Эйяфьядлайёкюдль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Эйяфьядлайёкюдль
EyjafjallajökullSkógar.JPG
2010 йылдың 20 мартына тиклем
Урынлашыуы Исландия
Вулкан формаһы Стратовулкан
Кратер диаметры 3—4 мең м
Һуңғы атылыу 2010 йылдың 20 мартында башлана һәм хәҙерге көнгә тиклем дауам итә
Тау түбәһе бейеклеге 1666 м

Эйяфьядлайё́кюдль[1] (Эйяфьядлайёкудль[2]; исл. Eyjafjallajökull‎, [ˈɛɪjaˌfjatlaˌjœːkʏtl̥] ) — ҙурлығы буйынса Исландияла алтынсы боҙлоҡ. Исландияның көньяғында, Рейкьявиктан 125 км (77 миль) алыҫлыҡта урынлашҡан. Ошо боҙлоҡ (бер өлөшө күрше Мюрдальсйёкудль боҙлоғо) аҫтында конус формаһындағы үҙ исеме булмаған, матбуғатта ябайлаштырып боҙлоҡ исеме менән йөрөтөлә торған Эйяфьядлайёкюдль вулканы урынлашҡан.

Бейеклеге 1666 метр, майҙаны яҡынса 100 кв. км. Вулкан кратеры диаметры 3—4 км (2010 йылға тиклем боҙ менән ҡапланған) )[3].

Көньяҡ ситендә Скоугар ҡасабаһы урынлашҡан. Боҙлоҡтан билдәле Скоугафосс шарлауығы булған Скоугау (исл. Skógá‎) йылғаһы бушлана[4].

Тарихы[үҙгәртергә]

2010 йылдың 27 марты

1821-1823 йылдарҙа вулкан атылғандан һуң вулкан йоҡлаған тип иҫәпләнгән[3]. Вулкандың һуңғы атылыуы 2010 йылдың 10 мартында 22:30 һәм 23:30 сәғәттә GMT[5] башлана. Боҙлоҡтоң көнсығыш өлөшөндә 0,5 км самаһы ярыҡ барлыҡҡа килә, был ваҡытта көл сығарып ташлау күҙәтелмәй.

2010 йылдың 14 апрелендә вулкан атылыуы көсәйә [6], вулкан көлөн һауаға сығарып ташлау күбәйә. Был, 16 — 20 апрельдә һәм өлөшләтә майҙа, Европа өҫтөндә һауа киңлеген ябыуға сәбәпсе була.

VEI шкалаһы буйынса вулкан көсөргәнешлеге билдәһеҙ. Эйяфьятлайокудль вулканы — бетонланға ҡарар ителгән беренсе вулкан[7].

Исеме[үҙгәртергә]

Исеме ислан телендә (исл. Eyjafjallajökull‎) — утрау тауҙары боҙлоғо тигәнде аңлата.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Написание «Эйяфьядлайёкюдль» присутствует на советских и российских картах: карта Исландии (ПКО «Картография», ГУГК, 1981), Атлас мира (Роскартография, 1999).
  2. Написание «Эйяфьядлайёкудль» присутствует на советских топографических картах выпуска 1960-х годов, в Большой советской энциклопедии, большинстве научных трудов на русском языке по географии и геологии Исландии.
  3. 3,0 3,1 Вулкан Эйяфьятлайокудль в Исландии. Справка (ru), РИА Новости (15 апреля 2010). Проверено 16 апрель 2010.
  4. Вулкан Эйяфьялайокуль // Всё о геологии
  5. Eruption on Fimmvörðuháls (eng), Исландская метеорологическая служба (21.3.2010). Проверено 18 апрель 2010.
  6. По мнению заместителя директора ИГРАН по науке Аркадия Тишкова, то, что поднялось в воздух в Исландии, пока даже не достигло объёма 1 куб. км Масштаб извержения вулкана в Исландии резко уступает масштабу психоза, начавшегося в Европе, считают российские учёные // Ами-ТАСС, 16.04.2010.
  7. Эйяфьятлайокудль вулканы — бетонланға ҡарар ителгән беренсе вулкан