Бөйөк Ҡытай диуары
| Иҫтәлекле урын | |
|
Бөйөк Ҡытай диуары
长城 йәки 長城 |
|
| Пекин янында. | |
| Ил | Китай |
| Төҙөлгән | Б.Э.Т. III быуат—1644 |
| Статус | Дәүләт тарафынан һаҡлана. ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы өлөшө. Донъяның яңы ете мөғжизәһенең береһе |
| Сайт | Рәсми сайт |
| Викиһаҡлағыста исеме Бөйөк Ҡытай диуары | |
Бөйөк Ҡытай стенаһы (Ҡалып:Zh-тупб) — мөһим архитектура ҡомартҡыһы. Төньяҡ Ҡытай буйлап (тармаҡтарын иҫәпкә алып) 8 851,1 км оҙонлоҡтағы стена.
Йөкмәткеһе |
Тарихы [үҙгәртергә]
Стенаның беренсе өлөшөн төҙөү хунну күсмә халҡының һөжүменән һаҡланыу өсөн, император Цинь Ши-хуанди (Цинь династияһынан) хакимлыҡ иткән дәүерҙә б.э.т. 475—221 йылдарҙа төҙөлә. Төҙөлөштә халыҡтың биштән бер өлөшө, йәғни миллиондан ашыу кеше ҡатнаша. Стена 8 мең 851 км 800 м оҙонлоҡта төҙөлә.
Стена Ҡытайҙың иң төньяҡ сиген билдәләй һәм ватандаштарҙы ҡырағай ҡәбиләләргә ҡушылыуҙан һаҡлай. Стена Ҡытай цивилизацияһының сиктәрен билдәләй, яңы яулап алынған ерҙәрҙә берҙәм империя төҙөүгә булышлыҡ итә.
Хань династияһы хакимлыҡ иткән осорҙа (б.э.т. 206 — б.э. 220 йылдар) стена көнбайыш Дуньхуанға тиклем киңәйтелә. Сауҙа ҡарауандарын күсмә халыҡ һөжүменән һаҡлау өсөн сүллек эсендә ҡарауыл башнялары төҙөлә.
Стенаның беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған өлөшө башлыса Мин династияһы (1368—1644 йылдар) дәүерендә төҙөлә. Был дәүерҙә төҙөлөш материалдары башлыса кирбес һәм таш була. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә стена көнсығыштан көнбайышҡа тиклем, Бохай ҡултығынан Һары диңгеҙгә тиклем йәйелә.
Емерелеүе һәм тергеҙелеүе [үҙгәртергә]
Цин династияһы (1644—1911 йылдар) дәүерендә стенаға ихтибар күрһәтмәү арҡаһында өс быуат эсендә стена емерелеп бөтә. Тик беләкәй генә Пекин —Бадалин өлөшө «башҡала ҡапҡаһы» булараҡ һаҡланып ҡала. 1899 йылда Америка гәзиттәре стена емереләсәк, уның урынына шоссе юл төҙөләсәк тигән хәбәр тарата.
1984 йылда Дэн Сяопин башланғысы менән Бөйөк Ҡытый стенаһын реставрациялау программаһы ғәмәлгә ашырыла. Был программа Ҡытай, сит ил компаниялары, шәхси кешеләр тарайынан финанслана.
Ҡыҙыҡлы факттар [үҙгәртергә]
- Таш блоктарҙы һалыу өсөн йәбешкәкле дөгө бутҡаһы менән һүндерелгән эзбис ҡулланғандар.
- Йыл һайын «Бөйөк стена» тип аталған еңел атлетика марафоны үткәрәләр, дистанцияның бер өлөшөн спортсмендар стена һырты буйлап йүгерәләр.
- Бөйөк Ҡытай стенаһын орбита станцияларынан ябай күҙ менән күреп булмай тигән фекер йәшәһә лә, спутниктар төшөрөлгән фотоларҙа күрергә була.
Галерея [үҙгәртергә]
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Е. Н. Грицак. Пекин и Великая Китайская стена, Вече, Москва, 2005, ISBN 5-9533-0778-0
Һылтанмалар [үҙгәртергә]
- Великая китайская стена — статья в БСЭ
- 长城 — статья из Байдупедии(ҡыт.)
- Великая китайская стена («Стена слез»; «Железный занавес»; XX век.)
- Всемирное наследие ЮНЕСКО — Великая китайская стена
- Великая китайская шоколадная стена