Шәүрә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Шәүрә (ғәр.) — ҡатын-ҡыҙ исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәүрә — «танылған», «мәшһүр» мәғәнәһендәге ҡатын-ҡыҙ исеме.[1] 2021 йыл 5 октябрь архивланған. XI—XII быуаттарҙан башҡорттар араһында мосолман дине менән бергә ғәрәп исемдәре лә тарала башлай.

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәүрә Ишмулла ҡыҙы Дилмөхәмәтова (1961) - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996).

Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова — (1 ғинуар 1954 йыл) — тележурналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1985 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы (1985). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Татарстан Республикаһының (1997) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Мәжит Ғафури исемендәге (2005) премиялар лауреаты.

Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазина — (22 июль 1925 йыл22 февраль 2002 йыл) — башҡорт театр режиссёры. РСФСР-ҙың (1970) һәм БАССР-ҙың (1955) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.

Шәүрә Рәшит ҡыҙы Шәкүрова — (10 декабрь 1967 йыл) — ғалим-филолог, сценарист, драматург, прозаик. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары, Башҡортостан Республикаһының Кинематографтар һәм Театр эшмәкәрҙәре союздары ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ( ),Башҡортостан Республикаһы гуманитар тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре.

Шәүрә Азамат ҡыҙы Сәғитова — композитор, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты

Дәүләтшина Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы (5 апрель 1946 йыл23 ғинуар 2006 йыл) — рәссам. Мәскәү туҡыу институтын тамамлаған (1971). Мәскәү рәссам-графиктар комитеты ағзаһы (1974), Рус рәссамдары ассоциацияһы (1989, Париж), Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы (1995) ағзаһы.

Шәкүрова Шәүрә Рәшит ҡыҙы (10 декабрь 1967 йыл) — ғалим-филолог, сценарист, драматург, прозаик. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары, Башҡортостан Республикаһының Кинематографтар һәм Театр эшмәкәрҙәре союздары ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы гуманитар тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре/

Сәнғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
  2. З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин «Туған тел серҙәре» — Өфө: «Китап», 1983 й. — Б. 60-сы.
  3. Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]