Шафиҡ Дориа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шафиҡ Дориа
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Мысыр[3]
Тыуған көнө 14 декабрь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[3][4]
Тыуған урыны Танта[d], Мысыр[3]
Вафат булған көнө 20 сентябрь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2][3][4] (66 йәш)
Вафат булған урыны Ҡаһирә, Мысыр
Балалары Джехан Рагаи[d]
Һөнәр төрө тәржемәсе, мөхәррир, журналист, борец за права женщин, фәлсәфәсе, яҙыусы
Уҡыу йорто Париж университеты
 Шафиҡ Дориа Викимилектә

Шафиҡ Дориа (ғәр. درية شفيق14 декабрь 1908 йыл20 сентябрь 1975 йыл) — Мысыр активисы, шағирә, ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары өсөн «Нил ҡыҙы» йәмәғәт хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы[5].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шафиҡ Танте ҡалаһында инженер ғаиләһендә тыуа һәм француз миссионер мәктәбенә йөрөй. Шафиҡ француз бакалавриатын (тулы урта белемгә тап килә) тамамлаған иң йәш мысырлы була. 1928 йылда ул Худа Шаарави менән осраша, ул Шафиҡты феминизм идеялары менән таныштыра һәм белем алыу ынтылышында ярҙам итә[6]. Шул уҡ йылда Шафиҡ Сорбоннда уҡыу өсөн Мысырҙың Мәғариф министрлығынан стипендия ала һәм Парижға китә[7].

1935 йылда Шафиҡ «Мысыр һылыуы» ярышында ҡатнаша, был йәмәғәтселекте шаҡ ҡатыра, сөнки быға тиклем конкурста бер ҡасан да мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашмай[8]. Шафиҡ, ҡатнашыу өсөн сәбәп булып үҙен интеллектуаль өлкәлә генә түгел, ә «ҡатын-ҡыҙ» өлкәһендә лә күрһәтергә теләү тора ине, тип яҙа[6]. Һуңынан Шафиҡ Парижда уҡыуын дауам итә, һәм 1940 йылда философия докторы дәрәжәһен ала[8].

Уҡыуын тамамлағас, Шафиҡ Мысырға ҡайта. Уға Ҡаһирә университеты уҡытыусыһы вазифаһынан кире ҡағалар, сөнки уны "бик заманса» тип һанайҙар[7]. 1945 йылда Шафиҡ француз La Femme Nouvelle журналының баш мөхәррире була. Шул уҡ йылда ул ғәрәп телендә «Бинт эн-Нил» журналына нигеҙ һала (ғәрәп теленән —«Нил ҡыҙы»). Журналдың төп маҡсаты ҡатын ҡыҙҙар проблемаларын яҡтыртыу була[9]. 1948 йылда Шафиҡ шул уҡ исемле ойошма ойоштора, ул социаль проблемаларҙы хәл итеү, ҡатын-ҡыҙҙар араһында наҙанлыҡты һәм эшһеҙлекте бөтөрөү менән шөғөлләнгән һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың парламентҡа һайлау хоҡуғы өсөн көрәшкән.

1951 йылдың 18 февралендә Шафиҡ һәм тағы ла мең ярымға яҡын ҡатын-ҡыҙ Мысыр парламенты алдында ҡатын-ҡыҙҙарҙың социаль-иҡтисади хоҡуҡтарына ҡағылышлы талаптар менән протестҡа сыға. Сенат башлығы протест күрһәтеүселәргә уларҙың дәғүәләрен өлөшләтә ҡәнәғәтләндерергә вәғәҙә итә, әммә әҙерләнгән төҙәтмәләр ҡабул ителмәй[7]

1952 йылғы революциянан һуң «Нил ҡыҙы» ойошмаһы сәйәси партияға әйләнә.

1954 йылдың 12 мартында Шафиҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашлығынан тыш конституцион комитет ойоштороуға ҡаршы протест булараҡ аслыҡ иғлан итә. Аслыҡ 8 көн дауам итә. Һөҙөмтәлә ғәмәлдәге президент Мөхәммәт Нәғиб ҡатын ҡыҙҙарға илдең сәйәси тормошонда тулы ҡеүәтенә ҡатнашыу мөмкинлеген бирергә вәғәҙә итә[8].

Бынан Һуң Шафиҡ Мысырҙа ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте тураһында лекциялар менән халыҡ-ара турға юллана. Ул Италия, Франция, Бөйөк Британия, АҠШ, Япония, Гонконг, Пакистан, Һиндостан һәм Цейлонға килә.

Уның тырышлығы менән ҡатын-ҡыҙҙар 1956 йылда ҡабул ителгән конституцияға ярашлы тауыш биреү хоҡуғына эйә була. Шуға ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һайлауҙа ҡатнашыуына ир-егеттәрҙә булмаған сикләүҙәр индерелә.

1957 йылда Шафиҡ Ғәмәл Әбдел Насырҙың авторитар хөкүмәтенә ҡаршы аслыҡ иғлан итә. Был юлы ул йәмәғәтселектең ярҙамын алмай. Шафиҡ «Бинт эн-Нил»дан сығарыла, өйҙәге арестҡа ябыла, ә уның исемен матбуғатта телгә алыу тыйыла.

Ошонда уның йәмәғәт эшмәкәрлеге тамамлана. Шафиҡ 18 йыл һаҡ аҫтында йәшәй. Ошо ваҡытта ул шиғырҙар яҙа башлай[10]. 1975 Йылда Шафиҡ үҙ үҙенә ҡул һала[7].

2016 йылдың 14 декабрендә Google Шафиҡтың тыуыуына 108 йыл тулыуға дудл сығара[11].

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1937 йылда Шафиҡ Парижда уҡыған Нур әд-Дин Рагаиға кейәүгә сыға. Парҙың ике ҡыҙы — Азиза һәм Джехан тыуа. 1968 йылда Дория һәм Нур әд-Дин айырылыша[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #23479587 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr.NYC: OUP, 2012. — ISBN 978-0-19-538207-5
  4. 4,0 4,1 Doria Shafik // AlKindi (онлайн-каталог Доминиканского института востоковедения)
  5. Bonnie G. Smith. The Oxford Encyclopedia of Women in World History. — Oxford University Press, 2008. — 2710 с. — ISBN 978-0-19-514890-9.
  6. 6,0 6,1 Cynthia Nelson. Doria Shafik Egyptian Feminist : A Woman apart. — American Univ in Cairo Press, 1996. — 360 с. — ISBN 978-977-424-413-1.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Doria Shafik Feminist Activist Egypt, Womens Rights (англ.). doria-shafik.com. Дата обращения: 2 февраля 2024. Архивировано 28 февраля 2024 года.
  8. 8,0 8,1 8,2 Overlooked No More: Doria Shafik, Who Led Egypt’s Women’s Liberation Movement (Published 2018), The New York Times (22 февраль 2024). 24 февраль 2024 тикшерелгән."Overlooked No More: Doria Shafik, Who Led Egypt's Women's Liberation Movement (Published 2018)". The New York Times. 2018-08-22. Архивировано из оригинала 15 августа 2019. Дата обращения: 24 февраля 2024.
  9. Bint al-Nil Journal. digitalcollections.aucegypt.edu. Дата обращения: 28 февраля 2024. Архивировано 8 февраля 2024 года.
  10. Nathalie Handal. The Poetry of Arab Women: A Contemporary Anthology. — Interlink Books, 2001. — 380 с. — ISBN 978-1-56656-374-1.
  11. 108 лет со дня рождения Дории Шафик. www.google.com. Дата обращения: 28 февраля 2024. Архивировано 28 февраля 2024 года.