Шәкүр (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Шәкүрғәрәптәрҙән ингән башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәкүр башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән исем, шөкөр итеүсе, мәрхәмәтле тигәнде аңлата[1] Балаға рәхмәтле, яҡшылыҡтың ҡәҙерен белгән кеше булып үҫһен тигән теләктә ҡушыла был исем.

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фамилиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәшит Шәкүр (тулы исеме — Шәкүров Рәшит Закир улы, 11 ғинуар 1937 йыл) — башҡорт шағиры, тел һәм әҙәбиәт белгесе, публицист. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2012), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1978 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (2018).

Шәкүрова Шәүрә Рәшит ҡыҙы (10 декабрь 1967 йыл) — ғалим-филолог, сценарист, драматург, прозаик. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары, Башҡортостан Республикаһының Кинематографтар һәм Театр эшмәкәрҙәре союздары ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы гуманитар тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре.

Шәкүров Флорес Ибраһим улы (1949 ййыл) — хужалыҡ эшмәкәре.

Ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәкүр (рус. Шокурово) — Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районында урынлашҡан тарихи башҡорт ауылы.

Әҙәбиәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәкүр — яҙыусы Ибраһим Абдуллиндың «Бажалар» (1952) комедияһында төп геройҙарҙың береһе.

Шәкүр — яҙыусы Афзал Таһировтың «Себерәк Ғилман» драмаһында кире герой.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәкүр (улус) — Ҡошсо кантонының (1919 йыл 20 март — 1919 йыл сентябрь) Красноуфимск өйәҙе, һуңынан Екатеринбург өйәҙе составына ингән улу атамаһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ