Сәйәхова Лена Ғәле ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Сәйәхова Лена Ғәле ҡыҙы (1 ноябрь, 1931, БАССР-ҙың Дәүләкән районы Бик-Ҡарамалы ауылы) - тел белгесе, педагог-методист, педагогия фәндәре докторы (1983), профессор (1985). Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2007), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәйәхова Лена Ғәле ҡыҙы 1931 йылдың 1 ноябрендә БАССР-ҙың (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы) Дәүләкән районы Бик-Ҡарамалы ауылында тыуа.

1953 — К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын отличие менән тамамлағандан һуң Дәүләкән районының урта мәктәптәрендә, 1954—1961 йылдарҙа Өфөнөң 47-се урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1961—1964 — РСФСР Педагогия фәндәре академияһының Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтында аспирантурала уҡый.

1964 — Башҡорт дәүләт университетында эшләй башлай.

1990—2011 йылдар — БДУ-ның рус теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире[2].

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни тикшеренеүҙәре лингводидактика, лексикография, лингвокультурология проблемаларына, мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында рус телен уҡытыу теорияһына һәм методикаһына арналған. 500-гә яҡын фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән рус теле буйынсаса дәреслектәр, уҡытыусылар һәм студенттар өсөн уҡытыу-методик әсбаптар, авторы. Уның етәкселегендә 20 кандидатлыҡ һәм ике докторлыҡ диссертацияһы яҙылған һәм яҡланған[2].

Наградалары һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2013).
  • Донъяла рус телен пропагандалау һәм уҡытыу йүнәлешендәге актив эшмәкәрлеге өсөн А. С. Пушкин миҙалы менән наградлана[2].

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лексика как система и методика её усвоения. Уфа, 1979;
Русский язык в диалоге культур. М., 2006 (авторҙаш);
Методология и методическая система формирования лингвокультурологической компетенции тюркоязычных учащихся на уроках русского языка. Уфа, 2010.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Сәйәхова Лена Ғәле ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 2,0 2,1 2,2 http://www.istoki-rb.ru/test.php?article=5256(недоступная ссылка)