Ураҙғолов Рәлис Ришат улы
Рәлис Ураҙғолов | |
Исеме: |
Ураҙғолов Рәлис Ришат улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы, журналист. 2007 йылдан — «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе |
Жанр: |
проза |
Дебют: |
«Тамуҡ юлы» (хикәйә) — 2000 йыл |
Премиялары: | |
Ураҙғолов Рәлис Ришат улы (10 ғинуар 1965 йыл) — башҡорт журналисы, яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар (1993) һәм Яҙыусылар союздары (2002) ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1995).
Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәлис Ришат улы Ураҙғолов 1965 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылында тыуған. 1996 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
- 1983—1985 йылдар — Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеү.
- 1985—1987 йылдар — Иҫке Муса ауыл мәҙәниәт йорто директоры.
- 1992—1993 йылдар — «Хеҙмәт даны» Ҡырмыҫҡалы район гәзитендә хәбәрсе, бүлек мөдире.
- 1993—2000 йылдар — «Йәшлек» гәзитендә хәбәрсе, бүлек мөдире.
- 2000—2006 йылдар — «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе.
- 2006—2007 йылдар — «Ағиҙел» журналының публицистика бүлеге редакторы.
- 2007 йылдан — «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәлис Ураҙғолов үҙен отҡор һүҙле һәм тос фекерле журналист итеп танытты. Республика һәм илебеҙ йәштәренең көнүҙәк проблемаларына арналған темаларға яҙылған һәм «Йәшлек» гәзитендә баҫылған публицистик материалдары һәм очерктары өсөн ул 1995 йылда Башҡортостан Журналистар союзының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ булды.
Республиканың төп ижтимағи-сәйәси гәзите «Башҡортостан»дың хеҙмәткәре булараҡ, тәжрибәле журналист иҡтисад, ауыл хужалығы, экология һәм башҡа халыҡты борсоған темаларға яҙыуын дауам итә.
Йыйылған тормош тәжрибәһе һәм бай материалдары Рәлис Ураҙғоловты әҙәби ижадҡа алып килә лә инде. Уның «Тамуҡ юлы» исемле тәүге хикәйәһе 2000 йылда нәшер ителгән «Ярҙағы таштар» коллектив йыйынтыҡта донъя күрә. Ә 2004 йылда йәш яҙыусы «Бормалы яҙмыштар» тип аталған үҙенең хикәйәләр йыйынтығын сығара. 2008 йылда баҫылған «Аслыҡ» романы әҙиптең ҙур күләмле тәүге әҫәре булды, һәм уны төрлө быуын китап уҡыусылар бик йылы ҡабул итте. Гәзит-журнал биттәрендә Рәлис Ураҙғоловтың ижад емеше тураһында тәнҡитселәр һәм әҙәбиәт белгестәре, шулай уҡ ыңғай фекер әйтелде. Мәҫәлән, башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы Ғәли Сәйетбатталов әҙиптең әҫәрҙәре тураһында үҙенең күп томлы «Башҡорт теле» тип исемләнгән монографик хеҙмәтендә түбәндәгеләрҙе яҙа: «Рəлис Ураҙғолов уҙған ХХ быуаттың һикһəненсе йылдарында журналистикаға, əҙəбиəткə килде. Ул халыҡтың йəнле һөйлəү телен дə, башҡорт əҙəби телен дə яҡшы белə. Əҙип художестволы ижад процесында əсə теленең төп һүҙлек фондын да, һүҙлек составын да, тасуирлау-һүрəтлəү сараларын да оҫта ҡуллана». Ғәлим билдәләүенсә, автор халыҡтың йəнле һөйлəү стилен дə иғтибарҙан ситтə ҡалдырмай. Əҫəрҙəр теленең морфологик үҙенсəлектəре уның ижад процесында башҡорт теленең һүҙ төркөмдəрен үҙенең маҡсатына ярашлы рəүештə файҙаланыуын күрһәтә. Яҙыусының əҫəрҙəрен төрлө морфологик берəмектəр биҙəп тора. Ябай һөйлəм синтаксисы Рəлис Ураҙғоловтың һүҙ оҫтаһы булыуын дәлилләй, уның фекерлəү ҡеүəһе синтаксиста айырыуса асыҡ күренə. Яҙыусы үҙенең əҫəрҙəрен яҙғанда телəк һөйлəмдəрҙе иғтибарҙан ситтə ҡалдырмай.
Бик күп ҡәләмдәштәренән айырмалы рəүештə, әҙип художестволы ижад процесында инеш һөйлəмде оҫта ҡуллана. Ул шулай уҡ хəҙерге башҡорт əҙəби телендə билдәле булған ун дүрт төрлө эйəрсəн һөйлəмдең алты формаһын, өйрәнелгән биш төрлө ҡатмарлы синтаксик конструкцияларҙың өсөһөн бик уңышлы файҙалана.
Шулай итеп, фән докторы, яҙыусының романы һәм хикәйәләре телен фәнни күҙлектән төплө итеп тикшергәндән һуң, «Рəлис Ураҙғоловтың əҫəрҙəре башҡорт әҙәбиәтен, публицистикаһын һəм əҙəби телебеҙҙе артабан үҫтереүҙә ҙур роль уйнай» тип автор өсөн ҡәҙерле булған ыңғай һығымта яһай.
Бөгөнгө көндә журналист—яҙыусы Рәлис Ураҙғолов матбуғаттағы көндәлек хеҙмәте менән бер рәттән яңы проза әҫәрҙәре өҫтөндә эшләй.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тамуҡ юлы: Хикәйә. — «Ярҙағы таштар» (коллектив йыйынтыҡ). — Өфө: Китап, 2000. — бит.
- Бормалы яҙмыштар: Хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2004. — бит.
- Аслыҡ: Роман. — Өфө: Китап, 2008. — бит.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙип һәм уның әҫәрҙәре хаҡында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рафаэль Аҙнағолов. "Аслыҡ"тағы байлыҡ. «Башҡортостан» гәзите — [1] 2017 йыл 12 июнь архивланған.
- Талғын аҡҡан йылға. (Салауат Әбүзәровтың әҙип менән әңгәмәһе). «Башҡортостан» гәзите — [2] 2016 йыл 8 март архивланған.
- Ғ. Ғ. Сәйетбатталов. Башҡорт теле. 9 том, 290—296 биттәр 2018 йыл 17 апрель архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2016)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Башҡортостан» гәзитенең рәсми сайты. Редакция 2014 йыл 24 декабрь архивланған.
- Башкортостан. Энциклопедия. Уразгулов Ралис Ришатович (рус.)
- Литературная карта Башкирии. Писатели земли Кармаскалинской… (рус.)
- Журнал «Бельские просторы» опубликовал роман «Голод» Ралиса Уразгулова и итоги конкурса «Прокруст» (рус.)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 10 ғинуарҙа тыуғандар
- 1965 йылда тыуғандар
- Ҡырмыҫҡалы районында тыуғандар
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса журналистар
- Башҡортостан журналистары
- «Башҡортостан» гәзите журналистары
- Башҡортостан Журналистар союзы ағзалары
- Рәсәй Журналистар союзы ағзалары
- XX быуат журналистары
- XXI быуат журналистары