Эстәлеккә күсергә

Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Кинйәбай ауылы, Керәүле-Илюшкин ауыл Советы, Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 6 ғинуар 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы (1 ғинуар 1939 йыл — 6 ғинуар 2019 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры. Башҡортостан Республикаһының 1—3‑сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Президент Советы ағзаһы. 2015 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1997), медицина фәндәре докторы (1979), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының (1991) һәм Башҡорт АССР‑ының (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). Почёт (1998), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры.

Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдинов 1939 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы элекке Кинйәбай ауылында тыуа.

1962 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. 1962—1966 йылдарҙа, юғары белемле белгес булараҡ, Сибай ҡала дауаханаһында табип-хирург булып эшләй. 1966—1968 йылдарҙа СССР Медицина фәндәре академияһы аспирантураһында уҡый.

1969 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина институтында ассистент, декан, кафедра мөдире, 1982—1989 йылдарҙа бер үк ваҡытта ректор булып эшләй.

1995 йылда Өфө ҡалаһының 51-се Йылға аръяғы һайлау округынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутат итеп һайлана.

Фәнни эштәре йүнәлештәре: остеомиелитты, йыуан эсәк патологияһын хирургик дауалау, үпкә һәм эренле шешек ауырыуҙары хирургияһы.

Уның тарафынан республикала хирургия мәктәбе ойошторолдо. Һигеҙ фән докторы, 40 фән кандидаты — ғалимдың уҡыусылары.

Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы 2019 йылдың 6 ғинуарында вафат булды һәм Мәләүез районында ерләнде[1].

500-ҙән ашыу фәнни (шул иҫәптән 10 монография, 40 уйлап табыу) авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2012)
  • Почёт ордены (1993)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы