Шәмсетдин Зәки

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Зәки Шәмсетдин Ярмөхәмәт улы — башҡорт мәғрифәтсеһе, философ, шағир, дин белгесе.1822 йылда Ырымбур губернаһы 10-сы Башҡорт кантоныны Таймаҫ волосының Иҙәк утарында, хәҙерге Башҡортостандың Көйөргәҙе районында, мулла ғаиләһендә тыуған, Иҙәккә килмешәктәр күсеп килгәс, ауыл Иҙәк-Ишмәт (Зәк-Ишмәт?) тип атала башлай. 1865 йылдың сентябрендә Таганрог ҡалаһында вафат булған.

Ул тыумыштан һуҡыр була. Буласаҡ шағир-импровизатор Ашҡаҙар-Балыҡлы, Ҡаҙанда Мөхәмәткәрим мәҙрәсәһендә белем ала.

Эстәлеге

[үҙгәртергә] Тормош юлы

Ауылдашы З.Мөхәмәтрәхимиҙең теркәүенсә [1], ун өс йәшлек малай мәҙрәсәлә ҡыш сыҡҡансы, башҡаларға эйәреп һәм бары ишетеү буйынса, сарыф менән нәхеү дәрестәрен, фарсы телен үҙләштерә. Икенсе йылға ул ХIII быуаттың данлыҡлы фарсы шағирҙары - суфый Ф.Ғаттарҙың айырым әҫәрҙәрен, Сәғди Ширазиҙың атаҡлы "Бостан", "Гөлбостан" китаптарын яттан уҡый, шулар өлгөһөндә ижади илһам тоҡана үҫмер йөрәгендә.

Һуңынан ул Таймаҫ ауылында шәкерттәргә белем бирә. Нәҡшбәндиә тәриҡәте юлына баҫҡас, Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡыта башлай. Беҙ Шәмсетдин Зәкиҙе бөрйән ырыуының аҫаба башҡорто һәм шағир, Аҡмулланың уҡытыусыһы итеп кенә түгел, шулай уҡ Нәҡшбәндиә тәриҡәте юлындағы йөҙҙәрсә суфыйҙарҙың мөршиде итеп тә беләбеҙ. Тап улар, йөҙҙәрсә, меңдәрсә суфыйҙар ХХ быуат башында үҙ халҡын ойоштороп, III Башҡорт ҡоролтайында Башҡортостан Республикаһын төҙөүгә өлгәшә [2]

Шағирҙың төрөк теле, фарси теле, ғәрәп теле телдәрендә яҙылған ҡулъяҙмалары һаҡланған. «Булғай-булмағай», «Өйрәнмәк кәрәк» шиғырҙарында васыят һүҙҙәре суфыйсылыҡ юлын һайлаған тәҡүәләр өсөн генә түгел, ә барлыҡ әҙәми заттар өсөн дә әһәмиәтле икәне бәхәсһеҙ.

[үҙгәртергә] Сығанаҡ

[үҙгәртергә] Иҫкәртмәләр

[үҙгәртергә] Һылтанмалар

  1. Зәйтүнә ШӘРИПОВА,филология фәндәре докторы, БДУ профессоры.
  2. Сәғит хажи ИСМӘҒИЛЕВ. БӨРЙӘН ЫРЫУЫ БАШҠОРТО УЛ.
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә