994 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1991), техник фәндәр докторы (1972), профессор (1972). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1980). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1999). Октябрь Революцияһы (1986), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), Халыҡтар дуҫлығы (2003), «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.

Спивак Александр Иванович 1923 йылдың 17 ноябрендә БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Михайловка ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы, Спивак Иван Иванович, 1894 йылда тыуған, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашҡан, һуңынан тимер юлда кочегар булып эшләгән, крәҫтиән хужалығы менән шөғөлләнгән, колхозсы булған. 1931 йылдан алып 20 йыл алмашһыҙ колхоз рәйесе булып эшләгән. Уның хеҙмәте Георгий тәреләре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм миҙалдар менән билдәләнгән.

Александр Ивановичтың әсәһе Спивак Юлия Ивановна (ҡыҙ фамилияһы Якимюк), 1894 йылда тыуған, колхозсы, хужабикә булған. Биш балаһын тәрбиәләгән; Александр Иванович өлкән балаһы була. Уның ҡусты һәм һеңлеләре:

  • Ҡустыһы Владимир (1925—1944). Гурьев хәрби-пехота училищеһын тамамлаған, 1944 йылдың беренсе яртыһында Карпат өсөн һуғыштар барышында һәләк була;
  • Һеңлеһе Надежда, уҡытыусы булып эшләгән;
  • Һеңлеһе Валентина, медицина институтын тамамлаған, педиатр булып эшләгән;
  • Ҡустыһы Виталий, мәктәптән һуң,техник училищены тамамлаған.

1930 йылда ғаилә БАССР-ҙың Благовар районындағы 9-сы Алкино ауылына күсеп килә. 1931—1935 йылдарҙа Александр Община ауылында башланғыс мәктәптә уҡый, унан һуң Иваненково ауылында тулы булмаған Троицкий урта мәктәбенә бишенсе класҡа килә. 1938 йылда мәктәптең 7 синыфын Маҡтау грамотаһы менән тамамлай, Александр Спивак конкурста бер урынға 9 кеше янында имтихан тотоп, Өфө геолог-разведка техникумына уҡырға инә.

Профессиональ эшмәкәрлеге йылъяҙмаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 19381941 йыл: Өфө геолог-разведка техникумында уҡыуы;
  • 1941 йылдың ноябре: Ҡыҙыл Армияға мобилизациялана һәм Бәләбәйҙә урынлашҡан 113-сө авиация эскадрильяһына курсант булып уҡырға ебәрелә. Теоретик һәм практик әҙерлек үтә, У-2 самолетында оса ;
  • 1943 йылдың ғинуары: төнгө осоштарға әҙерлек өсөн Икенсе айырым авиаэскадрильяға күсерелә (Салъян ҡалаһы, Әзербайжан ССР-ы);
  • 1943 йылдың авгусы: уҡыуын дауам итеү өсөн бомбардировка авиацияһы пилоттарын әҙерләүсе Хользунов исемендәге Кировобад хәрби авиация лётчиктар училищеһына ебәрелә;
  • 1947 йылдың июне: старшина дәрәжәһендә демобилизациялана;
  • 1947: техникумда уҡыуын дауам итә;
  • 1948 йыл: Өфө геолог-разведка техникумын тамамлап, «техник-геофизик» һөнәре буйынса диплом ала;
  • 1948—1953 йыл: Өфө нефть институтында «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү» һөнәре буйынса уҡый (тау-нефть факультеты, быраулау кафедраһы). Ҡыҙыл диплом һәм «Нефть промыслаһы эштәре буйынса тау инженеры» квалификацияһын ала;
  • 1953—1956 йыл: И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтында маҡсатлы аспирантурала уҡыуы. Ғилми етәксеһе — техник фәндәр докторы, профессор Леонид Александрович Шрейнер;[1][2]
  • 1954 йыл1955 йыл: И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтының нефть һәм газ скважиналарын быраулау кафедраһында ассистент.
  • 1956—1959 йыл: Өфө нефть институтының быраулау кафедраһында өлкән уҡытыусы;
  • 1958 йыл: «Техник фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн диссертация яҡлай;
  • 1959—1962 йыл: Өфө нефть институтының быраулау кафедраһы доценты;
  • 1960 йыл: Юғары аттестация комиссияһы ҡарары менән «Нефть һәм газ скважиналарын быраулау» кафедраһы буйынса доцент ғилми дәрәжәһенә раҫлана;
  • 1962—1964 йыл: Өфө нефть институтының Тау-нефть факультеты деканы;
  • 1964—1972 йыл: Өфө нефть институтының уҡытыу эштәре буйынса проректоры;
  • май 1972: «Техник фәндәр докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн Мәскәү нефть институтында диссертация яҡлай. Темаһы: «Исследование абразивности осадочных горных пород применительно к изнашиванию вооружения шарошечных долот» (һөнәре — «Трение и износ в машинах»);
  • 1972: «Нефть һәм газ скважиналарын быраулау» кафедраһы буйынса профессор ғилми дәрәжәһенә раҫлана. Өфө нефть институтының «Тау тоҡомдары, тупраҡ, нигеҙ һәм фундаменттарҙың механикаһы» кафедраһы мөдире вазифаһына конкурс буйынса һайлана;
  • 1972—1975 йыл: СССР Юғары уҡыу йорттары министрлығы тарафынан нефть, газ һәм химия Милли институтының совет белгестәре коллективы менән етәкселек итеү өсөн Алжирға (Бумердес ҡалаһы) ебәрелә.
  • 1975—1976 йыл: Өфө нефть институтының «Тау тоҡомдары, тупраҡ, нигеҙ һәм фундаменттарҙың механикаһы» кафедраһы мөдире;
  • 1976—1994 йыл: Өфө нефть институты ректоры;
  • 1994: ректор советнигы, Өфө дәүләт нефть техник университетының «Нефть һәм газ скважиналарын быраулау» кафедраһы профессоры.

Юғары уҡыу йорттары структураһы үҫешенә индергән өлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Профессор А. И. Спивак Өфө нефть институты составында фәнни мәктәптәрҙең үҫешенә, профессор-уҡытыусылар составының нығыныуына ҙур өлөш индерә. Уның декан вазифаһында әүҙем эшләүе арҡаһында Тау-нефть факультетының фәнни-тикшеренеү һәм уҡыу-методик базаһының кимәле күтәрелә.

А. И. Спивактың проректор вазифаһында эшләгән осорҙа уның башланғысы һәм туранан-тура ҡатнашлығы менән институтта илдең төрлө төбәктәрендәге нефть сығарыу, нефть эшкәртеү һәм нефть һәм химия предприятиелары менән хеҙмәттәшлеккә ныҡлы нигеҙ һалына, институттың материаль-техник лаборатория базаһын нығытыу, уҡыу процесын камиллаштырыу буйынса күп һанлы саралар уңышлы индерелә, бөтә уҡытыу формалары буйынса күп яңы һөнәрҙәр асыла, яңы кафедралар, уҡыу һәм ғилми лабораториялар ойошторола, студенттар контингенты һиҙелерлек арттырыла, профессор-уҡытыусылар составының квалификацияһы планлы рәүештә күтәрелә, институтта ғилми дәрәжәләр тапшырыу буйынса беренсе Совет эшләй башлай. 1968—1969 йылдарҙа институт составында өс яңы факультет: етештереү процестарын автоматлаштырыу, инженер-иҡтисади һәм төҙөлөш факультеттары ойошторола.

Профессор А. И. Спивактың ректорлыҡ йылдары — юғары уҡыу йортоноң матди-техник базаһының интенсив үҫеше һәм һәм кадрҙар потенциалының нығыныу осоро. Ошо ваҡыт эсендә архитектура-төҙөлөш факультетының биналар комплексы, тау-нефть факультетының корпусы, ике күп фатирлы торлаҡ йорто төҙөлә. 1976 йылда уҡыу-лаборатория корпустарының, дөйөм ятаҡтарҙың һәм Өфө нефть институтының башҡа ҡоролмаларының дөйөм майҙаны 116.000 м² тәшкил итә. (73.000 Өфөлә һәм 43.000 Стәрлетамаҡ, Октябрьский һәм Салауатта). 1994 йылдың 1 июленә уҡыу-лаборатория базаһының дөйөм майҙаны 180.000 м², ә студенттар ятағының — 54.000 м² тәшкил итә (бер студентҡа 10 м²— илдә иң юғары күрһәткестәрҙең береһе) Ғилми мәктәптәр интенсив үҫешә; кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса биш махсуслашҡан Совет ойошторола, был ғилми эште алып барыу буйынса һәм институтта уҡытыусылар составының квалификацияһын күтәреүҙә киң мөмкинлектәр аса.

1980 йылдар аҙағы — 1990 йылдар башы — бөтә ил өсөн кеүек үк, юғары уҡыу йорто өсөн иң ҡатмарлы осорҙарҙың береһе. А. И. Спивактың ҙур ойоштороу һәләте арҡаһында институт коллективына иҡтисади реформаларҙың ауырлығын күтәреп сығыуға мөмкин була. Уҡыу йорто берҙәм система булып һаҡланып ҡала, шул уҡ мәлдә нефть һәм газ комплексы предприятиелары өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙең төп үҙәге булараҡ уның ҡеүәтен үҫтереүгә өлгәшә.

Ректор А. И. Спивактың шәхси ҡаҙанышы булып юғары уҡыу йортоноң статусын күтәреү тора: 1993 йылдың 22 ноябрендә Өфө нефть институты Өфө дәүләт нефть техник университеты итеп үҙгәртелә (ӨДНТУ). ӨДНТУ-ла был ваҡытҡа кандидатлыҡ һәм докторлыҡ ғилми дәрәжләренә дәғүә итеү өсөн диссертациялар яҡлау буйынса 6 махсуслашҡан совет эшләй. 1994 йылдың июленә ҡарата профессор-уҡытыусылар составында 712 кеше иҫәпләнә, шуларҙан Рәсәй фәндәр академияһының 1 ағза-корреспонденты, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының 2 академигы, 68 фән докторҙары, профессорҙар тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта А. И. Спивактың ректорлыҡ эшмәкәрлеге башланған мәлдә, 1976 йылда, институтта 18 фән докторы, профессорҙар иҫәпләнә

Фәнни һәм педагогик эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Профессор А. И. Спивактың фәнни эштәре деформацияланыусы ҡаты есемдең механикаһына, тау тоҡомдарының емерелеүҙә һәм деформацияла барлыҡҡа килгән механик процестарға ҡарай. Фундаменталь тикшеренеүҙәр нигеҙендә А. И. Спивак тарафынан эшләнгән: төрлө формалағы иденторҙарҙы ҡулланып тау тоҡомдарының емерелеү механизмдары; скважиналар быраулаған ваҡытта тау тоҡомдарының абразив емерелеү һәләтен өйрәнеүгә энергетик ҡараш; тау тоҡомдары емереүсе ҡоралдарҙың ныҡлылығының теоретик нигеҙҙәре; майлау йәки һыуытыу тәьмин иткән йыуыу шыйыҡсаларына төрлө физик-химик составтағы присадкаларҙы ҡулланыу практикаһы.

1982—2000 йылдарҙа профессор А. И. Спивак «Быраулау», «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү», «Нефть һәм газ үткәргестәрҙе, нефть базаһын, нефть һәм газ һаҡлағыстарҙы төҙөү һәм эксплуатациялау» һөнәрҙәре буйынса докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса махсуслаштырылған Советтың рәйесе булып тора. Александр Иванович бик күп халыҡ-ара нефть һәм газ конгрестарының ҡатнашыусыһы.

Юғары уҡыу йорттарында эшләүенең беренсе йылдарында ла Өфө дәүләт нефть техник университетының етәксе вазифаларында ла Спивак Александр Иванович, талантлы педагог һәм лектор булараҡ, уҡытыусы эшен уңышлы башҡара һәм студенттар һәм коллегалары араһында хаҡлы рәүештә абруй ҡаҙана.

Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге йылдарында профессор А. И. Спивак 22 кандидат һәм 2 техник фәндәр докторы әҙерләп сығара[3] Александр Ивановичта уҡыған күп инженер һәм аспиранттар республиканың ҙур предприятие етәкселәре, билдәле ғалимдар, профессорҙар, Өфө дәүләт нефть техник университетының кафедра мөдирҙәре булып китә.

Фәнни хеҙмәттәре араһында иң билдәлеләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Профессор А. И. Спивак — 250-нән ашыу баҫманың авторҙашы, улар араһынан 22 дәреслек, уҡыу әсбаптары, монографиялар, 43 уйлап табыуҙар. Ике дәреслеге француз һәм ҡытай теленә тәржемә ителгән. А. И. Спивактың фәнни эштәре араһынан иң билдәлеләре:

Наградалары һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1986: Октябрь Революцияһы ордены;[6]
  • 1985: 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены;[7]
  • 1981: Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
  • 1971: «Почёт Билдәһе» ордены;[8]
  • 1970: «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл айҡанлы. Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы;
  • 1946: «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы;
  • 1965: «Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә егерме йыл» миҙалы;
  • 1975: «Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә утыҙ йыл» миҙалы;
  • 1985: «Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә ҡырҡ йыл» миҙалы;
  • 1995:"Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл" миҙалы;
  • 2005: «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» миҙалы;
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы;
  • 1968: «СССР Ҡораллы Көстәренә 50 йыл» миҙалы;
  • 1978: «СССР Ҡораллы Көстәренә 60 йыл» миҙалы;
  • 1988: «СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл» миҙалы;
  • 1999: Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты;
  • 1974: РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре;
  • 1998: РФ хөкүмәтенең Почёт грамотаһы;
  • 1973: «Юғары белем биреү өлкәһендәге эштә юғары уңыштары өсөн» билдәһе;
  • 2003: Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены;[9]
  • 1967: БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техник эшмәкәре;
  • 1985: БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы;
  • 1998: Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Почёт грамотаһы;
  • 1980: СССР-ҙың почётлы нефтсеһе;
  • 1995: Тәбиғи фәндәр Рәсәй академияһының почётлы академигы (тау-металлургия секцияһы);
  • 1991: Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының почётлы академигы (нефть һәм газ буйынса бүлексәһе);
  • 1994: Төҙөлөш комплексының почётлы академигы;
  • 1995: Төмән нефть һәм газ дәүләт университетының почётлы профессоры;
  • 2000: Украин нефть һәм газ академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы;
  • «Рәсәй иҡтисадын һәм фәндәрҙе тергеҙеү эштәрендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» Петр I миҙалы (РАЕН).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1950—1952: Өфө нефть институтының ВЛКСМ комитеты секретары, ВЛКСМ-дың Черниковка ҡала комитеты ағзаһы;
  • 1957—1959: Өфө нефть институтының берләштерелгән профсоюз комитеты рәйесе;
  • 1959—1961: Өфө нефть институтының партбюро секретары (төп эшенән айырылмай);
  • 1977—1990: Өфө ҡала Советы депутаты;
  • 1982: СССР профессиональ союздарының XVII съезы делегаты.

Ғаиләһе, буш ваҡыты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Беренсе ҡатыны — Батаева Пелагея Григорьевна (1925), белеме буйынса шәфҡәт туташы, Өфө нефть институтының китапханаһында эшләгән.
    • Тәүге никахынан улы — Спивак Владимир Александрович (1948), Өфө авиация институтын тамамлаған.
      • Ейәнсәре — Ольга Владимировна, Өфө нефть техник университетын тамамлаған.
  • Икенсе ҡатыны — Стриженова Нина Федоровна, Мәскәү нефть институтын тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты, 1953 йылдан Өфө нефть институтында өлкән уҡытыусы, иҡтисад кафедраһы доценты булып эшлгән.
    • Икенсе никахтан ҡыҙы — Масловская Елена Александровна (Спивак; 1958 йылда тыуған), Өфө нефть техник университетын тамамлаған. Техник фәндәр кандидаты, И. М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетының нефть һәм газ технологияһы кафедраһы доценты.
      • Ейәнсәре Зинаида, ейәне Александр

Александр Иванович бәшмәк йыйырға яратҡан, йәйен дә, ҡышын да балыҡ тотоу менән мауыҡҡан.

  1. Кто есть кто в нефтяной и газовой промышленности СНГ (справочник) / Составитель К. С. Басниев и др. — Москва, [б. и.], 1992. — 358 с. — 2000 экз. — ISBN 5-87664-005-0;
  2. Башкортостан. Краткая энциклопедия / Главный редактор Р. З. Шакуров. — Уфа, Башкирская энциклопедия, 1996. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7;
  3. Башкирских нефтяников славные имена (биографические данные) / Составители: А. Ш. Сыртланов, Е. Н. Сафонов, Е. Н. Самойлов и др. — Уфа, РИЦ АНК «Башнефть», 1997. — 647 с. — 4000 экз. — ISBN 5-901004-06-X;
  4. Кто есть кто в нефтяном комплексе России / Санкт-Петербург, Корвет, 1997. — 816 с. — 3000 экз. —ISBN 5-88100-010-2;
  5. Уфимский государственный нефтяной технический университет. Выпускники УГНТУ (УНИ). [Научно-биографический сборник]. К 50-летию УГНТУ / Министерство общего и профессионального образования РФ. — Сост. проф. А. И. Спивак. — Москва, Недра, 1997. — 198 с. — 630 экз. — ISBN 5-247-03759-6;
  6. Уфимский государственный нефтяной технический университет. Доктора наук, профессора УГНТУ. [Научно-биографический сборник]. К 50-летию УГНТУ / Министерство общего и профессионального образования РФ. — Сост. проф. А. И. Спивак. — Москва, Недра, 1997. — 351 стр. — 600 экз. — ISBN 5-247-03747-2;
  7. Уфимский государственный нефтяной технический университет. К 50-летию УГНТУ / Министерство общего и профессионального образования РФ. — Сост. проф. А. И. Спивак. Под общ. ред. проф. А. М. Шаммазова. — Москва, Недра, 1998. — 269 с. — ISBN 5-247-03802-9;
  8. Российская академия естественных наук. Энциклопедия / А. И. Мелуа. Под редакцией О. Л. Кузнецова. — Издание 2-е, дополненное. — В 2-х томах. — Т. 2. — Санкт-Петербург, Гуманистика, 2000. — 576 с.;
  9. Инженеры Урала. Энциклопедия / Российская инженерная академия. Уральское отделение; главный редактор Н. И. Данилов и др. — Екатеринбург, Уральский рабочий, 2001. — 694 с. — ISBN 5-85383-203-4;
  10. Руководители Уфимского нефтяного института — Уфимского государственного нефтяного технического университета / Д. Л. Рахманкулов, Ф. Н. Латыпова, Ф. Ш. Вильданов, Р. М. Мазитов. — Москва, Интер, 2008. — 271 с. — 200 экз. — ISBN 978-5-98761-023-7;
  11. Башкирская энциклопедия (в 7 т.) / Главный редактор М. А. Ильгамов. — Т. 6: Советы народного хозяйства — У. — Уфа, Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2010. — 543 с. — ISBN 978-5-88185-071-5.
  1. Шрейнер Леонид Александрович 2016 йыл 13 октябрь архивланған. на сайте Электронной библиотеки «Научное Наследие России»;
  2. Краткая история кафедры бурения нефтяных и газовых скважин 2015 йыл 17 ноябрь архивланған. на официальном сайте РГУНиГ им. И. М. Губкина;
  3. Спивак Александр Иванович 2019 йыл 6 сентябрь архивланған. на сайте Образовательного центра «Музей истории УГНТУ»;
  4. Электронный каталог Российской государственной библиотеки;
  5. Электронный каталог Оренбургской областной библиотеки им. Н. К. Крупской;
  6. Орденский знак № 110055. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 20 августа 1986 г.;
  7. Орденский знак № 325850. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 11 марта 1985 г.;
  8. Орденский знак № 714564. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 10 августа 1971 года;
  9. Орденский знак Б № 075. Указ Президента Республики Башкортостан от 15 октября 2003 г.