Чанышев Әнүәр Хәйҙәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чанышев Әнүәр Хәйҙәр улы
рус. Анвер Хайдарович Чанышев
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 октябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Күҙәй ауылы, Бүздәк районы, СССР
Вафат булған көнө 27 апрель 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (92 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Федераль хәрби мемориаль зыярат[d]
Һөнәр төрө офицер
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены заслуженный работник физической культуры Российской Федерации «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени Ватан һуғышы ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы Жуков миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы медаль «За безупречную службу»
 Чанышев Әнүәр Хәйҙәр улы Викимилектә

Чанышев Әнүәр Хәйҙәр улы (2 октябрь 1924 йыл27 апрель 2017 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Полковник. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә «РФ Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әнүәр Хәйҙәр улы Чанышев 1924 йылдың 2 октябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Күҙәй ауылында тыуған[1]. 1931 йылда, ғаиләләрен кулак булараҡ ситкә ебәргәс, балалар йортона тәрбиәгә тапшырыла. 1934 йылда ғаиләләре Мәскәүгә күсенә. 16-сы татар дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡый, 10-сы класты тамамлағандан һуң, 1942 йылда Өфө пехота училищеһына уҡырға инә.

1943 йылдың 15 апрелендә училищены тамамлай һәм Көньяҡ-көнбайыш фронтына хеҙмәт итергә йүнәлтелә. Унда 394-се уҡсылар дивизияһының 810 уҡсылар полкында взвод менән командалыҡ итә. Днепрҙы кискәндә күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Плацдарм өсөн һуғышта ҡаты яралана. Һауыҡҡас, 96-танк бригадаһының танк-десант ротаһы менән командалыҡ итә[2].

Чанышев А. Х. хеҙмәт йылдары
Чанышев А. Х. хеҙмәт йылдары

Яссы-Кишинев операцияһында күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Һуғышта икенсе тапҡыр ҡаты яралана. Хәрби хеҙмәт юлын Чанышев Болгарияла танк батальоны штабы начальнигы ярҙамсыһы дәрәжәһендә тамамлай.

1949 йылда ул Ленин исемендәге Ҡыҙыл Байраҡлы хәрби физик культура институтын тамамлай, 38-се армияның дивизия физик әҙерлек начальнигы вазифаһын башҡара һәм ошо уҡ вазифаны Карпат яны хәрби округында ла башҡара.

1962 йылдан — Мәскәүҙә Армияның үҙәк спорт клубы начальнигы урынбаҫары.

1968 йылдан — ЦСКА етәксеһе. Был осорҙа Чанышев етәкселегендә билдәле тренерҙар Анатолий Тарасов, атҡаҙанған спорт мастеры Александр Гомельский, Станислав Жук, Шамил Тарпищев, Вячеслав Фетисов, Хөснөтдинов Нәғим эшләй.

1971 йылданСССР Оборона министрлығының спорт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары.

1979 йылда запасҡа сығарыла һәм Олимпиада-80 спорт программалары етәксеһенең урынбаҫары вазифаһын башҡара.

1982 йылдан алып Мәскәүҙең мәғариф органдарында физик культура мәсьәләләре буйынса эшләй. 2000 йылдан алып — Мәскәү мәғариф Департаментының хәрби-патриотик һәм гражданлылыҡ тәрбиәләү үҙәге директорының урынбаҫары.

1971 йылдан 1983 йылға тиклем — СССР фехтование федерацияһы рәйесе.

Төрлө осорҙа Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаһы, шулай уҡ РСФСР Спорт комитеты президиумы ағзаһы була.

Полковник Чанышев 2016 йылға тиклем Мәскәү мәғариф Департаментының хәрби-патриотик һәм гражданлылыҡ тәрбиәләү үҙәге директорының урынбаҫары, Мәскәү Татар автономияһы милли-мәҙәни советы ағзаһы[3]2016 йылдан алып хаҡлы ялда.

2017 йыл 27 апрелендә Мәскәүҙә вафат була. 2 майҙа Мытищиҙағы Федераль хәрби мемориал зыяратында ерләнә[4][5].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әнүәр Хәйҙәр улының икенсе никахтағы ҡатыны - Людмила Яковлевна Чанышева. Уларҙың улы - Тимур Әнүәр улы Чанышев, адвокат булып эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡыҙыл Байраҡ Ордены
  • Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • III дәрәжә «РФ ҡораллы көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены
  • 36 миҙал, шул иҫәптән Болгария, Германия, Польша миҙалдары
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]