Сөләймәнов Фәтих Ҡәйүм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сөләймәнов Фәтих Ҡәйүм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 25 июль 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Арыҫланбәк, Бәләбәй кантоны
Вафат булған көнө 14 май 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Белорет, Белорет районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Эш урыны Белорет металлургия комбинаты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Сөләймәнов Фәтих Ҡәйүм улы (25 июль 1924 йыл — 14 май 1997 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1942–1979 йылдарҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Белорет металлургия комбинатының сым һыҙыусыһы һәм участка мастеры. СССР-ҙың 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1974—1979). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1987).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәтих Ҡәйүм улы Сөләймәнов 1924 йылдың 25 июлендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Иҫке Арыҫланбәк ауылында тыуған. Мпхсус урта белемле, 1971 йылда Белорет металлургия техникумын тамамлай.

Фәтих Сөләймәнов хеҙмәт юлын 1939 йылда Башҡортостан элемтә идаралығының Иҫке Арыҫланбәк почта бүлексәһендә почтальон булып башлай, һуңынан Белорет фабрика-завод мәктәбендә уҡый. 1942 йылдан алып Сѳләймәнов Белорет металлургия комбинатында сым һуҙыусы булып эшләй. Производство йөкләмәләрен арттырып үтәп, тик юғары сифатлы продукция эшләп сығара. Етештереүҙең смена нормаһын даими рәүештә 130—135 процентҡа үтәү уның өсөн ҡағиҙәгә әйләнә. Смена нормаһы 1,2 тонна тәшкил иткәндә, үҙенең станоктарында пландан тыш 500 тоннанан ашыу юғары сифатлы нәҙек сым етештереп, ете йыллыҡ йөкләмәне (1959—1965) арттырып үтәй. Норманан тыш 38 тонна юғары сифатлы нәҙек сым етештереп, 1965 йылда производство йөкләмәләрен 116,5 процентҡа үтәй. 1966 йылдың 8 айында норманан тыш 64 тонна юғары сифатлы сым бирә, был СССР-ҙа сым етештереүҙең иң яҡшы күрһәткесе булып тора.[1]

Сым һуҙыусы станоктарҙа Фәтих Сөләймәнов иң беренселәрҙән булып юғары сифатлы сым һуҙыуҙың яңы технологияларын индерә. Был технологияны индергән өсөн заводтың бер төркөм инженерҙары һәм етәксе хеҙмәткәрҙәре Сталин премияһына лайыҡ булалар (1952). Фәтих Ҡәйүм улы авторҙашлыҡта һәм шәхсән, йыллыҡ эффекты 3 600 һум тәшкил иткән 8 рационализаторлыҡ тәҡдимдәре индергән.

Фәтих Ҡәйүм улы ҙур йәмәғәт эше алып бара, сменаның партия етәксеһе, цех партия бюроһы ағзаһы, КПСС-тың Белорет ҡала комитеты ағзаһы итеп һайлана. Сменаның партия етәксеһе булараҡ, бригада, смена эшенең яйлы барыуына, хеҙмәт дисциплинаһын нығытыуға, коллективта тәрбиә эшенә иғтибарҙы күп бүлә. Тиҫтәләгән яңы эшсе, шул иҫәптән ете йыллыҡта 15 кеше әҙерләй.

Ҡара металлургия үҫешендә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы указы менән, Ф. К. Сөләймәновҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1975—1979 йылдарҙа Ф. К. Сөләймәнов М. И. Калинин исемендәге Белорет металлургия комбинатының участка бригадиры, 4-се цехтың сым һуҙыу бүлеге мастеры, 1979—1980 йылдарҙа — Белорет ҡалаһы граждандар оборонаһы штабының хәрбиләштерелгән һағы уҡсыһы булып эшләй.

Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1987). СССР-ҙың 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1974—1979).

Сөләймәнов Фәтих Ҡәйүм улы 1997 йылдың 14 майында Белорет ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.