Төньяҡ полюс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Координаталар: 90° с. ш. 0° в. д. / 90° с. ш. -0° в. д. / 90; -0 (G) (O)

1 Төньяҡ ҡотоп
2 Төньяҡ магнит ҡотоп
3 Төньяҡ геомагнит ҡотоп
4 Төньяҡ етеп булмаған ҡотоп

Төньяҡ ҡотоп, йәки Географик Төньяҡ ҡотоп — ерҙең әйләнеү күсәренең Төньяҡ ярымшарҙа ер йөҙө аша үткән нөктә. Төньяҡ Боҙ океанының урта өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡ ҡотоп һәм Төньяҡ магнит ҡотоп төрлө урындалар, уларҙы бутарға ярамай.

Төньяҡ ҡотоп ҡоро ерҙә булған Көньяҡ ҡотопҡа ҡапма-ҡаршы урынлашҡан. Ерҙәге һәр бер нөктә Төньяҡ ҡотопҡа ҡарата көньяҡ йүнәлештә урынлашҡан. Төньяҡ ҡотоптоң географик координаталары: төньяҡ киңлектең 90°00′00″. Ҡотоптоң оҙонлоғо юҡ, сөнки бөтә меридиандарҙың киҫешеү нөктәһе булып тора. Төньяҡ ҡотоп шулай уҡ бер ниндәй ҙә сәғәт бүлкәтенә инмәй. Көн һәм төн бында яртышар йыл дауам итә.

Төньяҡ ҡотоптағы океандың тәрәнлеге 4261 («Мир» аппаратының 2007 йылғы)[1] йәки 4087 метр («Наутилус» һыу аҫты кәмәһенең 1958 йылғы үлсәүҙәре буйынса).

Төньяҡ ҡотопҡа иң яҡын ер киҫәге булып Каффеклуббен йәки ATOW1996 утрауы иҫәпләнә; ә иң яҡын тораҡ пункты — Төньяҡ ҡотоптан 817 км алыҫлыҡтағы Элсмир утрауындағы Алерт ауылы (Нунавут, Канада территорияһында).

Ҡышын Төньяҡ ҡотопта уртаса температура — −40 °C тирәһе, йәйгеһен күбеһенсә 0 °C яҡын була.

Төньяҡ полюс аша совет осоусы Валерий Павлович Чкалов беренсенән булып осто (1937 йыл, Мәскәү-Ванкувер).

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. Глубина 4261 метр. Paulsen. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 февраль 2012. 12 ғинуар 2012 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Полюсы Земли // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (урыҫ.)
  • Калверт Дж. Подо льдом к полюсу = Surface at the Pole / Сокращенный перевод с английского Н. Г. Кузнецова — М.: Воениздат, 1962. — 208 б. — 15 000 экз.
  • Корякин В. С. Фредерик Альберт Кук — М.: Наука, 2002. — 248 б. — (Научно-биографическая литература). — ISBN 5-02-022730-7.
  • Лактионов А. Ф. Северный полюс — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Морской транспорт, 1960. — 525 б. — 9000 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Видеояҙма — төньяҡ ҡотопта 2010 йыл апрель һәм сентябрь араһында торған вебкамеранан алынған.