Феминизм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Феминизмдың символы — көҙгө эсендәге йоҙроҡ (көрәш һәм ҡаршылашыу символы). Көҙгө Венера (ҡатын-кыҙҙар символы)формаһында. Феминизмдың традицион төҫө — миләүшә .

Фемини́зм (лат. femina, «ҡатын-ҡыҙ») — ҡатын-ҡыҙҙарға ирҙәр менән бер тиң хоҡуҡ биреүҙе талап иткән ижтимағи-сәйәси хәрәкәт: һайлау хоҡуғы, дәүләт органдарында вазифа биләү, хеҙмәткә хоҡуҡ һәм хеҙмәт өсөн тигеҙ түләү, милеккә хоҡуҡ, белем алыу хоҡуғы, килешеүҙәр төҙөүҙә ҡатнашыу хоҡуғы, никахта тигеҙ хоҡуҡҡа эйә булыу, ауырлы булғанда һәм бала тапҡандан һуң түләүле отпускыға хоҡуҡ, тән автономияһы хоҡуғы (үҙ тәнеңә үҙең хужа) һәм көсләүҙән һаҡлау (ҡатындарҙы һәм ҡыҙҙарҙы көсләүҙән, енси эҙәрлекләү һәм өйҙә көс ҡулланыуҙан яҡлау) хоҡуғы[1].

Киң мәғәнәлә — барлыҡ даирәләрҙә лә ҡатын-ҡыҙҙарға ирҙәр менән тиң хоҡуҡ талап итеү. Тар мәғәнәлә — ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтарын дискриминациялауҙы бөтөрөү һәм ирҙәр менән тиң хоҡуҡлы итеү. Беренсе сиратта феминизм ҡатын-ҡыҙ мәсьәләләрен анализлай, әммә феминизм заттарҙың тигеҙлеге өсөн көрәшә һәм ҡайһы бер феминисткалар ирҙәр хоҡуғы өсөн дә көрәшергә кәрәк тип иҫәпләй.[2][3]. Был хәрәкәт XVIII быуатта барлыҡҡа килә. 1960 йылдарҙа киң танылыу ала.

Феминизм өсөн теорияны Көнбайыштың ошо интелектуаль ағымдары әҙерләне: либераль философия һәм хоҡуҡ теорияһы (Локк, Руссо, Миль һ.б.); социализм теорияһы, (Зигмунд Фрейд, Вильгельм Райх, Маргарет Мид;Франкфурт мәктәбе философтары: Герберт Маркузе һәм Теодор Адорно]). Бынан тыш феминизм идеологияһына йәштәр хәрәкәте, ҡара тәнлеләрҙең граждандар хоҡуҡтары өсөн көрәше, контркультура, сексуаль революция ҙур йоғонто яһай. Беренсе феминистик әҙәбиәт АҠШ-та барлыҡҡа килә, һуңыраҡ Бөйөк Британия һәм Францияла. Тәүҙә публицистик һәм сәйәси әҙәбиәт булдырыла, һуңынан «ҡатын-ҡыҙҙар» проблемаһы антропология, этнология, социология, психология, философия, политология кеүек академик тикшеренеүҙәр даирәһе булып китә.


Феминизмдың өс «тулҡыны»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Феминизмда өс осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбайыштағы ҡатын-ҡыҙ хәрәкәте өс «тулҡын», өс осорҙан тора[4][5].

-«Феминизмдың тәүге осоро» — XIX һәм XX быуат башындағы суфражисткалар хәрәкәте, улар өсөн никахта торған ҡатын-ҡыҙҙарҙың милеккә хоҡуғы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың һайлау хоҡуғы төп мәсьәлә булған;

— «Феминизмдың икенсе осоро» — 1960 йылдарҙан башлап, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр араһында хоҡуҡи һәм социаль тигеҙлек өсөн ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенә бәйле идеялар һәм эшмәкәрлек;

— «Феминизмдың өсөнсө осоро» — «икенсе осор»ҙоң дауамы, ул осорҙа хәл итеп булмаған проблемаларға реакция. «Өсөнсө тулҡын» 1990 йылдарға ҡарай[6] һәм уны феминисткалар араһындағы енси мәсьәләләр буйынса «һуғыштар» менән бәйләйҙәр. Был бәхәс һәм феминизмдың ике төркөмгә: порнографияға ҡаршы феминизм (антипорнографический феминизм[en]) һәм енси- либераль (сексуально-позитивный феминизм) төркөмдәргә бүленеүе икенсе осорҙоң аҙағы һәм өсөнсө осорҙоң башы тип иҫәпләнә[7][8][9][10][11].

Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең өсөнсө тулҡынына квир-теория, расизмға ҡаршы тороу, интернационализм хас, улар фекеренсә, ҡатын-ҡыҙҙар башлыса енси ҡыҙыҡһыныу объекты булырға тейеш түгел. Айырым алғанда, икенсе тулҡын порнография- ҡатын-ҡыҙҙарҙы эксплуатациялау, тип һанаһа — өсөнсө тулҡын быға нейтраль ҡарай. Хәрәкәттең иң күренекле вәкилдәре булып бөгөнгө көндә Элис Уокер, Лили Тейлор, Наоми Вульф һәм башҡалар тора.

Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте тарихынан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Олимпия де Гуж
Олимпия де Гуж. Ҡатын-ҡыҙ һәм гражданка хоҡуҡтары декларацияһы, 1789 йыл

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәр менән тиң хоҡуҡлығын дини өлкәлә Будда ҡанунының өлөшө булған — Тхеригатха иҫбатлай. 18 быуат аҙағында — 19 быуат башында ирҙәр төп урынды биләгән йәмғиәттә (патриархат) ҡатын-ҡыҙҙар иҙелеп йәшәй тигән фекер киң тарала. XIX быуаттағы реформаторҙар хәрәкәтендә иң әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙ тип София де Кондорсены атайҙар.

Беренсе тапҡыр тигеҙ хоҡуҡ талаптары ҡатын-кыҙҙар тарафынан 1775—1783 йылдарҙа АҠШ-та Азатлыҡ өсөн көрәш ваҡытында ҡуйыла. Беренсе Америка феминисткаһы тип Абигейл Смит Адамс (1744—1818) һанала. Ул тарихҡа : «Беҙ, уларҙы ҡабул итеүҙә үҙебеҙ ҡатнашмаған ҡанундарҙы үтәмәйәсәкбеҙ, беҙҙең мәнфәғәттәрҙе ҡайғыртмаған хакимиәткә буйһонмаясаҡбыҙ»,- тигән данлыҡлы һүҙҙәре менән инә (1776).

Францияла 1789 йылғы Бөйөк француз революцияһы алдынан ҡатын-кыҙҙарҙың ирҙәр менән тиң хоҡуғы өсөн көрәшкә арналған тәүге журнал сыға башлай. Ҡатын-кыҙҙарҙың революцион клубтары барлыҡҡа килә, уларҙың ағзалары сәйәси көрәштә ҡатнаша. Ләкин 1791 йылда француз Конституцияһы ҡатын-ҡыҙҙарға һайлау хоҡуғы бирмәй.

Шул уҡ йылда — Олимпия де Гуждың «Кеше һәм гражданин хоҡуҡтары декларацияһы» («Декларация прав человека и гражданина», 1789) буйынса яҙған «Ҡатын-ҡыҙ һәм гражданка хоҡуҡтары декларацияһы» Милли йыйылышҡа тапшырыла, унда ҡатын-ҡыҙға ирҙәр менән тигеҙ социаль һәм сәйәси хоҡуҡтар талап ителә.

Шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәүге сәйәси ойошмаһы — «Ҡатын-ҡыҙ йәмғиәте — революцион республиканкалар» булдырыла, ләкин 1793 йылда йәмғиәт эшмәкәрлеге Конвент тарафынан тыйыла, оҙаҡламай Декларация авторы Олимпия де Гуж гильотинала язалап үлтерелә. О.де Гуж: «Әгәр ҡатын-ҡыҙ эшафотҡа менергә лайыҡлы икән, ул парламентҡа ла инергә лайыҡлы»,- тигән һүҙҙәрҙе әйткән. 1795 йылда Франция ҡатын-ҡыҙҙарына йәмәғәт урындарында һәм сәйәси йыйылыштарҙа күренеүҙе тыялар.

1804 йылда «Наполеон кодексы» (гражданлыҡ хоҡуғы) ҡабул ителә. Был кодексҡа ярашы ҡатын кеше иренең ризалығынан башҡа гражданлыҡ эше буйынса судта сығыш яһай алмай, васыятнамә ҡалдырыуҙан тыш, үҙ милке менән идара итә алмай[12]. Был ҡатын кешене милеккә хоҡуҡһыҙ ҡалдыра, уның тик милеккә формаль хоҡуғы һәм милекте вариҫтарға тапшырыу хоҡуғы ғына була. Кодекс ҡатын-ҡыҙҙы ир кешегә бөтә яҡлап та буйһондороп ҡуя[13].

Бөйөк Британияла ҡатын-ҡыҙҙарға тигеҙ хоҡуҡ биреүҙе Мэри Уолстонкрафт (1759—1797) «Ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын яҡлау» («Защита прав женщины») (1792) тигән трактатта талап итә; был хеҙмәт— XIX быуатҡа тиклем донъя күргән бик аҙ феминистик әҫәрҙәрҙең береһе.

Революцияға тиклем Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙ хәрәкәте 1850 йылдарҙа ижтимағи һәм иҡтисади, сәйәси көрсөк ваҡытында барған дөйөм демократик күтәрелешкә бәйле ҡалҡып сыға башлай[14]. Башта Рәсәйҙәге ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте хәйриә эшмәкәрлеге, мәҙәниәт һәм мәғрифәт өлкәһендәге, социаль эшмәкәрлек менән шөғөлләнә .

Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен башлап ебәргән М. В. Трубникова (Ивашева)

Батша Рәсәйендә ҡатын-ҡыҙҙарҙан тыш халыҡтың башҡа төркөмдәре лә сәйәси хоҡуҡһыҙ була, ләкин ҡатын-ҡыҙҙарҙың милеккә хоҡуғы АҠШ, Англия, Франциялағыға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ яҡлана[15]. Шуға күрә баштараҡ ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте юғары белем алыу һәм уға бәйле юғары квалификациялы хеҙмәткә хоҡуҡ алыу өсөн көрәшә.

Граждандар хеҙмәте тураһында батша уставының 155 статьяһы ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөкүмәт һәм йәмәғәт учреждениеларына ниндәй ҙә булһа вазифаға алыуҙы тыйған (Араловец Н. Д), тимәк ҡатын-ҡыҙға «өҫтөнлөк» бирә торған хеҙмәт өлкәләре ябыҡ була. Был дискриминацияны Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге ғалим-математик Софья Ковалевская миҫалы күрһәтә. Сит илдә юғары белем алһа ла, уға Рәсәйҙә юғары мәктәптәрҙә уҡытыу хоҡуғы бирелмәй Һәм Ковалевская Швецияға китергә мәжбүр була.

Ҡатын-ҡыҙ хәрәкәте баҫымы арҡаһында хөкүмәт, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙарҙы уҡытыу өсөн аҡса бүлә башлай[14] (мәҫәлән, «Юғары ҡатын-ҡыҙҙар өсөн курстар»). Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте эшмәкәрлеге йәмғиәткә лә йоғонто яһай, «ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһе» йәмғиәттә йыш тикшерелә башлай. 1857 йылда, мәҫәлән, табип-хирург Николай Пироговтың «Тормош һорауҙары» («Вопросы жизни») тигән мәҡәләһе донъя күрә, автор унда ҡатын-ҡыҙға яңыса тәрбиә биреү кәрәклеге тураһында һүҙ ҡуҙғата. Шул уҡ осорҙа Дмитрий Писарев: «Ҡатын-ҡыҙҙың бер нимәлә лә ғәйбе юҡ», тигән фекерҙе йәмғиәткә еткерә[16]. Ул «ир кеше ҡатын-ҡыҙҙы иҙә һәм уға яла яға… уны аҡылға етлекмәгән тип, теге, йәки был юғары сифаттары юҡ, теге, йәки был енәйәт ҡылыуға һәләтле тип ғәйепләй …» тип яҙа[17].

Ҡатын- ҡыҙҙар өсөн Юғары Бестужев курстарын астырған йәмәғәт эшлеклеләре

Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен юғары ҡатлам ҡатын-ҡыҙҙары башлап ебәрә. М. В. Трубникова ойошторған ҡатын-ҡыҙҙар түңәрәге Рәсәйҙәге ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең тәүге ойошмаһы була, ул Петербургта йәкшәмбе мәктәптәрен булдырыуҙа ҡатнаша. «Ҡатын-ҡыҙ триумвираты»- Н. В. Стасова, М. В. Трубникова, А. П. Философова бер нисә йыл дауамында Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәтенең этәгес көс биреүсе үҙәгенә әйләнә. 1859 йылда «Общество дешёвых квартир и других пособий нуждающимся жителям Санкт-Петербурга» (тәүге рәйесе- М. В. Трубникова) хәйриә йәмғиәте булдырыла, йәмғиәт оҫтаханалар, йәмғиәт кухнялары, мәктәптәр, балалар баҡсалары булдырыу менән шөғөлләнә. Билдәле химик һәм агроном ҡатыны А. Н. Энгельгардттың китап магазинында һатыусы булып эшләй башлауы ғәйәт әһәмиәтле ваҡиға итеп ҡабул ителә. Ваҡ дворян һәм төрлө ҡатлам (разночинец) ҡатын-ҡыҙҙары тәржемәсе, китап төпләүсе, китап йыйыусы булып эшкә урынлаша, улар журналистикала ла күренә башлай Тәүге ҡатын-ҡыҙ артелдәре— Петербургта В. И. Печаткина менән В. А. Иностранцеваның китап төпләү оҫтаханаһы, Мәскәүҙә Ивановаларҙың теген оҫтаханаһы булдырыла, улар революцион ойошмалар менән бәйле була. 1863 йылда Трубникова һәм Стасова «Издательская артель» (1871 йылға тиклем эшләй) кооперативын, ҡатын-ҡыҙ тәржемәселәр йәмғиәтен төҙөй. Хеҙмәт урыны булыу интеллигенция ғаиләһенән сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың иҡтисади бәйһеҙлеге өсөн шарттар тыуҙыра.

Ир ҡулы аҫтынан ҡотолорға тырышыу, сиркәүҙең айырылышыуға ризалыҡты бик ауыр биреүе граждандар никахы (никахһыҙ бергә йәшәү) һанын арттыра. 1860 йылдар урталарынан алып, ата-әсә ихтыярынан ҡотолоу өсөн ялған никахтар тарала. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ғаилә иҙеүенән ҡотолоу әмәле булып коммуна- дөйөм ятаҡтар асыла башлай, улар араһында В. А. Слепцовтың «Знаменская коммуна»һы (1963—1864) иң билдәлеһе була (Петербург, хәҙерге Восстание урамы,7). Коммуна полиция күҙәтеүе аҫтында икәнен белгәс, унда йәшәгәндәр таралыша.

Ҡыҙҙарҙың ирекле тыңлаусы булараҡ Петербург университетында (1859—1861гг.) һәм Медик хирургия академияһында (1862—1864 гг.) дәрестәргә йөрөүе ҡатын-ҡыҙҙарҙың белем алыу хоҡуғы өсөн көрәштә мөһим бер эпизоды була. Н. И. Корсини (Утина), Е. И. Корсини (Висковатова), М. А. Богданова (Быкова), А. П. Блюммер (Кравцова), М. А. Бокова (Сеченова), Н. П. Суслова (Эрисман), Е. Ф. Толстая (Юнге), М. М. Коркунова (Манассеина) тәүге ирекле тыңлаусылар була, уларҙың күбеһе 1860 йылдарҙағы революцион хәрәкәттә лә ҡатнаша,һуңыраҡ йәмғиәттә төрлө эштәр башҡарыуы менән билдәле булып китә.

Бестужев курстары. Химия лабораторияһы

1868 йылда Трубникова, Философова һәм Стасова тырышлығы менән Петербург университеты ректорына университетта ҡатын-ҡыҙҙарға ла уҡырға рөхсәт һорап үтенес (прошение) бирелә, уға 400-ҙән артыҡ ҡатын-ҡыҙ имза ҡуйған. 1869 йылдарҙа гимназия программаһы буйынса әҙерлек курстары асыла (Петербургта Аларчинский һәм Мәскәүҙә Любянский курстары). 43 профессор: А. Н. Бекетов, Д. И. Менделеев, А. С. Фаминцын, И. М. Сеченов, А. П. Бородин һәм башҡаларҙың ярҙамы менән 1869 йылда университет программаһы буйынса ҡатын-ҡыҙҙар өсөн курстар (1870 йылдың ғинуарында Петербургта Владимирский курстары) асырға мәғариф министрының рөхсәте алына. Рәсәйҙә Мәскәүҙә асылған В. И. Герье (1872г.) һәм Петербургта асылған Бестужев юғары ҡатын-ҡыҙ курстарынан (1878г.) Рәсәйҙә Ҡатын-ҡыҙға юғары белем биреү башлана.

1917 йыл,23 февраль(8 март). Ҡатын-ҡыҙҙар демонстрацияһы

19 быуат аҙағында бер нисә ҡатын-ҡыҙ хәйриә ойошмаһы барлыҡҡа килә («Общество попечения о молодых работницах» (1897г.), «Общество улучшения равноправия женщин»), 1912 йылдың декабрендә Петербургта 1-се Бөтә Рәсәй ҡатын-ҡыҙға белем биреү съезы үтә. Рәсәйҙә революцион хәрәкәт көсәйеү сәбәпле ҡатын-ҡыҙ хәрәкәте саф феминистик булып ҡалмай, синфи төҫ ала бара.

1880—1890 йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте яңы, феминистик идеология тыуҙыра башлай, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һайлау хоҡуғын алыуҙы үҙенең төп маҡсаты тип атай[14]. Был маҡсатҡа ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте 1917 йылдың йәйендә ирешә, Ваҡытлы хөкүмәт бөтә власть органдарына ла (урындағы үҙидаранан башлап, Учредительное собраниеға тиклем) цензһыҙ (сикләүһеҙ) дөйөм һайлау хоҡуғын индерә[14]. Шулай итеп, Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙ хәрәкәте уңышлы бара: уның эшмәкәрлеге арҡаһында Рәсәйҙә донъяла иң тәүгеләрҙән булып, ҡатын-ҡыҙҙар тулы һайлау хоҡуғына эйә була[14].

Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенә социалистик партиялар теләктәшлек белдерә,был әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте өсөн бик мөһим ярҙам була. Ләкин ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең эшселәр хәрәкәтенә йыш ҡына матди ярҙам күрһәтеүенә ҡарамаҫтан, был ике көс араһында берҙәмлек булмай[14].

1913 йылдың 9 мартында Рәсәйҙә тәү тапҡыр «Эшсе ҡатын-ҡыҙ» («День работниц») — халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ көнө билдәләнә. В. И. Ленин тәҡдиме буйынса 1914 йылда «Работница» журналы сыға башлай, уның редакцияһына Н. К. Крупская, И. Ф. Арманд, А. И. Елизарова-Ульянова һәм башҡалар инә.

1917 йылдың 23 февралендә (8 март) эшсе- ҡатын-ҡыҙҙар Петроград урамына аслыҡ һәм һуғышҡа ҡаршы демонстрацияға сыға. Был ваҡиғанан 1917 йылғы Февраль буржуаз-демократик революция башланып китә. 1917 йылдың авгусында РСДРП(б)-ның Мәскәү өлкә бюроһында эшсе ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләү өсөн комиссия булдырыла. Революцияға тиклем Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең билдәле эшмәкәрҙәре:

Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙ хәрәкәте тарихынан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте 20 быуат башында барлыҡҡа килә. Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте барлыҡҡа килеүгә, әлбиттә, 1905—1907 йылғы революция ярҙам итә.

19 быуат аҙағында уҡ әле мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтанов улы Арҫланғәлиҙең ҡатыны Мәрйәм Солтанова үҙ йортонда ҡыҙҙар өсөн рус-башҡорт мәктәбен аса. Уҡыу бушлай була, бөтә сығымдарҙы ла Мәрйәм Тимербулат ҡыҙы үҙ өҫтөнә ала. Мәрйәм Солтанова шулай уҡ мосолман малайҙары һәм ҡараусыһыҙ ҡалған ололар өсөн приютҡа ярҙам иткән комитететты етәкләй.

1907 йылда Өфө ҡала мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының хәйриә йәмғиәте төҙөлә. Етемдәргә, ҡараусыһыҙ ҡалғандарға, фәҡирҙәгә ярҙам итеүҙән тыш, әкренләп ҡатын-ҡыҙҙарҙың иҡтисади, хоҡуҡи һәм социаль хәлен үҙгәртеү өсөн сығыш яһай башлайҙар. 1908 йылдың ғинуарынан — 1914 йылға тиклем Мәрйәм Солтанова Өфө мосолман ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең рәйесе була. 1913 йылда М.Солтанова атаһынан ҡалған йортон етем ҡыҙҙар өсөн приютҡа тапшыра[18]. Унда мосолман ҡыҙҙары һәм рус кластары ла була. 1926 йылға тиклем приютты тотошлай үҙ аҡсаһына тота. Был уҡыу йортон тамамлаған ҡыҙҙар йәмғиәттә үҙ урынын таба- уҡытыусылар, фельдшерҙар, хеҙмәткәрҙәр һ.б. булып китәләр.

1912 йылда Өфөлә «Нур» тәүге милли татар труппаһы ойошторола, уға Сәхибъямал Ғиззәтуллина-Волжская нигеҙ һала. Был театрҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уйнауы мосолман донъяһында бығаса күрелмәгән хәл итеп ҡабул ителә. Айырыуса Ҡазан мосолмандары был ваҡиғаға бәйле асыуҙарын йәшермәй, шул осор гәзиттәрендә Рәсәй мосолмандарының дини үҙәге булған, мөфтөй йәшәгән ҡалала Өфө мосолмандарының мосолман тетарына йөрөүен «оятһыҙлыҡ» тип баһалай.

1917 йылда Өфөлә мосолман йәштәре — егеттәр һәм ҡыҙҙар уйын ойоштора (Ш.Бабич уны тансылы кисә тип атай, унда бейейҙәр, йырлайҙар, музыка ҡоралдарында уйнайҙар). Бындай сарала мосолман ҡатын-ҡыҙҙары беренсе тапҡыр ҡатнаша.

1917 йылдың 24 мартында Өфөлә Художестволы электротеатрҙа (кинотеатр) ҡатын-ҡыҙҙар митингыһы була. Өфө социал-демократтары гәзите «Вперед!» йәмәғәтселеккә был ваҡиға тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләй.

Башлыса, юғары ҡатламға ҡараған ҡатын-ҡыҙҙар митингыла ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәр менән тиң хоҡуғы өсөн көрәшергә саҡыра[19]. Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте етәксеһе Котлова: «Ҡатын-ҡыҙҙар — икенсе сорт ҡына түгел, хатта өсөнсө сорт граждандар. Уларҙың хоҡуҡтары бөтөнләй юҡ, тик йөкләтелгән бурыстары ғына бар. Хатта ҡатын-ҡыҙ кешеме икәне бәхәс тыуҙыра. Ошо араларҙа Вейнингер үҙенең китабында ҡатын-ҡыҙҙарҙа кешелә була торған сифаттарҙың : логика, мораль, хатта шатлыҡ һәм ҡайғы тойоу һәләтенең булыуын инҡар итә», — тип борсолоуын белдерә. Митингта ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар рус халҡы яулаған ирек ҡатын-ҡыҙға ҡағылманы, тип билдәләй. Ваҡытлы хөкүмәт дөйөм һайлау хоҡуғын һайлаусыларҙың «енесенә ҡарамай» тип иғлан итмәне. Өфө ҡатын-ҡыҙҙары тулы хоҡуҡлы граждандар иҫәбенән төшөп ҡалырға теләмәй һәм ханымдарҙы берләшеп, ирҙәр менән тигеҙ хоҡуҡ талап итергә саҡыра.

Митингыла ҡатнашҡан ханымдар: « Ил менән идара итеүҙән миллионлаған эшсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы ситләтергә яраймы ни, Учредительное собраниеға халыҡ массаларын уҡытыу-ағартыу эшен алып барған уҡытыусы ҡатын-ҡыҙға юлды ябырға яраймы ни?» — тип ризаһыҙлыҡ белдерә. Бер үк ваҡытта «ҡатын-ҡыҙҙар сәйәси йәһәттән тәрбиә алмаған» һәм улар араһында тейешле агитация эшен алып барырға кәрәк тигән фекергә киләләр. Был йәмәғәт сараһында сығыш яһаған ханымдар «ирҙәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан аҡыллыраҡ тигән һөрһөп бөткән теорияны» тәнҡит утына тота. Улар ҡатын-ҡыҙҙарҙың эш хаҡын ирҙәрҙеке менән тигеҙләүҙе талап итергә, фәхишәлек менә көрәшергә, ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәр менән тиң хоҡуҡлы булыуын талап итергә кәрәклеген һөйләй.

Митинг аҙағында түбәндәге резолюция ҡабул ителә: «Өфө ҡатын-ҡыҙҙары ҡатын-ҡыҙҙарҙы илдәге сәйәси тормоштан ситләтеү түҙеп торғоһоҙ хәл тип иҫәпләй. Ирек барыһы өсөн дә! Беҙ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һайлау хоҡуғын талап итәбеҙ!»

Рабиға Йомағолова (Ҡушаева)

1917 йылдың майында үткән Беренсе Бөтә Рәсәй мосолман съезы һәм 1‐се Бөтә башҡорт ҡоролтайы (1917 йылдың июле) ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләһе буйынса резолюциялар ҡабул итә, уларға ярашлы, мосолман ҡатын-ҡыҙҙары сәйәси һәм гражданлыҡ хоҡуҡтарында ирҙәр менән тиң, тип таныла. Был ҡоролтайҙа Һамар яғынан 16 йәшлек Рабиға Йомағолова ҡатын-ҡыҙҙарға ирҙәр менән тиң хоҡуҡ талап итеп сығыш яһай. Уны шаяртып «ил инәһе» тип атай башлайҙар.

1918 йылдың ноябрендә 1‐се Бөтә Рәсәй эшсе һәм крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙар съезында (Мәскәү) Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен ойоштороу буйынса нигеҙ һалына. РКП(б)‐ның үҙәк һәм урындарҙағы органдарында ҡатын-ҡыҙ бүлектәре ойошторола. Башҡортостанда улар 1919—1920 йылдарҙа РКП(б)‐ның Башҡортостан өлкә комитетында һәм һәр кантонда ойошторола. Граждандар һуғышы йылдарында ҡатын-ҡыҙ бүлектәре яралы ҡыҙылармеецтарға ярҙам комитеттары ойоштороуҙа, һуңыраҡ аслыҡ һәм емереклек менән көрәштә ҡатнаша: эвакуация пункттары, йәмәғәт ашханалары, балалар приюттары аса, өмәләр ойоштора. Ҡатын-ҡыҙ бүлектәре республиканың бөтә халыҡ комиссариаттарына ла үҙ вәкилдәрен индерә, советса йәшәү өлгөһөн таратыу, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ижтимағи-сәйәси тормошҡа йәлеп итеү, патриархаллек ҡалдыҡтарына ҡаршы көрәш, эшһеҙ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ауыл хужалығы («баҡсасылыҡ») артелдәре асыу һәм башҡалар менән шөғөлләнә. Үҙ эшендә ҡатын-ҡыҙ бүлектәре территориаль — производство принцибы (предприятиеларҙа, урындағы Советтарҙа һ.б.) буйынса ойошторолған делегат йыйылыштарына таяна.

Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары ҡатын-ҡыҙҙарҙы көсләп кейәүгә биреүгә, наҙанлыҡҡа, төрлө сирҙәр таралыуға ҡаршы ла көрәштә әүҙем ҡатнаша. Санитария һәм гигиена (өйҙө таҙа тотоу, бөжәктәргә ҡаршы көрәш һ.б.) буйынса белем таратыу, балалар һаулығын ҡайғыртыу буйынса ла һиҙелерлек эштәр башҡарыла (хатта йәшелсә үҫтерергә,бәрәңге ултыртырға өйрәтеү кеүек эштәр ҙә).

Илдә барған үҙгәрештәргә ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте лә ҙур өлөш индерә. Утыҙынсы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙы йәмғиәт хеҙмәтенә йәлеп итеү, уларҙы яңы һөнәрҙәргә уҡытыу («Әхирәттәр, туҡыу станогы янына!», «Әхирәттәр, тракторҙарға!») кеүек эштәрҙе ойоштороуҙа ла ҡатын-ҡыҙ бүлектәренең роле ҙур.

Бөгөн Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы эшләп килә. Ул республиканың барлыҡ мәҙәни, ижтимағи, сәйәси тормошона ҙур йоғонто яһаусы йәмәғәт ойошмаларының береһе- бер мөһим ваҡиға ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ҡала һәм райондарҙа, ауылдарҙа, предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа 20 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙҙар советын берләштерә. Шулай уҡ союз төрлө милләт ҡатындарын дөйөм маҡсатҡа туплаусы ла : Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте,Украин ҡатын-ҡыҙҙарының «Берегиня», Татар ҡатын-ҡыҙҙарының «Сәхипьямал» йәмғиәте кеүек үҙ аллы эшмәкәрлек алып барған ойошмалар ҙа уға ҡарай (барлығы ете берекмә)[20].

Ирешелгән уңыштар менән ҡатын-ҡыҙҙар тынысланып ҡалмай. Алда хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтарын яҡлау, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ил һәм республика кимәлендәге ижтимағи һәм сәйәси тормошта ҡатын-ҡыҙ һанына ҡарата (пропорциональ) ғәҙел урын алыуын ҡайғыртыу ҙа бар. Төрлө кимәлдәге дәүләт һәм йәмғиәт органдарында, предприятиеларҙа етәксе ҡатын-ҡыҙҙың әҙлеге, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыу һәм башҡалар ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһе әлегә илдә мөһим мәсьәлә булып ҡалыуын күрһәтә.

РФ хеҙмәт министрлығының 2019 йылдың 18 июлендәге 512н һанлы бойроғона ярашлы 2021 йылдың 1 ғинуарынан алып,ҡатын-ҡыҙҙар эшкә алынмай торған профессиялар исемлеге биләләнде: 456 һөнәр урынына исемлектә 100 һөнәр ҡатын-ҡыҙҙарға тыйыла.Был төҙәтмәләр ҡатын-ҡыҙҙарҙы хеҙмәт баҙарында дискриминациялауҙы сикләй. Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар ауыр йөк машиналарын, электропоездар йөрөтөргә хоҡуҡлы һәм башҡа.

« Гүзәллек сере»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бетти Фридан

Бетти Фридан «Гүзәллек сере» («The Feminine Mystique», 1963) тигән хеҙмәтендә ҡатын-ҡыҙҙар тик йорт хужабикәһе вазифаһын үтәй һәм балалар тәрбиәләү менән генә шөғөлләнә ала тигән фекерҙе тәнҡитләй. «The New York Times» журналы 2006 йылғы Фриданға некрологта «Гүзәллек сере» (русса варианты « Загадка женственности») «… 1963 йылда хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙ хәрәкәтенә башланғыс этәргес көс бирҙе һәм һөҙөмтәлә, Америка Ҡушма Штаттарында һәм башҡа илдәрҙә мәңгелеккә йәмғиәт төҙөлөшөн үҙгәртте», «күптәр уны XX быуаттағы иң ныҡ тәьҫир иткән публицистик китап тип иҫәпләй» тип яҙа[21].

Фридан йорт хужабикәһе һәм балалар тәрбиәләүсе роле ҡатын-ҡыҙға «гүзәллек сере» булдырыу аша тағылған. Уның фекеренсә, ялған фәнни теориялар, ҡатын-ҡыҙҙар журналдары һәм реклама сәнәғәте «ысынлап та гүзәл ҡатын-ҡыҙға карьера, юғары белем һәм сәйәси хоҡуҡтар кәрәкмәй тип өйрәтте — бер һүҙ менән әйткәндә, уларға феминисткалар яулап алырға теләгән бәйһеҙлек һәм мөмкинлектәр кәрәкмәй. Уларҙан тик бер нимә— бәләкәй саҡтан уҡ үҙеңде ир эҙләү һәм бала табыуға бағышлау талап ителә»[22].

АҠШ-та «Ҡатын-ҡыҙҙы азат итеү»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ҡатын-ҡыҙҙы азат итеү» (Women’s Liberation) төшөнсәһе тәүге тапҡыр АҠШ-та 1964 ҡулланылған, ә 1966 йылда баҫмаларҙа күренә башлай[23][24]. 1968 йылдан уны бөтә ҡатын-ҡыҙ хәрәкәтенә ҡарата ҡуллана башлайҙар[25]. Ҡатын-ҡыҙ азатлығы хәрәкәтен иң көслө тәнҡит утына «Феминистик теория ситенән уртаһына табан» китабы авторы афроамериканлы феминистка һәм интеллектуал Белл Хукс тотҡан («Феминистская теория от края к центру» -«Feminist theory from margin to center»,1984).

Теория[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Феминизм теорияһына антропология, гендер социологияһы, экономика (фән), әҙәбиәт ғилеме[26][27], сәнғәт ғилеме[28], психоанализ[29], философия өлкәһендәге тикшеренеүҙәр инә[30][31].

Хәҙерге заман феминизм теорияһы социаль конструктивизм теорияһына таяна һәм "зат"ты (шулай уҡ «расаны») тәбиғәт биргән асыл тип түгел, ә сәйәси конструкт— власть менән социаль төрөкөмдәр араһындағы мөнәсәбәтте нығытыусы, бер ҡалыпҡа һалынған фекерләү ысулы продукттары тип ҡарай (конструкт- ниндәй ҙә булһа культура булдырған, йәмғиәт бының менән риза булып йәшәгән әйбер, мәҫәлән, тел, дин, уйын, титулдар, хөкүмәт һ.б.). Зат (пол) һәм расаны тарих менән сәйәсәттән айырым объектив булдырылған әйбер тигән ғәҙәттәге ҡараштарҙы тәнҡитләп, феминист тикшеренеүселәр XVII—XIX быуаттарҙа сәйәси маҡсаттарҙа раса һәм гендер иерархияһын (баҫҡыс), власты һәм ресурстарҙы социаль төркөмдәр араһында тигеҙ бүлмәүҙе аҡлау өсөн биологияның нисек ҡулланылғанын документтар менән дәлилләй[32]. Шулай итеп, феминизм теорияһы өсөн «зат» һәм башҡа социаль айырмалыҡтарҙы тәбиғи асыл тип түгел, ә власть векторы (властҡа йүнәлеш алыу) тип аңлау хас.

Хәҙерге феминизм теорияһының төп элементтарының береһе — интерсекционаллек теорияһы, уға ярашлы иҙеүҙең төрлө формалары (сексизм һәм патриархат, расизм, капитализм, гетеросексизм и другие) системалы йәшәп килә, ул йәмғиәткә, бөтә социаль институттарға һәм социаль үҙ-ара тәьҫир итешеүҙең төрлө кимәленә үтеп ингән (сексизм- кешене затына ҡарап дискриминациялау, гетеросексизм- йәмғиәттә ғәҙәттәге әхлаҡ буйынса заттар айырымлығы)[32] .

Феминизм теорияһының мөһим үҙенсәлеге — ғәҙәттәге фәнни белемде тәнҡитләү. Феминизм теорияһы ғәҙәттәге философияны, фәнде, әҙәбиәтте һәм башҡа донъяны «авторитетлы» һүрәтләү ысулдарын тәнҡитләй, улар бит социаль өҫтөнлөккә эйә булған ирҙәр тарафынан булдырыла[32]; төрлө феминистар тикшеренеүҙәрендә әйтелгәнсә, ғәҙәттәге философия һәм фән был социаль төркөмдөң (ир-ғалимдарҙың) донъяға ҡарашы һәм мөһим тип иҫәпләгән даирәһе бик тар икәнен күрһәтә (үҙҙәренең алдан билдәле фекергә килгәнлеген һәм тар ҡарашлы булыуын «фәндә алдан уҡ билдәле фекерҙә булмағанлыҡ» конструкттары иҫәбенә йәшереп). Феминизм теорияһы буйынса, белем һәр саҡ уны булдырыусыларҙың социаль позицияһына (урынына) бәйле, уларҙың донъяға ҡарышын, тимәк, улар өсөн мөһим нимәләрҙе күрһәтә; шулай итеп, нигеҙҙә белем ғәҙел (бер нимәгә бәйләнмәгән), нейтраль һәм сәйәсәттән ситтә торған була алмай. Ысын объективлыҡҡа ирешер өсөн йәмғиәттә төрлө урындарҙы биләгән кешеләр туплаған белем төрҙәрен һәм формаларын булдырыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙырырға кәрәк[32][33].

Хәҙерге Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Феминизм эшмәкәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Echols, Alice (инг.)баш. Daring to Be Bad: Radical Feminism in America, 1967–1975 (инг.). — Minneapolis: University of Minnesota Press (инг.)баш., 1989. — ISBN 0-8166-1787-2.
  2. 1 Harv.Women’s L.J. 107 (1978) Fathers' Rights and Feminism: The Maternal Presumption Revisited; Uviller, Rena K.
  3. Unwed Fathers' Rights, Adoption, and Sex Equality: Gender-Neutrality and the Perpetuation of Patriarchy
  4. Humm, Maggie (1990), "wave (definition)", in Humm, Maggie, «The dictionary of feminist theory», Columbus: Ohio State University Press, с. 251, ISBN 9780814205075 
  5. Rebecca, Walker (инг.)баш. Becoming the Third Wave (инг.) // Ms. (инг.)баш. : magazine. — New York: Liberty Media for Women, 1992. — С. 39—41. — ISSN 0047-8318.
  6. Krolokke, Charlotte; Anne Scott Sorensen. Gender Communication Theories and Analyses: From Silence to Performance. — Sage Publications, 2005. — Гл. 1. Three Waves of Feminism: From Suffragettes to Grrls. — ISBN 0-7619-2918-5
  7. Duggan, Lisa; Hunter, Nan D. Sex wars: sexual dissent and political culture (инг.). — New York: Routledge, 1995. — ISBN 0-415-91036-6.
  8. Hansen, Karen Tranberg; Philipson, Ilene J. Women, class, and the feminist imagination: a socialist-feminist reader (инг.). — Philadelphia: Temple University Press (инг.)баш., 1990. — ISBN 0-87722-630-X.
  9. Gerhard, Jane F. Desiring revolution: second-wave feminism and the rewriting of American sexual thought, 1920 to 1982 (инг.). — New York: Columbia University Press, 2001. — ISBN 0-231-11204-1.
  10. Leidholdt, Dorchen (инг.)баш.; Raymond, Janice G. The Sexual liberals and the attack on feminism (инг.). — New York: Pergamon Press (инг.)баш., 1990. — ISBN 0-08-037457-3.
  11. Vance, Carole S. Pleasure and Danger: Exploring Female Sexuality (инг.). — Thorsons Publishers. — ISBN 0-04-440593-6.
  12. Статья 217. Жена, даже не обладающая общностью имущества с мужем или при наличии раздельности ее имущества, не может дарить, отчуждать, закладывать, приобретать, по возмездному или безвозмездному основанию, без участия мужа в составлении акта или без его письменного согласия.
  13. Гражданский кодекс Наполеона 1804 года
  14. 14,0 14,1 14,2 14,3 14,4 14,5 Юкина И. Русский феминизм как вызов современности. — СПб: Алетейя, 2007. — ISBN 978-5-903354-21-4.
  15. Пушкарёва Н. Л. У истоков русского феминизма: сходства и отличия России и Запада.
  16. Женские типы в романах и повестях Писемского, Тургенева и Гончарова - Дмитрий Иванович Писарев - Библиотека русской и зарубежной классики. Дата обращения: 7 ғинуар 2013. Архивировано из оригинала 5 март 2016 года. 2016 йыл 5 март архивланған.
  17. Психологическое здоровье женщин, реализующих рентно-промискуитетное поведение Психологическая помощь. Системные расстановки. Дата обращения: 7 ғинуар 2013. Архивировано 10 ғинуар 2013 года.
  18. Марьям Султанова
  19. Женское движение в Башкортостане(недоступная ссылка)
  20. Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы
  21. Fox, Margalit. «Betty Friedan, Who Ignited Cause in 'Feminine Mystique', Dies at 85'». — Журнал «The New York Times», 5 февраля 2006
  22. Фридан Б. Загадка женственности. — М., 1994. — Сс. 44—50
  23. Sarachild, Kathie. Feminist Revolution. New York: Random House, 1978. — ISBN 0-394-40821-7. — Глава «Consciousness-Raising: A Radical Weapon», с. 6
  24. Mitchell, Juliet. «Women: The longest revolution». — «New Left Review», № 26, ноябрь — декабрь 1966
  25. Hinckle, Warren; Marianne Hinckle. «Women Powe». — Ramparts, № 8, февраль 1968
  26. Zajko, Vanda; Leonard, Miriam. Laughing with Medusa: classical myth and feminist thought (инг.). — Oxford: Oxford University Press, 2006. — P. 445. — ISBN 0-19-927438-X.
  27. Howe, Mica; Aguiar, Sarah Appleton. He said, she says: an RSVP to the male text (инг.). — Madison, NJ: Fairleigh Dickinson University Press (инг.)баш., 2001. — P. 292. — ISBN 0-8386-3915-1.
  28. Pollock, Griselda. Encounters in the Virtual Feminist Museum: Time, Space and the Archive (инг.). — Routledge, 2007. — P. 1—262.
  29. Ettinger, Bracha (инг.)баш.; Judith Butler; Brian Massumi; Griselda Pollock. The matrixial borderspace (билдәһеҙ). — Minneapolis: University of Minnesota Press (инг.)баш., 2006. — С. 245. — ISBN 0-8166-3587-0.
  30. Brabeck, M. and Brown, L. (With Christian, L., Espin, O., Hare-Mustin, R., Kaplan, A., Kaschak, E., Miller, D., Phillips, E., Ferns, T., and Van Ormer, A.). (1997). Feminist theory and psychological practice. In J. Worell and N. Johnson (Eds.) Shaping the future of feminist psychology: Education, research, and practice (pp.15-35). Washington, D.C.: American Psychological Association.
  31. Florence, Penny; Foster, Nicola. Differential aesthetics: art practices, philosophy and feminist understandings (инг.). — Aldershot, Hants, England: Ashgate (инг.)баш., 2001. — P. 360. — ISBN 0-7546-1493-X.
  32. 32,0 32,1 32,2 32,3 Hawkesworth, Mary, and Lisa Disch. Feminist theory: Transforming the known world // The Oxford Handbook of Feminist Theory (инг.) / Hawkesworth, Mary (ed.). — Oxford University Press, 2016. — ISBN 9780199328581.
  33. Haraway, Donna Situated Knowledges: The Science Question in Feminism and the Privilege of Partial Perspective // Feminist Studies. — 1988. — Т. 14. — № 3. — С. 575—599. Архивировано из первоисточника 29 август 2017.