Чичен-Ица

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чичен-Ица
Нигеҙләү датаһы 455
Рәсем
ХФА-лағы транскрицияһы tʃiːˈtʃɛn iːˈtsɑː
Культура Майя
Дәүләт  Мексика[1]
Административ-территориаль берәмек Юкатан[d]
Урын Chichén-Itzá[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1178
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы һәм Cultural property under special protection[d]
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (i)[d][2], (ii)[d][3] һәм (iii)[d][3]
Карта
 Чичен-Ица Викимилектә

Чиче́н-Ица́ (исп. Chichén Itzá, ацт. Chichen Itzā, юк. Chi’ch'èen Ìitsha) — майяларҙың сәйәси һәм мәҙәни үҙәге. Мексикала Юкатан ярымутрауының төньяғында, Мерида ҡалаһынан көнсығышҡа табан 120 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Ица ҡәүеменең изге ҡалаһы.

2007 йылда New Open World Corporation ойошмаһы тарафынан уҙғарылған һораунамә һөҙөмтәләре буйынса, ҡала Донъяның ете яңы мөғжизәһе тип танылған[4].

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майя телдәрендә Чичен-Ица «Ица ҡоҙоғоноң (шишмәһенең) тамағында» йәки «Һыу сихырсылары ҡоҙоғоноң ауыҙы» тип аңлатыла. Чи — «ауыҙ» йәғни «[бер нимәнең] сите», ә чен ҡоҙоҡ/һыу сығанағы тигәнде аңлатыуы мөмкин. Ица ҡәүеме бер осорҙа ҡала тирәләй урынлашҡан төбәктә сәйәси һәм иҡтисади өҫтөнлөккә ирешкән[5]. Ица атамаһы моғайын «сихырсы, тылсымсы» тип, ә анығыраҡ иц — «сыхырсы» һәм xa — «һыу» тип аңлатыла[6].

Чилам-Балам кодексында ҡаланың башҡа атамаһы күрһәтелә, бәлки ул Ица гегемонияһы башланғанға тиклем ҡулланылған. Ләкин орфография ҡағиҙәләре аҙаҡҡаса асыҡланып бөтмәгәс, бер нисә варианты булған яҡынса исеме генә билдәле: Юук Ябнал (Ете бөйөк йорт)[7], Юук Хаб Нал (Ете ҡыуаҡлы урын)[8], Юукуабнал (Ете бөйөк хаким)[9] һәм Ук Абнал (Абналдың ете юлы)[К 1]. Был исем майяларҙың һуңғы классик осороноң каллиграфик тексында телгә алына[10].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Обсерватория

Яҡынса 455 йылда нигеҙ һалыныуы мөмкин[11]. Ҡаланы шартлы рәүештә ике төркөмгә бүлергә була. Беренсеһенә беҙҙең эраның VI—VII быуаттарына һәм майя мәҙәниәте осорона ҡараған бина-ҡаралтылар инә. Икенсе төркөм биналары беҙҙең эраның X—XI быуаттарында тольтектар дәүеренә ҡарай.

X быуатта тольтектар тарфынан яулап алына. XI быуат уртаһында Чичен-Ица тольтек дәүләтенең баш ҡалаһы була. Артабан өс ҡала-дәүләттәре — Майяпан, Ушмаль һәм Ицмаль ҡала-дәүләттәренең Хунак Кеель етәкселегендәге берләшкән ғәскәре тарафынан тар-мар ителгән. Испания яулап алыуҙарына ҡарай (XVI быуат уртаһы) Чичен-Ица емереклектәр рәүешендә була.

1194 йылдан һуң ҡала тулыһынса бушай. Быға нимә сәбәпсе булғаны тураһында аныҡ мәғлүмәттәр юҡ. Мексика биләмәһенә баҫып ингән испан яулап алыусыларының сәйәсәте манускрипттарҙы яндырыуҙы һәм майя халҡының дин әһелдәрен үлтереүҙе үҙ эсенә алған. Әммә археологтар асыҡлауынса, Чичен-Ица XIII быуатта һөжүмгә дусар ителә һәм талана, шул уҡ ваҡытта ҡаланың күрше төбәктәргә иҡтисади йоғонтоһо кәмей башлай[12], моғайын, был ҡала элитаһының тамамланыуына һәм Чичен-Ицаның бөлгөнлөккә төшөүенә килтергәндер[13]. Мексикаға испандар баҫып ингәс, улар ҡаланы буш тапҡан, ләкин, испан сығанаҡтарына ярашлы, ҡаланың үҙендә йәки уның тирәһендә майяларҙың компактлы биләмәләре урынлашҡан булған[14]. Испания сығанаҡтары раҫлауынса, ҡала емереклектәре индеецтар өсөн изге урынға әүерелгән[15][16].

Сәйәси ҡоролошо һәм иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1980-се йылдарҙа археологтар һуңғы классик осорҙағы күпселек ҡалаларҙан айырмалы рәүештә Чичен-Ица бер генә хаким йәки династия тарафынан контролдә тотолмаған, тигән һығымтаға килгән. Уның урынына совет булған, уның составына элиталы каста вәкилдәре ингән[17][18]. Теория 1990-сы йылдарҙа ла популяр булып ҡала, ләкин һуңынан һорау ҡуйыла, сөнки һуңғы ваҡытта майяларҙың башҡа ҡалаларындағы кеүек үк традицион идара итеү формаһына дәлилдәр күбәйә[19].

Чичи-Ица үҙенең сәскә атҡан осоронда ҡеүәтле иҡтисади держава булып ҡала, уның йоғонтоһо майяларҙың төньяҡ ерҙәренә тарала[20], атап әйткәндә, ҡала халҡы һирәк осраған тау тоҡомдарын һәм металдарҙы — Мексиканың үҙәк өлөшөндә генә осраған обсидианды һәм көнбайыш-үҙәк Американан алтынды сығара алған[21]. Беҙҙең эраның 900 һәм 1050 йылдары араһында Чичен-Ица төньяҡ һәм үҙәк Юкатандың иҡтисадын контролдә тотоусы иҡтисади державаға һәм сауҙа оазисына әүерелә[22].

Архитектура ҡомартҡылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яугирҙар ҡорамы
Яугирҙар ҡорамы
Ҡаланың үҙәк өлөшө схемаһы

Чичен-Ица территорияһында бер нисә тапҡыр археологик ҡаҙыу эштәре алып барылған, һөҙөмтәлә майя-тольтектарҙың архитектура ҡомартҡылары асыла:

  • «Кукулькан ҡорамы» - һәр яҡта киң баҫҡыстары менән 24 метр бейеклектәге 9 баҫҡыслы пирамида;
  • 4 баҫҡыслы пирамидала «Яугирҙар ҡорамы»;
  • «Ягуарҙар ҡорамы» (икеһеһенең дә стеналарына биҙәк төшөрөлгән);
  • «Караколь» - обсерватория;
  • Туп менән уйнау өсөн 7 «стадион», уларҙан «Уэго де Пелота» (һүҙмә һүҙ менән әйткәндә: «Туп менән уйнау өсөн ҙур майҙан») - майялар тарафынан булдырылған иң ҙур уйын майҙансығы.Уның оҙонлоғо 135 метр тәшкил итә;
  • «Мең колонна төркөмө» - тура дүртмөйөш барлыҡҡа килтереүсе 4 колоннадаларҙың емереклектәре;
  • Изге сенот - 50 метр самаһы тәрәнлектәге тәбиғи ҡоҙоҡ, ул ҡорбан килтереү өсөн хеҙмәт иткән.

Шулай уҡ үҙенсәлекле пластик формаларҙы стилләштерелгән илаһтар һындары, үҫемлек һәм геометрик орнаментикаға бай рельефтар, ваҡ пластика һәм художестволы кәсептәр әҫәрҙәре һаҡланып ҡалған.

Хәҙерге хәле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чичен-Ица ЮНЕСКО тарафынан донъяның мәҙәни мираҫ объекты тип танылған һәм туристар араһында популярлыҡ буйынса Мексикала икенсе археологик ҡаҙылмалар урыны булып тора.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Цомпантли
Цомпантли

Комментарийҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Uuc Yabnal становится Ук Абнал, что означает Семь Абналов или Семь путей Абнала, где слово Абнал может означать имя семьи, согласно утверждению Ральфа Ройса (Roys 1967, p.133 n7).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. всемирное наследие
  3. 3,0 3,1 http://whc.unesco.org/en/list/483
  4. В Лиссабоне назвали семь новых чудес света 2012 йыл 12 май архивланған. // Лента.ру, 8 июля 2007
  5. Boot, 2005, p. 37
  6. Chan, 1993, p. 13
  7. Luxton, 1996, p. 141
  8. Koch, 2006, p. 19
  9. Sharer and Traxler 2006, p.562.
  10. Osorio, 2005, p. 458
  11. Стингл М. Тайны индейских пирамид. — Москва, 1982. — 248 с.
  12. Thompson, 1966, p. 137
  13. Andrews et al., 2003
  14. Chamberlain, 1948, pp. 136, 138
  15. Restall, 1998, pp. 81, 149
  16. Landa, 1937, p. 90
  17. Freidel, 1988
  18. Sharer and Traxler, 2006, p. 581
  19. Schmidt, 2007, pp. 166-167
  20. Palma, 2005, pp. 539-540
  21. Palma, 2005, pp. 540
  22. Palma, 2005, pp. 537-541

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Andrews, Anthony P.; E. Wyllys Andrews V; Fernando Robles Castellanos The Northern Maya Collapse and its Aftermath (mis) // Ancient Mesoamerica. — New York: Cambridge University Press, 2003. — Т. 14. — № 1. — С. 151—156. — ISSN 0956-5361. — DOI:10.1017/S095653610314103X
  • Boot, Erik. Continuity and Change in Text and Image at Chichen Itza, Yucatan, Mexico: A Study of the Inscriptions, Iconography, and Architecture at a Late Classic to Early Postclassic Maya Site (инг.). — Leiden, The Netherlands: CNWS Publications, 2005. — (CNWS Publications no. 135). — ISBN 90-5789-100-X.
  • Chamberlain, Robert S. The Conquest and Colonization of Yucatán 1517–1550 (инг.). — Washington D.C.: Carnegie Institution of Washington, 1948.
  • Cobos Palma, Rafael. Chichén Itzá: Settlement and Hegemony During the Terminal Classic Period // The Terminal Classic in the Maya Lowlands: Collapse, Transition, and Transformation (инг.) / Arthur A. Demarest; Prudence M. Rice; Don S. Rice. — paperback. — Boulder, Colorado: University Press of Colorado, 2005. — P. 517—544. — ISBN 0-87081-822-8.
  • Freidel, David Yaxuna Archaeological Survey: A Report of the 1988 Field Season (инг.) : journal. — Foundation for the Advancement of Mesoamerican Studies, 1988.
  • Koch, Peter O. The Aztecs, the Conquistadors, and the Making of Mexican Culture (инг.). — Jefferson, North Carolina: McFarland & Co., 2006. — ISBN 0-7864-2252-1.
  • Diego de Landa. Yucatan Before and After the Conquest (билдәһеҙ) / William Gates (trans.). — Baltimore, Maryland: The Maya Society, 1937.
  • Luxton, Richard N. (trans.). The book of Chumayel : the counsel book of the Yucatec Maya, 1539-1638 (инг.). — Walnut Creek, California: Aegean Park Press, 1996. — ISBN 0-89412-244-4.
  • Osorio, José León. La presencia del Clásico Tardío en Chichen Itza (600-800/830 DC) // XIX Simposio de Investigaciones Arqueológicas en Guatemala, 2005 (исп.) / J.P. Laporte, B. Arroyo y H. Mejía. — Guatemala City, Guatemala: Museo Nacional de Arqueología y Etnología, 2005. — С. 455—462. Архивная копия от 14 сентябрь 2011 на Wayback Machine
  • Piña Chan, Román. Chichén Itzá: La ciudad de los brujos del agua (исп.). — Mexico City: Fondo de Cultura Económica (инг.)баш., 1993. — ISBN 968-16-0289-7.
  • Restall, Matthew. Maya Conquistador (билдәһеҙ). — Boston, Massachusetts: Beacon Press (инг.)баш., 1998. — ISBN 978-0-8070-5506-9.
  • Roys, Ralph L. (trans.). The Book of Chilam Balam of Chumayel (билдәһеҙ). — Norman, Oklahoma: University of Oklahoma Press (инг.)баш., 1967.
  • Schmidt, Peter J. Birds, Ceramics, and Cacao: New Excavations at Chichén Itzá, Yucatan // Twin Tollans: Chichén Itzá, Tula, and the Epiclassic to Early Postclassic Mesoamerican World (инг.) / Jeff Karl Kowalski; Cynthia Kristan-Graham. — Washington D.C.: Dumbarton Oaks Research Library & Collection : Distributed by Harvard University Press, 2007. — ISBN 0-88402-323-0.
  • Robert Sharer; Loa P. Traxler. The Ancient Maya (билдәһеҙ). — 6th (fully revised). — Stanford, CA: Stanford University Press, 2006. — ISBN 0-8047-4817-9.
  • J. Eric S. Thompson. The Rise and Fall of Maya Civilization (билдәһеҙ). — Norman, Oklahoma: University of Oklahoma Press (инг.)баш., 1966. — ISBN 0-8061-0301-9.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Галленкамп Ч. Майя: Загадка исчезнувшей цивилизации / Чарльз Галленкамп; Пер. с англ. В. И. Гуляева. — М.: Наука, 1966. — 216 с. — 40 000 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]