Хажи Аҡҡусҡаров
Хажи Аҡҡусҡаров | |
Тыуған ваҡыты |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны |
билдәһеҙ |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Командалыҡ итеү |
Башҡорт баш күтәреүселәренең ҡораллы көстәре |
Хәрби алыш/һуғыш |
Хажи Аҡҡусҡаров (Хажи солтан) — 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе. Ихтилал барышында башҡорт ханы тип иғлан ителгән.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хажи Аҡҡусҡаров сығышы менән Башҡортостандың Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттарынан булған[1].
1706 йылдың йәйендә Алдар Иҫәкәев менән берлектә баш күтәреүселәргә хәрби булышлыҡ күрһәтеү хаҡында һөйләшеүҙәр алып барыр өсөн Ҡырым ханлығына һәм Ғосман империяһына Морат Солтан етәкселегендәге башҡорт илселеген ойоштора[1].
1709 йылдың февралендә Нуғай даруғаһының Юрматы улусында башҡорттар йыйынға йыйыла, бында улар Ҡөрьәндә башҡорт ханы Хажиға ант итеп көрәште артабан дауам итергә вәғәҙә бирәләр. Ә. Вәлиди билдәләүенсә, был йыйын халыҡ съездарының «Хажи мәсете» атамаһын алған традицион урынында — Егән йылғаһы ҡушылдығы Һикәҙе буйында уҙғарылған[2].
1708 йылда Алдар Иҫәкәев етәкселегендәге башҡорт ихтилалсылары Хажи Аҡҡусҡаров менән берлектә Ҡазан өйәҙендә воевода кенәз П. И. Хованский Змей ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Баш күтәреүселәрҙең маҡсаттары тураһында 1708 йылдың февралендә ҡулға алынған ихтилалсы Бүләк Аҡбулатов яуап алыу ваҡытында түбәндәгеләрҙе бәйән иткән[3]:
«…И положили Салтан-Хазя з башкирцы, чтоб им ворам башкирцам и Казанского уезда татаром руских людей всех прирубить, и всех уездов иноверцев возмутить и к воровству своему соединить и иттить под Казань всеми людьми. И взяв де Казань, тому вору Салтану-Хазю быть в Казани…»
Хажи Аҡҡусҡаровтың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Аҡманов И. Ғ. Хажи Аҡҡусҡаров // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
- ↑ Таймасов С. У. Алдар-Кусюмовское восстание и политическое положение Башкортостана в первой трети XVIII века // Ватандаш. — 2008. — № 8. — ISSN 1683-3554.
- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — С. 128—129. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Акманов И. Г. Башкирия в составе Российского государства в XVII — первой пол. XVIII в. — Свердловск, 1991.
- А.-З. Валиди Тоган. История башкир. — Уфа: Китап, 2010. — 352 с. — ISBN 978-5-295-05000-8.
- Алтон С. Доннелли. Завоевание Башкирии Россией. Перевод с английского Л. Р. Бикбаевой. — Уфа, 1995.
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. 3. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
- Таймасов С. У. Башкирско-казахские отношения в XVIII веке. — М.: Наука, 2009. — 344 с. — ISBN 978-5-02-037567-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҡманов И. Ғ. Хажи Аҡҡусҡаров // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)