Татар нәхүенең мохтасары (М. Өмөтбаев)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Татар нәхүенең мохтасары
Жанр фәнни-популяр әҙәбиәт[d]
Автор Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы
Нәшер ителеү урыны Ҡазан
Нәшер ителеү ваҡыты 1901

«Татар нәхүенең мохтасары» йәғни «Ҡыҫҡаса татар грамматикаһы»[1] — башҡорт шағиры, мәғрифәтсеһе, тарихсы, публицист, телдәр белгесе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың 1901 йылда Ҡазанда баҫылған хеҙмәте.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1899 йылда Өфөлә ғалим-мөғәллимдәрҙең ҙур кәңәшмәһе үтә. Туған тел-әҙәбиәтте уҡытыу менән бергә, унда төрки әҙәби теленең бәхәсле мәсьәләләре лә тикшерелә[2].

Ваҡиға «Татар әҙәби тел тарихы (XIII—XX йөҙ башы)» академик китабында былай тип яҡтыртыла:

« 1899 йылда Өфөлә яҙма телде төҙәтеүгә бағышланған беренсе Ғилми мәжлес йыйыла һәм «Рәсәй төркиҙәре» тигән төшөнсә-атама рәсмиләштерелә. Йыйылыштың сәркәтибе Ф. Кәрими була [Курбатов, 1999,134 Татар әдәби теле тарихы (XIII гасыр – XX йөз башы) б. 43]. Был мәжлестән һуң яҙылган дәреслектәр татар тип исемләнһә лә, мәҫәлән, «Татар нәхүенең мохтәсары» (Өмөтбаев, 1901$ Тереғолов, 1901), эҙлекле булып төрки термины ҡулланыла: «Кавагыйде төркийә» (Мөхәммәтфәйзи, 1898), «Сарфе төрки» (Г. Тәүфикъ, 1900), «Сарфе төрки» (Т. Габдрахман, 1900), «Төрки теле» (Сираҗи, 1902; Ш. Таһири, 1904), «Төрки сарфы» (Ә. Мостафа, 1905, 1909), А. Мөхәммәдрәхим (1905), «Мохтәсар яңа сарфе төрки» (М. Мәккәи, 1907, 1912) һ.б.[3]

»

Был кәңәшмәлә һәр халыҡтың үҙ һөйләү теленә нигеҙләнгән һәм милли әҙәби телде булдырырға тигән ҡарашты яҡлаған М. Биксурин, татар мәғрифәтсеһе Ҡ. Насыри, Х. Фәйезхановтарҙың төркөм фекере еңеп сыға. Ҡабул ителгән ҡарарҙар нигеҙендә М. Өмөтбаевҡа үҙе әйткәнсә «башҡорт һәм татар ҡәрҙәштәргә яңы ысулда» яңы грамматика яҙыу бурысы төшә[2][4].

Бында ул дөйөм төрки теле сиктәрендә татар һәм башҡорт телдәренең үҙенсәлектәренә ҙур иғтибар бүлә. Инеш һүҙендә Өмөтбаев былай тип яҙа: «Беҙҙең татар теле боронғо сығатай һәм башҡорт теленән килеп сыҡҡан. Сығатай нәҫеленән сыҡҡан ҡыпсаҡтар, ҡырғыҙҙар, башҡорттар һәм төркмәндәр һөйләшкән. Улар үҙҙәре лә үҙ телен „төрки тел“ тип атай»[2].

М. Өмөтбаевтың грамматикаларынан «Татар грамматикаһы» үҙенең теоретик һәм материаль базаһы менән башҡаларҙан бик айырыла[5] [6].

«Татар нәхүенең мохтасары»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәреслек рус телендә яҙылған. Дүрт киҫәктән тора[6].

1. Хәрефтәрҙең үҙенсәлектәре.

2. Һүҙҙәрҙең килеп сығыуы.

3. Дөрөҫ яҙыу.

4. Һүҙьяһалыш.

Өс һуҙынҡы өн — а, у, и , 29 тартынҡы өн булыуын, ике төрлө һан (күплек, берлек), килеш категорияһын күрһәтә.

Исем, сифат, һан, алмаш, ҡылым ентекле рәүештә айырым-айырым ҡарала.

Сифат һүҙ төркөмөндә өс төрлө сифат дәрәжәһе: ыңғай, сағыштырыу, артыҡлыҡ дәрәжәләре бар икәнлеге әйтелә. Уларҙың яһалыш формалары түбәндәгесә: а) сағыштырыу дәрәжәһе. Исемгә — дан-дән, ҙан-ҙән, тан-тән, нан-нән ялғауҙары ҡушылыу йә булмаһа — ҙур, бәләкәй; матур-йәмһеҙ кеүек һүҙҙәр ярҙамында: Мәскәү Ҡазандан ҙур. Был ҡәләм теге ҡәләмдән бәләкәй.

б) артыҡлыҡ дәрәжәһе Сифат алдында рәүеш ҡуйыу юлы менән: бик яҡшы кеше, иң таҙа кеше, иң яҡшы кеше.

Шулай уҡ тәүге сифатҡа хәрефтәр өҫтәү юлы менән:һап-һары, ап-аҡ; йәнә сифаттар алдына сөм-ҡара, сөм-ҡыҙыл.

II. Һан. Уларҙы автор 5 разрядҡа бүлә:

1. Иҫәп һандары — бер, ике, биш, ун, йөҙ;

2. Рәт һандары - беренсе, икенсе, бишенсе, унынсы

3. Бүлем һандары — улар төп һандарҙан, һуҙынҡыға бөткәндәренә -шар, тартынҡыға бөткәндәренә -ар ялғауҙары ҡушылып яһала: берәр, икешәр, дүртәр, бишәр.

4. Кәсер һандары

5. Йыйыу һандары

III. Алмаштар

IV. Ҡылым

V. Һөйкәлештәр

Әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Автор башҡорт теленең лексик ҡатламын, фонетик, морфологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә ала, үҙ атамаларын (терминдарын) билдәләләргә тырыша[2].

Филология фәндәре докторы Ғиниәт Ҡунафин был хеҙмәттең әһәмиәтен түбәндәгесә баһалай:

« «Татар нәхүенең мохтасары» — башҡорт тел ғилеме тарихында конкрет бер телдең факттарын системаға һалып биреүсе тәүге эштәрҙең береһе. Автор рус телендәге род һәм килеш менән үҙгәреүҙең бер генә формаһың ҡулланылыуын, енес-заттарҙың айырып күрһәтеүсе һүҙ сараларының булыуын миҫалдар менән күрһәткән. Төҙөлөшө һәм концепцияһы буйынса ул XX быуат башында донъя күргән "татар" грамматикаһынан ныҡ айырыла. Татар тигән атама йөҙөндә бер татар халҡының телен түгел, заманында күп кенә төрки халыҡтары өсөн уртаҡ булған төрки яҙма әҙәби телен күҙ уңында тота [4]. »

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Каталог Арабографических книг/ Национальный музей Республики Башкортостан / Уфа-2001 г., стр.24 (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 [Ғ.Хөсәйенов. «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев». — Өфө: «Китап», 1991 й. — С. 240-сы б..]
  3. Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһы / Ғ.Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты / Татар әҙәби теле һәм тарихы (XIII-XX йөҙ башы) I том, 133-134-се б.б(недоступная ссылка)
  4. 4,0 4,1 «Ватандаш» 2001 № 8 196-197-се б.б. Ғ.Ҡунафин «Ваҡыт сиктәрен ашҡан ижад»
  5. Өмөтбаевтың архивы. 3-сө том, 49-67 -се б.б.
  6. 6,0 6,1 Т.Килмөхәмәтов. «Халыҡсанлыҡ көсө». — Өфө: «Китап», 1998 й. — С. 246—267-се б.б..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]