Уолт Дисней
| Уолт Дисней | |
| Walt Disney | |
| Тыуған ваҡыты: | |
|---|---|
| Тыуған урыны: | |
| Вафат ваҡыты: | |
| Вафат урыны: | |
| Гражданлығы: | |
| Һөнәре: |
художник-мультипликатор (аниматор), кинорежиссёр, сценарист, продюсер, актёр |
| Карьера: | |
| Йүнәлеше: |
ғаилә өсөн кино |
| Наградалары: | |
| IMDb: | |
| Walt Disney Family Museum | |
Уо́лтер Эла́йас «Уолт» Ди́сней (ингл. Walter Elias «Walt» Disney, МФА: [ˈwɔlt ˈdɪzni][1], 5 декабрь 1901 — 15 декабрь 1966) —художник-мультипикатор, конорежиссёр, актёр, сценарист, продюссер; «The Walt Disney Company» компанияһына һәм хәҙерге заманда медиаимперияға әйләнгән «Walt Disney Productions» компанияларына нигеҙ һалыусы.
Киноматография тарихында беренсе тауышлы, музыкаль тулы метражлы мультфильмдар төшөрөүсе. Үҙенең ғәҙәттән тыш көсөргәнешле ғүмерендә Уолт Дисней режиссёр булараҡ 111 фильм төшөрә һәм 576 киноның продюссеры була. Кино сәнғәте өлкәһендәге күренекле хеҙмәттәре өсөн 25 "Оскар" статуэткаһы, "Оскар" статусында булған Ирвинг Тальберг исемендәге премия һәм башҡа бик күп премиялар һәм наградалар менән бүләкләнә.
Йөкмәткеһе |
Биографияһы [үҙгәртергә]
Бала сағы [үҙгәртергә]
Уолт Дисней 1901 йылдың 5 декарендә Чикагола тыуа. Уның ата-бабаларында инглиздәр, ирландар, немецтәр булған. 1906 йылда уның ғаиләһе Миссури штатына фермағы, 1910 йылда Канзас-сити штатына күсенә. 14 йәшендә гәзит таратыусы булып эшләй. Беренсе Бөтә Донъя һуғышы йылдарында Францияла Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенең санитар машинаһында хеҙмәт итә.
1919 йылда Дисней кинореклама студияһына художник булып эшкә урынлаша, шунда үҙенең беренсе реклама фильмларын эшләй, шул ваҡытта уның рәсем анимацияһында экспериментын дауам итеү теләге тыуа. Ваҡыт үтеү менән Дисней Канзас-Ситила үҙенең «Laugh-O-Gram» анимация студияһын аса, Аб Айверкс уның компаньоны һәм баш аниматоры була. Тик фирма бөлгөнлөккә төшә.
Дебют [үҙгәртергә]
В 1922—1937 йылдарҙа ижади хеҙмәткәр булараҡ эшләй, һуғыштан һуң кино төшөрөү менән мәшғүл була. 1923 йылда Дисней Лос-Анжелесҡа килеп үҙенең туғаны Рой менән Голливудта ҙур булмаған The Walt Disney Company анимация студияһын аса.
1924 йылдың 1 мартында Динсей, Льюис Керроллдың "Алиса мөғжизәләр илендә" китабы буйынса төшөрөлгән "Алисаның диңгеҙҙәге көнө" исемле беренсе фильмын тәкдим итә. 1926-1927 йылдарҙа рәсем эшләп төшөргән фильмдар серияһын ошо китап героиняһы хөрмәтенә "Алиса мультипикация илендә" тип атай (Алиса мажаралары тураһында Дисней барлығы 56 фильм төшөрә). Шул ваҡытта дисней мультфильмдары стиле формалаша.
Микки Маус һәм башҡалар [үҙгәртергә]
1927 йылда "Кролик Освальд" ҙур танылыу яулай, уның төп геройы Дисней фильмдарының танылған персонаждары геллереяһын аса. Аб Айверкс төшөргән сысҡан балаһы Микки Маусты башта Мортимер тип атайҙар, ул һуңғараҡ хәҙерге дөтә донъяға таныш исемен ала. Сысҡан балаһы Микки Маус беренсе тапҡыр "Ахмаҡ аэроплан" фильмында барлыҡҡа килә (1928), ошо уҡ йылда Диннейҙың беренсе рәсемдәр менән төшөрөлгән синхрон тауышлы "Пароходик Вилли" фильмының төп геройы була. Беренсе ленталарҙа Дисней сысҡан балаһына үҙенең тауышын яҙҙыра, тиҙҙән был фильм режиссёрға уңышҡа юл аса.
1929 йылда Дисней "Бер ҡатлы симфония" мульфильмдары циклында эшләй, 1938 йылда 70-тән артыҡ серияһын төшөрә, шул иҫептән "Һөлдәләр бейеүе" (1929), "Ерәнес өйрәк балаһы" (1932), "Өс сусҡа бәрәсе" (1933). Был фильмдарҙа Плуто (1930) исемле эт, Гуфи (1932) исемле ҡарауыл эте һәм өйрәк себеше Дональд Дак (1934) ҡатнаша.
Үлеме [үҙгәртергә]
Дисней 1966 йылдың 15 декабрендә Лос-Анжелеста үпкә янан шеш ауырыуынан үлә. Был ваҡиғанан һуң уның исемен йөрөкән компания үҙ фильмдарында сигарет күрһәтмәҫкә тигән стратегик ҡарар ҡабул итә.
Ул үлгәндән һуң киностудия балалар өсөн анимацион һәм уйын фильмдарын төшөрөүҙе дауам итә. 1968 йылда Дисней үлгәндән һуң АҠШ-тың юғары наградаһы - Когресстың Алтын миҙалы менән бүләкләнә.
Мультипикатор криоген камерала, алыҫ киләсәктә иретеп алыу ысула табылғас терелеү өмөтө менән туңдырылған, тигән фараз йәшәп килә. Ысынында иһә, ул Форест-Лаун зыяратында ерләнгән.
Һылтанмалар [үҙгәртергә]
- Walt Disney Family Museum(инг.)
- Walt Disney’s hobby: Miniature garden railroading(инг.)
- Time Magazine profile(инг.)
- Walt Disney at justdisney.com(инг.)
- Биография Уолта Диснея
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Barrier, Michael (1999). Hollywood Cartoons: American Animation in Its Golden Age. Oxford: Oxford University Press. ISBN 0-19-516729-5.
- Mosley, Leonard. Disney’s World: A Biography (1985, 2002). Chelsea, MI: Scarborough House. ISBN 0-8128-8514-7.
- Schickel, Richard and Dee, Ivan R (1967, 1985, 1997). The Disney Version: The Life, Times, Art and Commerce of Walt Disney. Chicago: Ivan R. Dee, Publisher. ISBN 1-56663-158-0.
- Thomas, Bob (1991). Disney’s Art of Animation: From Mickey Mouse to Beauty and the Beast. New York: Hyperion. ISBN 1-56282-899-1
Иҫкәрмәләр [үҙгәртергә]