Химик ҡушылмалар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Химик ҡушылмалар — ике йәки бер нисә элементтың атомы химик бәйленештә булған ҡамарлы матдә. Химик ҡушылма составы химик формула, төҙөлөшө структур формула менән яҙыла. Күпселек осраҡта химик ҡушылмалар состав даимилығы законы (ru:Закон постоянства состава) һәм ҡалыҡһыҙ бүленеүсән сағыштырма законына (ru:Закон кратных отношений) бойһона. Шулай уҡ, үҙгәреүсән составлы ҡушылмалар булыуы билдәле, мәҫәлән (бертоллид):

PaO2,18—PaO2,21.

Химик ҡушылмалар химик реакция нәтижәһендә барлыҡҡа килә. Ҡатмарлы матдәләр бер нисә матдәгә тарҡалыуы мөмкин. Химик ҡушылма барлыҡҡа килгәндә йылылыҡ бүленеп сыға (экзотермик реакция), йәки йылылыҡ йотола (эндотермик реакция). Химик ҡушылмаларҙың физик һәм химик үҙенсәлектәре реакцияға ингән матдәләрҙең үҙенсәлектәренән айырыла. Химик ҡушылмалар органик һәм органик булмаған матдәләргә бүленә. 100 меңдән артыҡ органик булмаған һәм 3 млн. органик матдә булыуы билдәле. Әҙәбиәттә яҙылған һәм ҡушылманың уникаль CAS-номеры бар.

Ҡатмарлы матдәләр:

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә]


Һылтанмалар[үҙгәртергә]