Суворов һәйкәле (Санкт-Петербург)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Суворов һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Үҙәк районы[d]
Урын Суворовская площадь[d]
Булдырыусы Михаил Иванович Козловский[d]
Бағышланған Александр Васильевич Суворов[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза һәм гранит[d]
Архитектор Андрей Никифорович Воронихин[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Суворов һәйкәле Викимилектә

Суворов һәйкәле — Санкт-Петербургта рус хәрби етәксеһе, генералиссимус Суворов Александр Васильевичҡа ҡуйылған һәйкәл.

Һәйкәл Суворов майҙанында Марс яланы һәм Троицкий күпере ҡаршыһында, Мәрмәр һарай һәм граф Салтыков йорто араһында тора.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. В. Суворов һәйкәле, император Павел I ҡушыуы буйынса, ул хакимлыҡ иткән осорҙа Суворовтың данлыҡлы Италия походы өсөн ҡуйыла. Был поход өсөн Суворов «Италия кенәзе» титулын алған.

Һәйкәлдең түңәрәк гранит пьедесталына: «Италия Кенәзе, граф Суворов-Рымник. 1801 й.»-тип яҙып ҡуйылған.

Һәйкәлдең авторы-скульптор М. И. Козловский, ул монументты 1799—1801 йылдарҙа яһаған. Пьедесталда фельдмаршал фигураһы аллегорик һуғыш аллаһы Марс ҡиәфәтендә, уң ҡулына ҡылыс, һул ҡулына ҡалҡан тотоп, антик кейемендә һүрәтләнгән. А. В. Суворов фигураһы бронзанан эшләнгән. Шул уҡ ваҡытта һәйкәлдәге һын А. В. Суворов портретына оҡшамаған, ул бары тик «бөйөк һуғыш юлбашсыһының» героик-эпик образының символын ғына кәүҙәләндергән.

Һәйкәл 1801 йылдың 5 (17) майында асылған.

Суворов һәйкәле — Рәсәйҙә батша булмаған кешегә ҡуйылған тәүге һәйкәл. Быға тиклем һәйкәлдәрҙе бары тик батшаларға һәм императорҙарға ғына ҡуйғандар.

Суворов һәйкәленең моделе Мәскәү ҡалаһының Третьяков галереяһында һаҡлана.

Һәйкәл урынлаштырыу тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта фельдмаршал һәйкәле Царицын лугтың ҡаршыһында (хәҙерге Марс яланының) Мойка йылғаһы янында урынлашҡан. 1818 йылда император Александр I хакимлыҡ иткән саҡта, К. И. Росси тәҡдиме буйынса һәйкәлде хәҙерге урынға күсерәләр. 1834 йылда ярылған мәрмәр постаментын шул уҡ формалы гранитҡа алмаштыралар[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Путеводитель по С.-Петербургу: Репринтное воспроизведение издания 1903 года. — Л.: СП «ИКАР», 1991. ISBN 5-85902-065-1
  • Гусаров А.Ю. Памятники воинской славы Петербурга. — СПб, 2010. — ISBN 978-5-93437-363-5.