Ослотау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Эзбизтау битенән йүнәлтелде)
Ослотау
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы
Мираҫ статусы Палеонтология

Эзбизтау, Ослотау (рус. Эзвис-Тау, Осло-Тау) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы тау. Урындағы әһәмиәттәге палеонтологик тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән[1][2].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыуандыҡ ҡала округында Һаҡмар йылғаһы буйында, хәҙер юҡҡа сыҡан башҡорт ауылы Бикташ эргәһендә урынлашҡан. Йылға буйынан 4 км үрҙәрәк — шулай уҡ башҡорттар йәшәгән Рамаҙан ауылы[3].

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эзбизтау урынлашҡан төбәктең климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә бер иш. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына сикләнә. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа була. Ҡар ҡатламы йылына уртаса 150 көн ята, ярайһы тотороҡло[4].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тау аҡ эзбизташтан торған осло «бүрекле», 1993 йылда был тау тураһында рәсәй географы, профессор А. А. Чибилёв яҙған тасуирлама буйынса, Кембрий осоро рифтарҙан торған массив матур тау хасил иткән, бейеклеге — Һаҡмар йылғаһы туғайы кимәленән 150 м. Ҡаҙылма фауна ҡалдыҡтары осраған аҡһыл-һоро эзбизташтарҙан тора[2].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән иткәнсә, Эзбизтау атамаһын Бикташ ауылында йәшәүселәр генә ҡулланған. 1916—1917 йылдарҙа башҡорттар бында эзбиз яндырып, дәүләткә тапшырғандар. Күпселек ауылдарҙа уны Ослотау тип беләләр[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Чибилёв А. А., Мусихин Г. Д., Павлейчик В. М., Паршина В. П. «Зеленая книга Оренбургской области: Кадастр объектов Оренбургского природного наследия». Оренбург: Изд.-во «ДиМур», 1996
  2. 2,0 2,1 Чибилёв A.А., Мусихин Г. Д., Петрищев В. П., Павлейчик B.М., Сивохип Ж. Т. «Геологические памятники природы Оренбургской области». Оренбург: Оренбургское книжное издательство, 2000, 400 с.
  3. 2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар (46 %) тәшкил итә — Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
  5. Рассказывают, что топоним Эзвис-тау бытовал только среди жителей Бикташево. В 1916—1917 годах башкиры добывали здесь известковый камень, жгли известь и сдавали государству. Башкирское диалектное эзвис (в литературном языке эзбиз) — «известь», «извёстка», тау — «гора». «Известковая гора». В большинстве деревень вершина известна под другим наименованием — Осло-тау (в переводе с башкирского — «Острая гора»). — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чибилёв А. А., Мусихин Г. Д., Павлейчик В. М., Паршина В. П. «Зеленая книга Оренбургской области: Кадастр объектов Оренбургского природного наследия». Оренбург: Изд.-во «ДиМур», 1996
  • Чибилёв A.А., Мусихин Г. Д., Петрищев В. П., Павлейчик B.М., Сивохип Ж. Т. «Геологические памятники природы Оренбургской области». Оренбург: Оренбургское книжное издательство, 2000, 400 с.
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.