Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты
Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты | |
Тармаҡ | тау эше |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 1961 |
Дәүләт | Рәсәй |
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы | Асыҡ акционерҙар йәмғиәте[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Учалы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Продукция | Баҡыр |
Рәсми сайт | ugok.ru/ru/ |
Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты асыҡ акционерҙар йәмғиәте — баҡыр, көкөрт, цинк концентраттары, шулай уҡ алтын һәм көмөш етештереүсе предприятие, Башҡортостан Республикаһының Учалы ҡалаһында урынлашҡан.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1968 йылдын 13 мартында байыҡтырыу фабрикаһының беренсе сираты сафҡа индерелә.
1968 йылдын 31 декабрендә «Төҙөлөүсе Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының дирекцияһы тураһында» СССР-ҙың төҫлө метталургия министрлығының бойроғо сыға.
1990-сы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойошманың акцияларын Урал тау-металлургия компанияһына һата. («Урал тау-металлургия компанияһы» холдингы — Екатеринбургтағы компания, ойоштороусыларының береһе, президенты һәм директорҙар советы рәйесе Искәндәр Мәхмудов[1], генераль директоры Андрей Козицин[2]).
Башҡортостанда Урал тау-металлургия компанияһы төркөмөнә ингән дүрт ҙур предприятие: «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты», «Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционер йәмғиәттәре, «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте эшләй[2].
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булараҡ, Учалы ҡалаһы биләмәһе сиктәрендә урынлашҡан Кесе Учалы күле юҡҡа сыға. Ул комбинаттың ҡалдыҡтарын һаҡлағыс булып тора.
Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Учалы ер аҫты руднигы
- Байыҡтырыу фабрикаһы
- Үҙйылға руднигы (Силәбе өлкәһе Верхнеурал районы Межозёрный ҡасабаһында урынлашҡан)
- «Горняк» хоккей командаһы
- «Горняк» футбол командаһы
- Санаторий-шифахана
- «Яшма» ҡунаҡханаһы
- «Горняк» спорт-техник клубы
- АТП
- Сибай филиалы һ. б.
Етештереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылда Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты етештергән — баҡыр — 62 364,3 тн; — цинк — 109 690,8 тн.;
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы етештергән: — баҡыр −20029,9 тн.; — цинк −1855,9 тн.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының цинк концентраттары Силәбе цинк заводында эшкәртелә.
Етәкселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1974—1989 Беляев Михаил Андреевич
- 1998—2010 Абдрахманов Ильяс Әхмәт улы. Ойошма тарихында Учалы районында тыуған беренсе етәксе.
- 2010 — июнь 2012 Маннанов Рәшит Шәүкәт улы
- 06.2012 йылдан Ғибәҙуллин Зәкәриә Рәфҡәт улы, директорҙар советы рәйесе И. Г. Кудряшкин
Билдәле хеҙмәткәрҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдрахманов Ильяс Әхмәт улы — 1998—2010 йылдарҙа комбинаттың генераль директоры.
- Любушкин Виктор Васильевич (23.10.1913—1.02.1983), совет партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1939—40 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында ҡатнашыусы. 1966—1974 йылдарҙа комбинат директоры. Башҡорт АССР-ының III—VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1956), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949, 1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1970), ике Почёт Билдәһе (1961, 1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Кваркен районы Айҙарәле ҡасабаһынан[3].
- Маслов Виктор Панфилович (27.03.1949), хужалыҡ эшмәкәре. 1987—2009 йылдарҙа Үҙйылға руднигы начальнигы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған шахтёры (1994)[4].
- Ниғмәтуллин Рамазан Муллағәле улы — машинист, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Фәтхуллин Әшрәф Әхмәт улы — тау мастеры, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Ишкилдин Люцир Мирзайән улы — бригадир, Хеҙмәт даны орденының тулы кавалеры, үҙбушатҡыс машиналар водителдәре бригадиры.
- Блюхер Василий Васильевич — комбинаттың элекке баш механигы.
Йөк тейәп ебәреү пункттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Комбинат руданы 3 станция аша (Комбинатская, Рудная, Межозерная) артабан эшкәртеүгә ебәрә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Махмудов Искандар. Президент Уральской горно-металлургической компании — «lenta.ru» сайты (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 Башҡортостан Республикаһы Башлығы. Рәсми сайт. Матбуғат хеҙмәте. Яңылыҡтар. 15.06.2015. Урал тау-металлургия компанияһы предприятиеларында республика продукцияларын файҙаланыуҙы киңәйтеү буйынса «юл картаһына» ҡул ҡуйылды 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Любушкин Виктор Васильевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2018)
- ↑ О награждении государственными наградами Российской Федерации
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһында мәкәлә 2016 йыл 4 март архивланған.
- Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының рәсми сайты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
- Махмудов Искандар. Президент Уральской горно-металлургической компании — «lenta.ru» сайты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы. Рәсми сайт 2016 йыл 5 март архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)