Таж Мәхәл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тадж Махал битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Тадж Махал

Тадж Махал17 быуатта Бөйөк Махалдар хакиме Жахан Шах ҡатыны Мумтаз-Махал иҫтәлегенә төҙөткән мавзолей-мәсет.

Һиндостандың Утар Пладеш Агра ҡалаһында урынлашҡан. Донъяла иң матур биналарҙың береһе, Һиндостанға килеүсе туристар өсөн иҫтәлекле урын булып иҫәпләнә.

2007 йылда «Донъяның ете мөғжизәһе» итеп һайланған[1] 2,5 км ситтә урынлашҡан Агра Форты менән берлектә ЮНЕСКОның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.

Төҙөлөшө[үҙгәртергә]

Тадж Махал көнсығыштан күренеш
ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 252
рус.англ.фр.

Тадж Махал Могол архитектураһы өлгөһө булып тора – бында Ислам, Һиндостан, Персия (Иран) төҙөлөш сәнғәте өлгөләре ҡатнашҡан.

Жахан Шах үҙе өсөн дә мавзолей төҙөргө йыйына, әммә төҙөлөш башланмаҫ элек вафат була һәм Тадж Махалда ҡатыны менән ерләнә.

Тадж Махалды төҙөү өсөн төҙөлөш материалдары бөтә донъянан ҡайтарыла, уларҙы күсереү өсөн 10 000 кеше ҡатнаша. Төҙөлөш менән Әхмәд Лухара (Uhmad Ahmad Lahauri) етәкселек иткән тип иҫәпләнә. [2] Төҙөлөш 1653 йылда тамамлана.[3]

Хәүеф[үҙгәртергә]

Күптәр ҡасан да булһа төҙөлгән иң матур бина тип иҫәпләй. Тик, бина кислота ямғырҙары аҫтында әкренләп емерелә.[4] Яҡындаға нефть эшкәртеү заводтарын емереүҙә ғәйепләйҙәр. 1996 йылда Һиндостандың Юғары суда яҡындағы сәнәғәт объекттары Тадж Махалға зыян килтерә тип белдәрә.[5] Суд 10 400 км тирәлекте һаҡлау зонаһы тип иғлан итә. Заводтар таш күмер урынына тәбиғи газ ҡулланырға бурыслы.[6]

Күрергә килеүселәрҙең дә йоғонтоһо бат тип иҫәпләнә. Агра экологы Раджан Кишоре (Rajan Kishore) күрергә килеүселәр емерелеүгә баҫым яһай, һәм уларҙың һанан сикләргә тигән тәҡдим яһай.[7]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

  1. http://bashgazet.ru/obshestvo/5645-mgelek-y-bilde.html

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. http://www.new7wonders.com/en/the_whole_world_of_new7wonders/the_official_new_7_wonders_of_the_world/
  2. UNESCO advisory body evaluation.
  3. Ganguly, Meenaksy At The Taj Mahal, Grime Amid Grandeur - TIME. time.com (September 10, 2001). 2 апрель 2011 тикшерелгән.
  4. News - Environment: India's famed Taj Mahal is losing its lustre. iol.co.za. 29 апрель 2010 тикшерелгән.
  5. Morley, Ian ArchitectureWeek - Culture - Saving the Taj Mahal - 2007.0411. architectureweek.com (April 11, 2007). 2 апрель 2011 тикшерелгән.
  6. Why is the Taj Trapezium Zone and why is it called so?. Times of India (May 4, 2008). 2 апрель 2011 тикшерелгән.
  7. Fitzpatrick, Michelle Tourist boom puts Asia's treasures at risk. Agence France-Presse (March 8, 2011). 2 апрель 2011 тикшерелгән.