Фазыл (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Фазыл (исем) — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фазыл ғәрәп, инглиз телдәренән — һәйбәт, инсафлы, намыҫлы (ғалимдар эпитеты) тигән төшөнсәне аңлата[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шаһимарҙанов Фазыл Вәлиәхмәт улы (1906 йыл — 3 август 1968) — СССР партия һәм дәүләт эшмәкәре. СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Фазыл Кәрим улы Туйкин (тулы исеме — Әхмәтфазыл Әхмәткәрим улы Туйкин; 10 июнь 1887 йыл — 15 февраль 1938 йыл) — башҡорт сәсәне, драматург, шағир.

Ҡаҙнабаев Фазыл Ғәйнулла улы (10 февраль 1922 йыл — 14 ғинуар 1992 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.

Һәйетҡолов Фәйзулла (Фазыл) Фәттәх улы (рус. Саиткулов Файзулла (Фазул) Фаттахович) (1908 йыл — 16 ғинуар 1973 йыл). 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Гвардия сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Көсөков Раил Фазыл улы (28 март 1952) — опера йырсыһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (2009), Башҡортостандың халыҡ артисы (2000), Ғәлимов Сәләм исемендәге премия һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы лауреаты.

Хисмәтуллин Зөлфәр Фазыл улы (11 июль 1923 йыл — 6 апрель 1983 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. 1964 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1973).

Ғәниев Ривнер Фазыл улы (1 апрель 1937 йыл) — механика һәм машиналарҙы өйрәнеү өлкәһендә СССР һәм Рәсәй ғалимы. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1994), К. Э. Циолковский исемендәге Космонавтика Фәндәр академияһы академигы (1991), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Почётлы академигы, техник фәндәр докторы (1968), профессор (1969), 2009 йылдан 2015 йылға тиклем Рәсәй Фәндәр академияһының А. А. Благонравов исемендәге машиналар өйрәнеү институты (ИМАШ РАН) директоры.

Фамилия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фазылов Хәтип Сәрүәр улы (25 апрель 1960 йыл) — рәссам, йәмәғәтсе. 2004 йылдан «Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе рәйесе.

Ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фазыл Искәндәр исемендәге Рус дәүләт драма театры («РУСДРАМ») — Абхазия республикаһының Сухум ҡалаһындағы драма театры.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]