Шива

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шива
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-sa-sidd" does not exist.
Рәсем
Зат ир-ат
ХФА-лағы транскрицияһы Śiva
Тыуған көнө билдәһеҙ[1]
Хәләл ефете Парвати[2] һәм Сати[d][3]
Балалары Ганеша, Сканда[d], Айяппа[d] һәм Ашокасундари[d]
Иконографический атрибут Тришула[d], Дамару[d] һәм Лингам[d]
Алла ... ҡарай Индуизм һәм Джайнизм
Вооружение Тришула[d] һәм Pashupatastra[d]
Менге хайуан Нандин[d]
 Шива Викимилектә

Шива (санскрит: शिव, IAST: śiva, «яҡшы», «шәфҡәтле») — индуизмдағы илаһ, шиваизмдың юғары аллаһы, Брахма менән бергә Вишну триумуртиҙың илаһи триадаһына инә. Шива культының килеп сығышы ведизмға тиклемге һәм ведизм осорона барып тоташа[4].

Шива йыһан аңын, Ғаләмдең динамик ҡатын-ҡыҙ башланғысына ҡапма-ҡаршы булған Ғаләмдең статик ир-ат башланғысын (Пуруша), Шакти (Пракрити)) кәүҙәләндерә.

Һиндостандың мифологик донъяға ҡарашы үҫешенең һуңғы осоронда (Пурана осоро, яҡынса беҙҙең эраның 300—1200 йылдары), Шива булдырыусы Брахма һәм тәртип һаҡлаусы Вишнуның юғары триадала (тримурти) терәге менән Ғаләмдең емергес башланғысы булараҡ берләшә[5]. Шул уҡ ваҡытта Һиндостандың ҡайһы бер традицияларында, мәҫәлән, кашмир шиваизмында, Шива — абсолют илаһ, ул булдырыусы һәм емереүсе функцияларын үтәй.

Махабхаратала (1.1.20), Исхана (шива исемдәренең береһе) «тәүге ир (адя пуруша), берҙән-бер үлемһеҙ һәм мәңгелек» тип атала һәм Брахма һәм Вишну-Хари менән берләштерелә[6].

Шива Пурана әйтеүенсә, ул Вишнуны ла, Брахманы ла барлыҡҡа килтереүсе булып тора. Емереүсе лә, булдырыусы ла башланғысты кәүҙәләндерә. Индуизмда махадев эпитеты бар, ул иң бөйөк аллалар (дев) тип тәржемә ителә. Шиваның биш илаһи роле — мәрхәмәтте булдырыу, яҡлау, таратып ебәреү, йәшереү, бүләк итеү. Шиваға табыныу йолаһы шиваизм тип атала. Рудра, Шанкара[7] Шамбху[8] Махадева, Махешвара булараҡ билдәле. Шиваның төп мантраһы — «Ом Намах Шивая» ведаларҙа тәүге тапҡыр «Яджур Веда» гимны «Шатарудрия»ла йәки «Йөҙ рудраға гимн»да осрай.

Шива (Сива) будда Типитакаһында һүрәтләнгән, унда ул ҙур булмаған күк девапутталарының береһе булып тора. Рудра (Исана) — буддизмдағы Таватимса донъяһының Индра (Сакка), Варуна һәм Паджапати менән бер рәттән дүрт хакимының береһе [9][10][11][12][13].

Ҡатыны- Гималай тауы илаһы ҡыҙы, алиһә Парвати.

Атрибуттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шиваның Мурдешварҙағы ғәйәт ҙур статуяһы
Бейүсе Шива Натараджа
Өс башлы Шива, Гандхара, 2-се быуат

Төрлө ҡиәфәттәге Шиваның атрибуттары (яҡшы күңелле, йәки уҫал сағында):

Название Деванагари, транслитерация, перевод Мәғәнәһе, символдары
Агни санскр. अग्नि agni IAST Ут.
Аджагава санскр. अजगव ajagava IAST Лука Шиваның үҙ исеме
Акшамала санскр. अक्षमाला akṣamālā IAST, «чётки» Рудракша ағасы емешенән эшләнгән тиҫбе.
Анкуша санскр. अङ्कुश aṅkuśa IAST, «крюк» Фил ҡыуыу өсөн осло таяҡ. Шива садханала садхаканы (уҡыусыны) ҡыуып өйрәтергә тырыша (погоняет).
Ардхачандра санскр. अर्धचन्द्र ardhacandra IAST, «полумесяц» Шива сәсендәге ярым ай. Шива исемдәренең береһе «Чандрашекхара» — сәсендә Чандра йөрөтөүсе. Джойтишта Чандра аҡыл менән бәйле. Был билдә Шива кәмселеге булмаған йогин булараҡ Аҡылды контролдә тота.
Бхасма санскр. विभूति vibhūti IAST, «пепел» Донъянан ситләшеү билдәһе. Тағы ла Вибхутиҙы ҡара.
Бхиндипала санскр. भिन्दिपाल bhindipāla IAST, «копьё» Ҡыҫҡа һөңгө йәки уҡтар,уларҙы ҡул менән сөйөргә йәки трубка аша атырға кәрәк.
Вибхути санскр. विभूति vibhūti IAST, «пепел» Днъянан ситләшеү билдәһе. См. также Бхасма.
Вина санскр. वीणा vīṇā IAST Музыка инструменты, Лютня төрө. См. также Рудра-вина[en] (инг.)
Гада санскр. गदा gadā IAST Суҡмар- тимер таяҡ
Ганга санскр. गंगा gaṅgā IAST Ерҙе йыуып, емерә алған Күктәге йылға. Шива уның ағымына башын ҡуйып тора һәм сәстәре менән уның ағымын тыя.
Дамару санскр. डमरु ḍamaru IAST, «барабан» Бәләкәй барабан, Ғаләмдең башланғыс тауышы символы. Примордиаль ( иң тәүге, сығанаҡ тауыш) тауыш йәки примордиаль тирбәлеү символы, унан барлыҡҡа килгән башҡа тирбәлеүҙәр барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер йолалар уны Алланың барлыҡҡа килеүен әйтеү символы итеп ҡуллана. Бында Шива үҙе булдырған, яралтҡан әйберҙе (нимәнелер) барабанында күренеү өсөн уята, дини яҡтан «дама дама дама дама» тауышы булараҡ символлаштырыла. Был тауыш космоста мәңге яңғырай, әйберҙең (ниҙеңдер) барлыҡҡа килеүен сағылдыра.
Данда санскр. दण्ड daṇḍa IAST, «посох», «трость» Шиваның уң ҡулдарының береһендәге таяҡ— йогиндар уны ғәмәлдә ҡуллана торған махсус ҡулайлама ( шулай уҡ свараны алмаштырыу өсөн дә ).
Джата санскр. जट jaṭa IAST Сәсен йыйып ҡуйыу: баш түбәһенә уратып йыйып ҡуйылған сәс. Бынан исеме -Шиваның эпитеты— Джатадхара (санскр. जटाधर jaTaadhara IAST, «джаталы»)
Капала санскр. कपाल kapāla IAST Баш һөйәгенән эшләнгән һауыт. Аскеза символдарының береһе
Капаламала санскр. कपालमाला kapālamālā IAST Баш һөйәге йәки баш һөйәгенә оҡшатып ҡырып эшләнгән һөйәктәр; баш һөйәге рәүешендәге мунсаҡтар. Бер нисә төрө бар: өс баш һөйәге Тримурти;һигеҙ баш һөйәге — Локапала; илле баш һөйәге —санскрит телендәге хәрефтәр (тартынҡылар).
Капарда санскр. कपर्द kaparda IAST Сәс йыйыу төрө: баш түбәһенә уратып өйөп ҡуйылған сәс. См. также Джата. Бынан Шиваның исеме-эпитеты — Капардин (санскр. कपर्दिन् kapardin IAST, «носящий капарду»)
Каумуди санскр. कौमुदी kaumudī IAST, «ярым ай» Сомалы һауыт, сома- үлемһеҙлек нектары. Аҡылды контролдә тотоу символы.
Кришнамрига санскр. कृष्णमृग kṛṣṇamṛga IAST, «ҡара антилопа» Антилопа йәки болан — кеше аҡылының даими хәрәкәте символы. Шива уны уң ҡулдарының береһе менән тотоп тора, кеше аҡылын тынысландырыу символы.
Кунда санскр. कुण्ड kuṇḍa IAST, «кувшин» Һыу тултырылған көршәк.Амрита символы. Вамачара-тантрала — йони символы.
Кхадга санскр. खड्ग khaḍga IAST, «ҡылыс» Ҡылыс төрө. Рухи аҡыл символы. Функцияһы буйынса анкусҡа яҡын тора.
Кхатванга санскр. खट्वाङ्ग khaṭvāṅga IAST Ос яғында кеше баш һөйәге эшләнгән суҡмар .
Кхетака санскр. खेटक kheṭaka IAST, «щит» Ҡалҡан төрө. Шиваизмда ашта-аварану төрө (санскр. अष्ट-आवरण aSTa-āvaraNa, «восемь защит»): Гуру, Лингам, донъянан ситләшеү- отрешённость (вайрагья, авадхута),изге һыу, доға ҡылынған аҙыҡ,изге көл, йола башҡарыу әйберҙәре өсөн ашлыҡ бөртөктәре һәм Панчакшара-мантру.
Лингам санскр. लिङ्ग, liṅga IAST, «метка», «знак» Абсолюттың формаһыҙ булыуы символы һәм ижади башланғыс .
Мудра санскр. मुद्रा mudrā IAST, «печать, знак» Ҡул суҡтарының йола буйынса йәки символик

ҡуйылыуы. Ҡаһарманлыҡ йәки бүләк биреү мудралары һүрәтләнә.

Нага санскр. नाग nāga IAST, «кобра» Башында, муйынында, ҡулдарында, аяҡтарында, билендә, яуырыны аша һүрәтләнә(Брахман шнуры урынына). Эске энергияны контролдә тотоу символы ; шулай уҡ аҡыл һәм мәңгелек символы.
Нандин санскр. नन्दिन् nandī IAST, «бәхетле» Аҡ үгеҙ, Шива менеп йөрөгән хайуан (вахана). Буйһонған ҡаһарманлыҡ һәм тоғролоҡ билдәһе. ул шулай уҡ— ысын Дхарма символы, Дхарма- донъялағы бөтә әйберҙең тәртибе. Нанди дүрт аяҡлы: ҡаты тотоу(строгость), тәндең һәм аҡылдың таҙалығы, башҡаларҙы йәлләү һәм хәҡиҡәткә ынтылыу.
Парашу санскр. परशु paraśu IAST, «балта» Хәрби балта.
Паригха санскр. परिघ parigha IAST, «суҡмар» Тимер тешле суҡмар.
Паша санскр. पाश pāśa IAST, «петля», «тәбиғәт» Элмәк-арҡан, Шиваның [[Джива өҫтөнән хаким итеүе.
Пустака санскр. पुस्तक pustaka IAST, «китап» Китап йәки төрөп ҡуйылған яҙма (свиток). Веда символы, Веда- иң тәүге белем йәки шайва-джняну.
Рудракша санскр. रूद्राक्ष rudrākṣa IAST, «глаз (слеза) Рудры» Зәңгәр кипарис орлоҡтары, легенда буйынса, Шива күҙ йәштәренән барлыҡҡа килгән (Рудра-джабала-упанишада). Муйынында, башында, ҡолағында, ҡулдарында, билбауында бәләкәй йәки айырым мунсаҡ рәүешендә йөрөтөлгән изге тип һаналалар. Рудракша кейер өсөн вегетариан булырға кәрәкмәй.
Фил тиреһе Фил ғорурлыҡты кәүҙәләндерә, шуға күрә фил тиреһенән кейем Шиваның ғорурлыҡты еңеп сығыуын күрһәтә. Пураналар был Шива тарафынан илаһтарҙы йәберләгән өсөн үлтерелгән асур тиреһе тип аңлата.
Юлбарыҫ тиреһе Юлбарыҫ енси теләк символы һәм Шива кейгән юлбарыҫ тиреһе уның сафлығын күрһәтә. Уны Шива аҡыл эйәләре ебәргән хайуандан һалдырып ала, улар ҡатындары Шиваға енси теләк менән ымһынып ҡарай башлағанға асыуланған була.
Тришула санскр. त्रिशूल triśūla IAST, «трезубец» Шиваның иң төп, мөһим атрибуттарының береһе. Донъя эволюцияһының өс дәүере символы (булдырыу, тотоп тороу, һаҡлау һәм емереү), өс ваҡыт (үткән, хәҙерге һәм киләсәк),өс гуна һ.б.
Трипундра санскр. त्रिपुण्ड्र tripuṇḍra IAST, «три черты» Изге көлдәге өс һыҙыҡ(Вибхути).
Чиллум chillum IAST -
Шакти санскр. शक्ति śakti IAST, «мощь», «сила» Энергия, Шиваның ҡатыны.
Шанкха санскр. शाङ्ख zaaGkha IAST, «раковина» Ҡабырсаҡ


Шива йыш ҡына бейеүсе итеп һүрәтләнә, был Ғаләмдең — тандаваның мәңгелек бейеүен символлаштыра. Бейеү һәләк булған Асура Апасмараның кәүҙәһе өҫтөндә башҡарыла.

Шиваны ганалар— рухтар һәм ендәр оҙатып йөрөй.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арийҙарға тиклемге осор (б.э.т.1500 й. һәм унан да иртәрәк)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Р. Н. Дандекар, Мирча Элиаде һәм башҡа ҡайһы бер ғалимдар Мохенджо-Даро, Хараппа һәм Һиндостан[[]]дың төньяҡ-көнбайышындағы башҡа археологик ҡомартҡыларҙың артефакттарын Шива һәм Шакти культының иртә формаһы тип һанай. Был артефакттарға күп кенә тикшеренеүҙәрҙә тасуирланған лингамдар (баш яҡы түңәрәкләнгән бейек булмаған ритуал бағанаһы, фаллос) һәм «Пашупати мисәте» инә. Р. Н. Дандекар фекеренсә, шиваизм — цивилизациялы донъяның иң боронғо дине[14]. Шиваизмдың «прото-һинд» килеп сығышы тураһындағы гипотезаны ғалимдар хупламай[15]

Ведалар осоро (б.э.т. 1500 — б.э.т.600 йй.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер яҡтан, Ведаларҙың иң боронғоларында Рига Ведаһында фаллосҡа табыныусылар кире контекста телгә алына: «Лингамға табыныусылар беҙҙең йолаға үтеп инмәһен!» [16], «Ҡаршылыҡ күрһәтмәгәндә, ул рәүешен үҙгәртеп йөҙ ҡапҡалының милкенә эйә булып, лингамға табыныусыларҙы үлтергән»[17]. Икенсе яҡтан, Риг-Веда Рудраға төрлө гимндарҙа яҡынса 75 тапҡыр мөрәжәғәт итә[18]. 3 (йәки 4[19]) гимн туранан-тура уға төбәлә:

  1. I, 43. — Рудраға (һәм Сомаға) [20].
  2. I, 114. — Рудраға.
  3. II, 33. — Рудраға.
  4. VII, 46. — Рудраға.


Ведизм формалашҡан осорҙа шиваизмдың күп элементтары формаль булмаған мөхиткә — Шраманға күсә, был ведик брахманизмға ҡаршы тороуҙы күҙҙә тота. Ведик брахманизмда Рудра Шиваға ғибәҙәт ҡылмайҙар, ә ситкә китеүен һәм зыян итмәүен һорайҙар[21][22].

Шиваизмдың ҡайһы бер ағымдарының атрибуты— үлтерелгән Брахмандың (ведизм руханийы) баш һөйәге[23].

Упанишадалар осоро ( б.э.т.600 — б.э.т. 300 йй.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ведизм төрлө сәбәптәр арҡаһында монополияһын юғалта. Ҡатмарлы брахман ритуалдары, касталарҙы изоляциялау, брахман кастаһынан булмаған кешенең ҡотолоуға өлгәшә алмауы индуизмда тәрән реформалар тыуҙыра. Ведизм менән араһын өҙгән ағымдар (буддизм, адживиктар) бар, әммә ҡайһы берәүҙәр үҙ ҡараштарын веда фәлсәфәһе сиктәрендә, упанишадтар, ведаларға комментарийҙар рәүешендә тарата башлай.

Ғалимдар фекеренсә, Шветашватара —Упанишада[24] — шиваизм фәлсәфәһе яҙылған иң боронғо текст[25]. Гэвин Флад һүҙҙәре буйынса, был Упанишада тексында түбәндәгеләр килтерелә:

... Рудраны Юғары Алла, Сикһеҙ ҡөҙрәтле (ИАСТ: Īśa in Sanskrit) статусына күтәреүсе теология, Шива кеүек, артабанғы традицияларҙа ла космологик функциялар үтәй, шул уҡ ваҡытта ул тансцендент (уны аңлап бөтөп булмай) булып ҡала [26].

Пураналар осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гупталар хакимлығы осоронда (б. э. 320—500 йй.) пурана дине үҫешә һәм шиваизм тиҙ арала бөтә һинд субконтинентына тарала[27].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. палийская Википедия (пали)
  2. Википедия на языке хинди (хинди) — 2003.
  3. Google Books (билдәһеҙ) — 2005.
  4. Гринцер П. А. Шива. // Мифы народов мира. под ред С. А. Токарева.
  5. Majumdar, R. C.[en]: «Evolution of Religio-Philosophic Culture in India», in: Radhakrishnan (CHI, 1956), volume 4, p. 47.
  6. Махабхарата, Адипарва. Перевод В. И. Кальянова
  7. Булич С. К. Шанкара // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  8. Шамбху // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. iisaana // palikanon.com
  10. suttacentral.net
  11. Siva Sutta 2 // theravada.ru
  12. siva // palikanon.com Siva.

  13. Siva Sutta 1 // theravada.ru Комментарий ничего не говорит об этом дэве. По мнению Дост. Бодхи, он мог быть ранним прообразом индуистского бога Шивы.
  14. Дандекар, 2002, с. 248
  15. Индийская Философия. Энциклопедия. РАН. 2009 г. С. 865.

  16. Риг-веда VII.21
  17. Риг-веда X.99
  18. Подробнее см.: Chakravarti, Mahadev (1994). The Concept of Rudra-Śiva Through The Ages.
  19. О четырёх ригведийских гимнах к Рудре подробнее см.: Michaels, p. 216 and p. 364, note 50.
  20. стихи 1-6 обращены к Рудре; стихи 7-9 обращены к Соме.
  21. А. Х. Мехакян К вопросу об эволюции образа Рудры-Шивы в текстах Шрути.

  22. Р. Н. Дандекар От Вед к индуизму. Эволюционирующая мифология.

  23. Мирча Элиаде — Йога: бессмертие и свобода — ЙОГА И АБОРИГЕННАЯ ИНДИЯ
  24. For Śvetāśvatara IAST Upanishad as a systematic philosophy of Shaivism see: Chakravarti 1994, p. 9.
  25. For Śvetāśvatara IAST Upanishad as a systematic philosophy of Shaivism see: Chakravarti 1994, p. 9.
  26. Flood (1996), p. 153.
  27. For Gupta Dynasty (c. 320—500 CE) and Puranic religion as important to the spread across the subcontinent, see: Flood (1996), p. 154.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Индуистский пантеон

Ҡалып:Шиваизм Ҡалып:Индуистская космология