Эстәлеккә күсергә

Хөсәйенов Әхәт Рәхмәтулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хөсәйенов Әхәт Рәхмәтулла улы
Тыуған ваҡыты:

5 август 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (78 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1966 йылдан

Театр:

Салауат драма театры, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры

Наградалары:

БАССР-ҙың халыҡ артисы (1990)

Хөсәйенов Әхәт Рәхмәтулла улы (5 август 1946 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр актёры, яҙыусы, юмористик хикәйәләр авторы. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1990).

Әхәт Рәхмәтулла улы Хөсәйенов 1946 йылдың 5 авгусында Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуған.

1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (педагогы Илшат Йомағолов) тамамлай. 1966 йылда Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләй башлай. 1992—2002 йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының директоры һәм артист булып эшләй. 1968 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә һәм өҙөклөктәр менән хәҙерге көндә лә шунда эшләй.

Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ричард Ғәлин («Айгөл иле»; дебют, 1968, Салауат драма театры),
  • Байбура («Зәңгәр шәл» — «Голубая шаль» Кәрим Тинчурин),
  • Ибрай («Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!» — «И судьба — не судьба!..» Рифҡәт Исрафилов Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса),
  • Алпаров («Аманатҡа хыянат» — «Измена предкам» Ф. В. Богданов),
  • Хәниф («Тиле йәшлек» — «Озорная молодость», И. А. Абдуллин),
  • Дәүләтбай («Ҡыҙ урлау» — «Похищение девушки», Мостай Кәрим);
  • Хәбибрахман («Һөйәм, һағынам…» — «Люблю, обожаю…», М. А. Ғиләзов),
  • Балбабай («Балаҡайҙарым» — «Дети мои», Әнғәм Аҙнабаев),
  • Әхмәҙулла («Минең ғаиләм» — «Моя семья», Тәнзилә Дәүләтбирҙина),
  • Исмәғил («Ғәлиәбаныу»),
  • Рим Папаһы («Аттила» Ғәзим Шафиҡов),
  • Пит («Кәкүк ояһы» — «Полёт над гнездом кукушки» Әхтәм Абушахманов К. Кизиҙың шул уҡ исемдәге романы буйынса).
Стәрлетамаҡ драма театры сәхнәһендә башҡарған ролдәре
  • Ғәлимйән («Йәш йөрәктәр» — «Молодые сердца» Ф. Бурнаш),
  • Унбаш («Париж башҡорто» — «Башкир из Парижа» Б. З. Рафиҡов).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1984).
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1990).