Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәтулла улы
Хәбир Ғибәҙәтулла улы Сөләймәнов | |
Тыуған көнө |
17 декабрь 1980 (43 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны |
Силәбе өлкәһе, Арғаяш районы, Илембәт ауылы |
Гражданлығы | |
Атаһы |
Ғибәҙәт Сөләймәнов |
Әсәһе |
Шәһиҙә Сөләймәнова |
Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәтулла улы (17 декабрь 1980 йыл) — башҡорт спортсыһы, профессионал боксёр. Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауын яулаусы һәм «WBO NABO вакант» титулын алыусы. Кикбоксинг буйынса донъя, бокс буйынса Нью-Йорк ҡалаһы чемпионы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәбир Ғибәҙәтулла улы Сөләймәнов 1980 йылдың 17 декабрендә Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Илембәт ауылында тыуған. Атаһы Ғибәҙәт Сөләймәнов сығышы менән Дәрүиш ауылынан, ә әсәһе Шәһиҙә Сөләймәнова — Һабайҙан[1][2]. Игеҙ туғаны — Сөләймәнов Сабир Ғибәҙәт улы, бокс буйынса Нью-Йорк ҡалаһы чемпионы, һәм ҡустыһы Марат бар[2].
Тыуған ауылының башланғыс мәктәбен тамамлап, күрше Дәрүиш урта мәктәбендә уҡыуын артабан дауам итә[2]. Туғаны Сабир менән күрше ауылдағы мәктәпкә йыш ҡына йәйәү йөрөй. Буш ваҡытында атаһы менән һунар иткән. Мәктәптә спорт менән мауыға башлай, райондың шахмат буйынса чемпионы була. Юғары белемде Силәбе ҡалаһының аграр-инженер университетында ала[3].
Бокс буйынса беренсе тренеры — билдәле спортсы, кикбоксинг буйынса Рәсәй һәм Европа чемпионы Салауат Байрамғәлин була. Хәбир игеҙәге Сабир менән бергә 17 йәштән алып үның кикбоксинг мәктәбендә тәрбиәләнә. Башта — Силәбе ҡалаһында, һуңынан — Силәбе өлкәһендә, ә артабан Рәсәйҙә лә еңеүҙәр яулай[3].
Ярыштарҙың береһендә Рәсәйҙән АҠШ-ҡа күсеп киткән бер тренер игеҙәктәргә, кикбоксингты ҡалдырып, Америкала киң таралған бокс менән үҙенең мәктәбендә шөғөлләнергә тәҡдим итә. Хәбир һәм Сабир быға риза була һәм АҠШ-ҡа оса. Нью-Йорк ҡалаһында бокс менән шөғөлләнә башлай. 2005 йылда Канзас ҡалаһында һәүәҫкәр боксерҙар араһында үткәрелгән «Алтын бирсәткә» исемле ярышта Сабир 54 кг-ға тиклемгеләр араһында — беренсе, ә Хәбир 57 кг-ға тиклемгеләр араһында икенсе урынды яулай. 2006 йылдың декабрендә ошо уҡ турнирҙа бер үк ауырлыҡ категорияла ярышып, Сөләймәновтар финалға сыға һәм чемпион исемен яулайҙар[4]. Һуңыраҡ Хәбир Сөләймәнов Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауын яулай[3].
2010 йылда Глендейл (Калифорния) ҡалаһында уҙғарылған Бөтә донъя бокс берекмәһенең WBO NABO вакант титулына лайыҡ була[5].
Хәбир донъяның ҡайһы мөйөшөндә, ниндәй генә аудитория алдында сығыш яһамаһын, кемгә генә ҡаршы һуғышмаһын — американлығамы, мексиканлығамы — бокс башланыр алдынан башҡорт милли кейеме — елән һәм ҡамсат бүрек — кейеп алып, рингты бер-ике тапҡыр урап сыға. Уны бөтә донъяла тап башҡорт милли кейемендә таныйҙар[3].
Хәбир Сөләймәнов «БашГизхан» исемле тарихи роман яҙа һәм 2015 йылдың февраль аҙағында Өфөлә был китабының исем туйын үткәрә. Авторҙың үҙ әҫәре буйынса фильм төшөрөргә лә уйы бар[6][7].
Режиссёр Вилүрә Иҫәндәүләтова хәбәр итеүенсә, «Башҡортостан» киностудияһы Хәбир Сөләймәнов тураһында фильм төшөрөү өҫтөндә эшләй[8].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бокс буйынса Нью-Йорк чемпионы
- Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауы
- Бөтә донъя бокс берекмәһенең WBO NABO вакант титулы
- Кикбоксинг буйынса донъя чемпионы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙер Илембәт ауылы составында.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Хәлфетдинова Г. Бөркөттәй улдар үҫтереп // Башҡортостан ҡыҙы : журнал. — 2013. — № 3.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Ишбулатов И. Америкала башҡорт булып ҡара һин! // Киске Өфө : гәзит. — 2011. — № 39. — С. 9.
- ↑ Терновая Л. Хабир Сулейманов: «Дома со всеми стараюсь разговаривать на башкирском» . Башинформ (22 август 2012). Дата обращения: 19 ғинуар 2016.
- ↑ Слезин Д. Башкирский боксер Хабир Сулейманов снялся в новом голливудском клипе . Башинформ (17 август 2011). Дата обращения: 19 ғинуар 2016.
- ↑ Фәйезов Ә. Билдәле боксер Хәбир Сөләймәнов тарихи роман яҙған . Башинформ (27 февраль 2015). Дата обращения: 19 ғинуар 2016.
- ↑ Ишбулатов И. Ситтә чемпионлыҡ яулаһан да тыуған ерҙә үҙең булып йәшә // Киске Өфө : гәзит. — 2015. — № 8.
- ↑ Ҡотлогилдина З. Вилүрә Иҫәндәүләтова: «Кино — халҡыңды донъяға танытыуҙың иң отошло юлы» . Башҡортостан (5 ғинуар 2016). Дата обращения: 19 ғинуар 2016.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишбулатов И. Америкала башҡорт булып ҡара һин! // Киске Өфө : гәзит. — 2011. — № 39. — С. 9.
- Башҡорт батыры Американа яулай. «Башкортостан» гәзите. 2 июль, 2011 й.(недоступная ссылка)
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының сифатлы мәҡәләләр исемлегенә инә. |