Түбәнге Маншыр ауыл Советы (Дүртөйлө районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Түбәнге Маншыр ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Түбәнге Маншыр
Административ-территориаль берәмек Дүртөйлө районы
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм UTC+05:00[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008
Почта индексы 452313

Түбәнге Маншыр ауыл Советы — Дүртөйлө районы составындағы 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452313. ОКАТО коды — 80224824000. Семилетка ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә.

Ауыл Советы составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәнге Маншыр ауылы — административ үҙәк, Ҡораласыҡ ауылы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы ст.1 п. белдерә[1]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Семилетка ауылында админитсратив үҙәге менән, «Семилетка» атамаһын һаҡлап, Семилетка, Түбәнге Аташ, Түбәнге Маншыр ауыл Советтарын берләштерергә.

Түбәнге Аташ ауыл Советының Түбәнге Аташ, Таштау ауылдарын, Түбәнге Маншыр ауыл Советының Түбәнге Маншыр, Ҡораласыҡ ауылдарын Семилетка ауыл Советы составына индерергә.
Семилетка ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Түбәнге Аташ һәм Түбәнге Маншыр ауыл Советтарын алып ташларға.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылға Саҡмағош районы, Семилетка ауыл Советы, Түбәнге Аташ ауыл Советы, Әсән ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы")[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]