Фрэнк Ллойд Райт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фрэнк Ллойд Райт
ингл. Frank Lloyd Wright
Зат ир-ат[1][2][3][…]
Рәсем
Ҡултамға
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары[4]
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Franklin Lincoln Wright
Тыуған көнө 8 июнь 1867({{padleft:1867|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[2][3][5][…]
Тыуған урыны Ричленд-Сентер[d], Висконсин, Америка Ҡушма Штаттары[6]
Вафат булған көнө 9 апрель 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[2][3][5][…] (91 йәш)
Вафат булған урыны Финикс[d], Америка Ҡушма Штаттары[2][7]
Үлем сәбәбе осложнения при хирургическом вмешательстве[d]
Ерләнгән урыны Taliesin West Burial Site[d][8][9]
Атаһы William Carey Wright[d][10][6]
Әсәһе Anna Lloyd Jones Wright[d][6]
Бер туғандары Maginel Wright Enright[d][11]
Хәләл ефете Olgivanna Lloyd Wright[d][9], Catherine Tobin Wright[d][11] һәм Miriam Noel Wright[d]
Сожитель Mamah Borthwick[d]
Балалары John Lloyd Wright[d][11], Lloyd Wright[d][11], Iovanna Lloyd Wright[d] һәм Catherine Dorothy Wright[d]
Туған тел инглизсә
Һөнәр төрө архитектор, градостроитель, яҙыусы, дизайнер
Эшмәкәрлек төрө архитектура
Эш урыны Новая школа[d]
Уҡыу йорто Мадисондағы Висконсин университеты[d]
Центральная старшая школа Мадисона[d]
Уҡыусылар Gira Sarabhai[d]
Кемдә уҡыған Салливан, Луис Генри[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1959[12]
Архивы хранятся в Библиотека архитектуры и изящных искусств Эйвери[d][13]
Ойошма ағзаһы Американская академия искусств и литературы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Кто представляет ARS[d][14]
Защитник авторских прав reproduction right represented by CISAC-member[d][15][16]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Музей Бойманса-ван Бёнингена[d], Миннеаполис сәнғәт институты[d], Чикаго сәнғәт институты[d], Музей искусств Нельсона-Аткинса[d], Виктория милли галереяһы[d], Милли сәнғәт галереяһы[d], Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк)[17], Метрополитен-музей[d], Музей современного искусства Сан-Франциско[d][18] һәм Шведский центр архитектуры и дизайна[d][19]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Файлы артиста по адресу Philadelphia Museum of Art Library and Archives[d][20]
Тасуирлау биттәре oxfordreference.com/view…[21]
arch-pavouk.cz/index.php…
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Frank Lloyd Wright
 Фрэнк Ллойд Райт Викимилектә[22]

Фрэнк Ллойд Райт (Frank Lloyd Wright, 8 июнь 1867 йыл — 9 апрель 1959 йыл) — АҠШ-тың новатор архитекторы. XX быуаттың тәүге яртыһында көнбайыш архитектураһын үҫтереүгә ҙур йоғонто яһаусы[23][24]. «Органик архитектура» булдырыусы һәм архитектурала асыҡ планды пропагандалаусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Райт 1867 йылдың 8 июнендә АҠШ-тың Ричленд-Сентер (Висконсин) ҡалаһында, музыка уҡытыусыһы һәм дин эшмәкәре Уильям Рассел Райт һәм уҡытыусы Анна Ллойд ғаиләһендә тыуған. Унитариан сиркәүе ҡанундарында тәрбиәләнгән. Бала саҡта Фридрих Фребель төҙөгән «үҫтереүсе» «Киндергартен» конструкторы менән күп уйнай. Райттың ата-әсәһе 1885 йылда Уильямдың ғаиләне ҡарай алмай сәбәбе арҡаһында айырылыша. Фрэнкҡа үҙ өҫтөнә әсәһе һәм ике һеңлеһе өсөн финанс яуаплылыҡ йөгөн алырға тура килә. Ощо ваҡытта ул әсәһенең фамилияһын икенсе исем сифатында ҡабул итә[24].

Райт мәктәпкә йөрөмәй өйҙә белем ала. 1885 йылда ул Висконсин университетының инженерлыҡ факультетына уҡырға инә. Университетта уҡып, ул урындағы инженер-төҙөүсе ярҙамсыһы булып аҡса эшләй. Райт университетты ғилми дәрәжә алмайынса ҡалдыра. 1887 йылда ул Чикагоға күсеп килә, унда Джозеф Лайман Силсбиҙың архитектура контораһына эшкә урынлаша. Бер йылдан һуң «Чикаго архитектура мәктәбенең» Салливан Луис Генри етәкләгән «Адлер һәм Салливан» фирмаһына эшкә күсә. 1890 йылда был фирмала уға торлаҡ төҙөлөштәре буйынса проекттар йөкмәтелә. 1893 йылда Райтҡа был компаниянан китергә тура килә, сөнки Салливан Луис Генри Райттың йорттарҙы «ситтә» проектлағанын белеп ҡала. 1893 йылда Чикаго ҡалаһы янындағы Оук-Паркта үҙ фирмаһын булдыра. 1901 йылға ул биләгән исемлектә яҡынса 50 проект иҫәпләнә.

Прерия стиле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дом Роби (инг.)баш. Чикаго университетының кампусында

Райтҡа билдәлелекте «прерия йорттары» килтерә, уларҙы ул 1900 йылдан алып 1917 йылға тиклем проектлай. «Прерия йорттары» «органик архитектура» концепцияһы ситтәрендә төҙөлә, уның идеалы булып бөтөнлөк һәм тәбиғәт менән берҙәмлек була[25]. Архитектура арауығының өҙлөкһөҙлөгө идеяһы яҡлы Райт, Палладио ваҡыттарынан көнбайыш архитектурала өҫтөнлөк иткән бинаны һәм уның айырылғыһыҙ өлөштәрен тирә-яҡ мөхиттән айырыу традицияһына нөктә ҡуйырға тәҡдим итә. Райт фекере буйынса бинаның формаһы һәр ваҡыт уның үҙенсәлекле тәғәйенләнешенә һәм ул төҙөләсәк мөхит шарттарына бәйле булырға тейеш.

Практик планда, Райт проектлаған «прерия йорттары», тәбиғи организмдарҙың эволюция формаһы һымаҡ, тирә-яҡ мөхиттең тәбиғи дауамы булып хеҙмәт итә. Улар өсөн асыҡ план, композицияһында өҫтөнлөк иткән горизонталдәр, йорт ситенән алыҫҡа сыҡҡан ҡыйыҡ яҡтары, террасалар, эшкәртелмәгән тәбиғи материалдар менән биҙәү, япон ҡорамдары өлгөһөндә фасадтың каркастар менән тигеҙ бүлгеләнеүе хас[26]. Йорттарҙың күбеһе планында арҡыс-торҡос, ә уртала урынлашҡан усаҡ-камин асыҡ арауыҡты берләштерә. Йорттарҙың интерьерына Райт айырым иғтибар бирә, йыһазды үҙе эшләй һәм һәр элементтың ул булдырған мөхиткә органик рәүештә ярашыуына өлгәшә. «Прерия йорттары» араһында иң билдәлеләре булып Уиллитс йорто, Мартин йорто һәм Роби йорто тора.

Үҙенең уҡытыусыһы тип Райт Иосиф Виссарионович Сталин өсөн дәүләт дачалары төҙөгән совет архитекторы Мержанов Мирон Ивановичты иҫәпләй.

«Талиесин» резиденцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Талиесин резиденцияһы

Үҙ йортон һәм йәйге Талиесин резиденцияһын Райт шулай уҡ «Прерия йорттары» йорттары стилендә 1911 йылда төҙөй. Төҙөлөшкә стимул булып Чейни Эдвиндың ҡатыны Марта Босвик Чейни менән мауығыуы тора, ул һуңынан уның гражданлыҡ ҡатыны була һәм ошо йәйге резиденцияға күсеп йәшәй.

Талиесинға һауанан күренеш
Поместьеға инеү урынында билдә

Талиесин урынлашҡан үҙән АҠШ-тағы граждандар һуғышы ваҡытына тиклем Райттың әсәһенең ғаиләһенә ҡарай. Әсәһе яғынан олатаһы һәм ағаһы, Уэлльстан иммигранттар, унитариан конгрегацияһының пасторҙары була, һәм уның ике инәһе 1887 йылда үҙәндә мәктәп аса.

Райттың әсәһе, Анна Райт, улын каникул мәлдәрендә һәр йәй һайын, ун бер йәшенән алып үҙәнгә ебәрә. Ғаилә, уның дине һәм идеалдары йәш Райттың шәхесе формалашыуына ҙур йоғонто яһай, аҙаҡ үҙенең икенсе «Линкольн» исемен (Линкольн Авраам хөрмәтенә) ғаиләнең был тармағына хөрмәт йөҙөнән «Ллойдҡа» әйләндерә.

Райт үҙәндә йорт төҙөргә ҡарар иткәндән һуң, ул валлий барды Талиесин исемен һайлай, тәржемәлә ул «нурлы маңлай» тигәнде аңлата. Райт йортто бала саҡтан яртаҡан убаның «маңлайында» урынлаштыра, ә түбәһендә түгел, сөнки «Талиесин» тәбиғи ландшафттан барлыҡҡа килгән һымаҡ күренә. Уның һүҙҙәре менән әйткәндә — «… Ерҙә түгел, ләкин ерҙән». Йорт өс яҡтан тора, ул торлаҡ йорт, офис һәм хужалыҡ ҡаралтыларынан тора[27].

Бынан тыш, бина органик рәүештә ландшафтҡа ярашлы булһын өсөн Райт уның төҙөлөшөндә үҙенең органик архитектура идеяларын ҡуллана. Төтөн юлдары һәм таш таяуҙар урындағы эзбизташтан төҙөлә, стенаны штукатурлауҙа Висконсин йылғаһы һайлығынан ҡом ҡулланыла[28].

«Талиесин» ике тапҡыр янғындан зыян күрә. Беренсе янғынды 1914 йылда ялсы ойоштора, ул бынан алда ошо йортта йәшәгән Марта Босвикты һәм уның ике балаһын үлтерә. Икенсе янғын 1925 йылда була. Бина тулыһынса яңынан ҡорола, уға ярашлы «Талиесин II» һәм «Талиесин III» тип үҙгәртелә.

1910 йылда Райт Германия буйлап сәйәхәте ваҡытында үҙенең ике томлыҡ портфолиоһын баҫтырып сығара, һәм уның эштәре Европала билдәле була.

«Шарлауыҡ өҫтөндә йорт»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Шарлауыҡ өҫтөндә йорт»

XX быуат башында Райт, күп проекттарын тормошҡа ашырыуға өлгәшкән АҠШ-тың киң билдәле һәм уңышлы архитекторҙарының береһе була, уның проекттары шул ваҡыт өсөн новаторлы архитектураға эйә була. Әммә 1930 йылдарға элекке популярлығының эҙе лә ҡалмай — Райттың эре заказдары булмай тиерлек. Үҙенең материаль хәлен яҡшыртыу маҡсатында Райт Талиесинда ижади оҫтахана аса. Был оҫтаханаға Эдгар Кауфман (ингл. Edgar Kaufmann) — Питтсбургтан атаһының кәңәше буйынса архитектураға өйрәнергә ҡарар иткән уңышлы эшҡыуар Эдгар Кауфмандың улы килә башлай.

Райттың ҡыйыу архитектура идеялары яйлап йәш Эдгар Кауфманды рухландыра, һәм уларға өлкән Кауфманды Райт проектлаған бөтөн ҡаланың макетын төҙөүгә аҡса бүлеү өсөн күндерергә мөмкин була. Төҙөлөш тамамланғандан һуң макет Кауфмандарҙың ғаиләһенә ҡараған универмагҡа дөйөм күҙәтеү өсөн ҡуйыла.

Райт Кауфмандар ғаиләһендә йыш ҡунаҡ була һәм тиҙҙән уларҙың ҡала ситендәге йортоноң проектын төҙөү өсөн заказ ала. Был маҡсат өсөн Кауфмандар «Айыу шишмәһе» тип аталған матур урындан участка алалар (ингл. Bear Run), ул тирә-яҡ өҫтөнән сығынтынан ғибәрәт була, ә эргәлә бәләкәй шарлауыҡ урынлаша.

Райт ижадында икенсе үр башлана. Ул функционализмдың техник ынтылыштарына тәбиғәт менән берләшеүҙең романтик идеяларын ҡаршы ҡуйыуҙы дауам итеп, завод етештергән элементтарҙы һәм тимер-бетон конструкциялар ҡуллана[29][30]. 19351939 йылдарҙа Райт И. Дж. Кауфман өсөн «Шарлауыҡ өҫтөндә йорт» («Fallingwater») төҙөй, шт. Пенсильвания.

«Шарлауыҡ өҫтөндәге йорттоң» Райт тарафынан әҙерләнгән интерьеры

1934 йылдың ноябрендә Райт Кауфмандарҙың ҡала ситендәге йортона урын ҡарау өсөн «Айыу шишмәһенә» килә. Ул шарлауыҡты буласаҡ йорттоң структура өлөшө эшләргә ҡарар итеп, шарлауыҡ менән йәнәш участканы һайлай. Заказсылар архитекторҙың бындай ҡыйыу ҡарары башта аптырата, әммә Райт уларға: «Мин һеҙҙең шарлауыҡҡа ҡарап түгел, ә уның менән йәнәш йәшәүегеҙҙе теләйем. Ул һеҙҙең тормошоғоҙҙоң бер өлөшө булырға тейеш» тип әйтә һәм шундай йортто төҙөү мөмкинлегенә һәм унда йәшәүҙең хәүефһеҙ булыуына ышандыра. Йорт бетон террасаларҙан һәм туранан-тура шишмә өҫтөндәге ҡорос таяуҙарҙа урынлашҡан эзбизташлы вертикаль өҫлөктәрҙән тора. Йорт торған ҡая өлөшө бина эсендә ҡала һәм Райт уны интерьер биҙәүҙең детале кеүек ҡуллана. Райт йортто төҙөгәндә бер ағас та киҫелмәһен, ҙур тау таштары урынында ҡалһын, ә буласаҡ йорт тәбиғи ландшафттың өлөшө булып ҡалһын өсөн тырыша. Йортто төҙөүгә 155 000 доллар аҡса китә, уларҙан архитекторҙың эше өсөн түләү 8 000 доллар тәшкил итә. Инфляцияны иҫәпкә алғанда был сумма 2009 йылда яҡынса АҠШ-тың 2,4 млн долларына тигеҙ. Йорттоң төҙөлөшөндә бөтәһе лә камил булмай, һәм ул ике тапҡыр 1994 йылда һәм 2002 йылда өҫтөмә ҡорос таяуҙар менән реконструкциялана.

1937 йылдан 1963 йылға тиклем «Шарлауыҡ өҫтөндә йорт» Кауфмандар ғаиләһенә ҡала ситендәге резиденция булып хеҙмәт итә. 1963 йылда Эдгар кесе-Кауфман бинаны Көнбайыш Пенсильвания тәбиғәтен һаҡлау ойошмаһына иғәнә рәүешендә тапшыра. 1964 йылда йортто музейға әйләндерәләр, һәм ул килеүселәр өсөн асыҡ була. 2008 йылдың ғинуар айына ҡарата «Шарлауыҡ өҫтөндә йортҡа» яҡынса алты миллион кеше килгән. Пенсильвания шатының алыҫ мөйөшөндә урынлашыуына ҡарамаҫтан (Питтсбургтан яҡынса ике сәғәтлек юл), әдеге ваҡытта «Шарлауыҡ өҫтөндәге йортҡа» йыл һайын 120 000 ашыу кеше килә[31]

«Юсон» осоро, 30-сы йылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урта хәлле клиенттар өсөн Райт был осорҙа уртаса хаҡлы йорттар әҙерләй. Райт үҙе был йорттарҙы U.S.O.N.A. (Unites States of Nothern America) аббревиатураһынан «юсон» йәки «төньяҡ америка йорттары» тип атай. Компактлы, аҙ сығымлы һәм ҡулланышлыҡлы «юсон» йорттары «Прерия йорттарында» һалынған принциптарҙы үҫтерә. Йорттарҙың яҫы ҡыйығы түбәнең аҫтында уҡ булған тар таҫмалы тәҙрәләр ҡулланыу иҫәбенә стеналар өҫтөндә тора. Йорттар башлыса бер ҡатлы һәм планында L-рәүешле проектлана, был уларҙы ҡатмарлы формалы биләмәлә урын алырға мөмкинлек бирә. Каркаслы конструкция төҙөлөштө арзанлатырға мөмкинлек бирә.

«Юсон» йорттары Райттың ҡала төҙөү концепцияһының төҙөлөш блоктары — «Киң горизонттар ҡалаһы» булырға тейеш ине. Халыҡ тығыҙ ултырған ҡала тәбиғи рәүештә ауыл хужалығы биҫтәләренә бүленеп, «урбанизациянан ҡотолорға» тейеш була, ә төп хәрәкәт итеү сараһы булып унда автомобиль була. «Киң горизонттар ҡалаһы» концепцияһы Америка аҙ ҡатлы биҫтәһен төҙөүҙә байтаҡ йоғонто яһай.

Был осорҙа Райт йәмәғәт биналары ла төҙөй, улар араһында Расиндағы (Висконсин штаты, 19361939) иң билдәле «Джонсон Вакс» штаб-фатиры. Конструкцияның нигеҙе булып «ағас кеүек» колонналар менән зал тора, унда һәр колонна өҫкә ҡарай киңәйә. Ағас структураһын лаборатория ла ҡабатлай — уның бүлмәләре лифт шахталарын йөрөткән үҙәк-«олон» тирәләй төркөмләшә, ә түбәлек плиталары формаһы буйынса аралаша — квадрат плиталар бинаның каркасын булдыра, унда түңәрәк плиталар урын ала. Ярым үтә күренмәле быяла көпшәләр системаһы аша яҡтылыҡ эш урынының «изгелек» атмосфераһын булдырырға булышлыҡ итә[32].

Нью-Йоркта Соломон Гуггенхайм музейы

Соломон Гуггенхайм музейы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Райт ижадының апафеозы булып Нью-Йоркта Соломон Гуггенхейм музейы тора, уны архитектор 16 йыл дауамында (19431959) проектлай һәм төҙөй. Тыштан музей ауҙарып ҡуйған ишелмәне, ә интерьеры ҡабырсаҡты хәтерләтә, уртаһында уның быяланан эске ихата урынлашҡан. Райт экспозициялар өҫтән аҫҡа ҡарай булырға тейеш тип уйлай: килеүсе өҫкө ҡатҡа лифтта күтәрелә һәм яйлап үҙәк ишелмә пандус буйлап аҫҡа төшә. Ауыш стеналарҙағы эленеүсе картиналар рәссамдың мольбертындағы кеүек урынлашырға тейеш була. Музей ҡоймаһының орнаменттары сифатында Райт В. В. Кандинский картиналары экспозицияһындағы фигураларҙы ҡуллана.

Музей етәкселеге Райттың бөтә талаптарын үтәмәй, һәм хәҙер экспозицияларҙы ҡарау аҫтан өҫкә ҡарай башҡарыла.

Һуңғы эштәре. Һөҙөмтәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1950 йылдарҙа Райт органик архитектуранан китә башлай һәм биналарҙы башлыса универсаль, интернациональ стилдә проектлауға күсә. Был осорҙа торлаҡ йорттарҙа Райт шулай уҡ тура мөйөштән «яһалма» форма һымаҡ баш тарта һәм ишелмәгә һәм түңәрәк әйләнәгә мөрәжәғәт итә[33]

Райттың үҙе тере сағында бөтә проекттары ла тормошҡа ашырылмай. Саманан тыш артыҡ биҙәлгән һәм китч[34] менән сикләнгән Марин округының суд бинаһы уның вафатынан һуң дүрт йыл үткәс төҙөлөп бөтә. 1956 йылда Райт Чикагола атом энергияһында эшләгән лифттар менән дөйөм 1609 метр бейеклегендәге ныҡ бейек йорт төҙөргә теләй[35], ул йорт 130 000 кешегә иҫәпләнә һәм өҫкә ҡарай тарайған өс мөйөштә призма формала булырға тейеш була. Әммә проектты кире ҡағалар.

1959 йылдың 9 апрелендә Аризона штатының Феникс ҡалаһында вафат була.[36].

Ғаиләһе һәм шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уңыш ҡаҙанған архитектор булараҡ, Фрэнк Ллойд Райт үҙен бер ни менән сикләмәй йәшәй, һәм йыш ҡына һары матбуғат өсөн сәп була. Ул рәсми рәүештә өс тапҡыр өйләнә һәм айырылышыуға тиклем үк бер нисә тапҡыр гражданлыҡ никахында тора.

  • Беренсе тапҡыр Райт Катерина «Китти» Ли Тобинға 1889 йылда өйләнә. Никах 1909 йылда тарҡала, 1922 йылда айырылыша.
  • Үҙенең бер клиентының ҡатыны Марта Чейни менән бергә йәшәй. Чейни һәм уның ике балаһы Райттың «Талиесин I» йортонда ялсы тарафынан үлтерелә, ә йорт үҙе яндырыла.
  • Мириам Ноэль менән никахы (1923 йыл), Мириамдың морфин менән мауығыуы арҡаһында 1927 йылда тарҡала.
  • Райттың һуңғы ҡатыны Ольга Ивановна Гинценберг («Ольгиванна») була. Райт уның һәм ҡыҙы менән бергә Көнбайыш Талиесинда, Скоттсдейлда ерләнә, (Аризона штаты). Висконсинда ғаилә зыяратында Райттың ҡәбер ташы менән буш ҡәбер ҡала.

Райттың ете балаһы ҡала: өс улы һәм дүрт ҡыҙы. Фрэнк Ллойд Райттың ике балаһы — Фрэнк Ллойд Райт-кесе һәм Джон Ллойд Райт шулай уҡ архитектор була. Фрэнк Ллойдтың ейәнсәре, Энн Бакстер — актриса, «Оскар» премияһы лауреаты.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #27148716 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 архитекторы, работающие в Швеции — 2014.
  3. 3,0 3,1 3,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. https://www.moma.org/artists/6459 (ингл.)
  5. 5,0 5,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #11863531X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  6. 6,0 6,1 6,2 https://www.taliesinpreservation.org/history/
  7. http://arch-pavouk.cz/index.php/architekti/1450-wright-frank-lloyd
  8. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  9. 9,0 9,1 Conroy S. B. Wright's Grave Site Moved (ингл.) / S. BuzbeeWashington: Fred Ryan, 1985. — ISSN 0190-8286; 2641-9599
  10. Geni (билдәһеҙ) — 2006.
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 Union List of Artist Names (ингл.) — 2021.
  12. RKDartists (нидерл.)
  13. https://library.columbia.edu/libraries/avery/franklloydwright/collections.html
  14. https://www.arsny.com/mostwanted/
  15. Wright, Frank Lloyd // https://web.archive.org/web/20210630075411/https://www.dacs.org.uk/licensing-works/artist-search/artist-details?ArtistId=e67be11b-16d3-404d-be64-9200e359586a
  16. https://www.adagp.fr/en/identities/frank-lloyd-wright-54691
  17. http://www.moma.org/collection/works/205
  18. Artists + Artworks (ингл.)
  19. https://arkdes.se/arkitekter-och-arkitektkontor-i-arkdes-samlingar/
  20. https://pacscl.exlibrisgroup.com:48994/F/?func=find-b&request=000212235&find_code=SYS
  21. Marter J. (unspecified title)Издательство Оксфордского университета, 2011. — ISBN 978-0-19-533579-8
  22. archINFORM (нем.) — 1994.
  23. BW Online | July 28, 2004 | Frank Lloyd Wright: America’s Architect
  24. 24,0 24,1 Frank Lloyd Wright | Biography, Architecture, & Facts | Britannica.com
  25. Иконников А. В. Архитектура XX века. Утопии и реальность. М., Прогресс-Традиция, 2001, т.1, стр. 201
  26. Фремптон, 1990, с. 90
  27. Welcome to Taliesin Preservation, Inc
  28. Taliesin, the Frank Lloyd Wright School of Architecture | Building Architects since 1932. Дата обращения: 1 июнь 2019. Архивировано из оригинала 3 апрель 2019 года.
  29. Фремптон, 1990, с. 274
  30. Иконников А. В. Архитектура XX века. Утопии и реальность. М., Прогресс-Традиция, 2001, т.1, стр. 258
  31. The Associated Press, 2007. 2015 йыл 20 август архивланған.
  32. Фремптон, 1990, с. 278
  33. Иконников А. В. Архитектура XX века. Утопии и реальность. М., Прогресс-Традиция, 2001, т.1, стр. 559
  34. Фремптон, 1990, с. 279
  35. Дэвид Литтлфилд. "Бумажная архитектура" // Архитектура / пер. с англ. Ю. Змеевой; науч. ред. М. Гукетлов; под ред. Э. Денисон; вст. ст. Дж. Глэнси. — Москва: Рипол-классик, 2017. — С. 90. — 160 с. — ISBN 978-5-386-06581-2.
  36. Frank Lloyd Wright Dies; Famed Architect Was 89 (ингл.). The New York Times (10 апрель 1959). Дата обращения: 20 апрель 2016.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Пфайффер Б. Райт. 1867—1959: Архитектура демократии. М., АртРодник, 2006
  • Фремптон К. Современная архитектура: Критический взгляд на историю развития. М., Стройиздат, 1990
  • Иконников А. В. Архитектура XX века. Утопии и реальность. М., Прогресс-Традиция, 2001
  • Всеобщая история архитектуры, т. 11. Москва, 1973
  • Уникальные дома от Райта до Гери, Анисимова И. И., 2009, ISBN 978-5-9647-0161-3


Был архитектор тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.