Эрнест Резерфорд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Эрнест Резерфорд
Ernest Rutherford
Тыуған:

30 август 1871(1871-08-30)

Тыуған урыны:

Спринг Грув, Яңы Зеландия

Үлгән:

19 октябрь 1937(1937-10-19)

Вафат урыны:

Кембридж, Англия

Ил:

Яңы Зеландия Яңы Зеландия
Бөйөк Британия флагы Бөйөк Британия

Фәнни даирә:

физика һәм химия

Эшләгән урыны:

Макгилла университеты
Манчестер университеты

Альма-матер:

Кентербер университеты
Кембридж университеты

Фәнни етәксеһе:

Дж. Дж. Томсон

Билдәле уҡыусылары:

П. Л. Капица
Марк Олифант
Патрик Блэкетт
Ганс Гейгер
Фредерик Содди
Эрнест Уолтон
Джеймс Чедвик
Джон Кокрофт
Эдуард Эплтон
Отто Ган

Танылыу алған өлкәләр:

Йәҙрә физика «атаһы»

Наградалары һәм премиялары


Нобель премияһы Химия Нобель премия (1908)
Румфорда миҙал (1905)
Эллиотт Крессон миҙал (1910)
Маттеуччи миҙал (1913)
Копли миҙал (1922)
Франклин миҙал (1924)

Орден Заслуг
Рыцарь-бакалавр

Эрне́ст Ре́зерфорд (ингл. Ernest Rutherford; 30 август 1871, Спринг Грув, Яңы Зеландия — 19 октябрь 1937, Кембридж) — Британия физигы сығышы менән Яңы Зеландиянан. Химия буйынса Нобель премия лауреаты (1908).

Ядро физикаһы «атаһы» булараҡ танылған, атом планет моделен тәҡдим иткән. Резерфорд тәжрибәләре тәрән, ябай һәм асыҡ булыуы менән айырылып тора.

Биография[үҙгәртергә]

Эрнест Резерфорд Яңы Зеландияла тыуған, бәләкәй ҡасабада Спринг-Грув. Эрнест ғаиләһе дүртенсе бала менән булған. Яҡшы хәтер һәм һаулыҡ булыу.

Радиоактивлыҡ күренешен өйрәнеү[үҙгәртергә]

Радиоактив нурланыштың ҡатмарлы составын өйрәнеү схемаһы. 1 — радиоактив препарат, 2 — ҡурғаш цилиндр, 3 — фотопластинка.

Радиоактив элементтар асылғас уларҙың физик үҙенсәлектәрен өйрәнеү башлана. Резерфорд радиоактив нурланыштың ҡатмарлы составын аса. Тәжрибә былай үткәрелә. Радиоактив препарат ҡурғаш цилиндрҙың тар ғына каналының төбөнә урынлаштырыла, ҡаршыһына фотопластинка ҡуйыла. Каналдан сыҡҡан нурланыш юлына магнит ҡыры тәҫьир итә. Бөтә ҡоролма вакуум эсенә урынлаштырыла. Магнит ҡырында нурланыш өс өлөшкә бүленә. Нурланыштың ике өлөшө магнит ҡырында айырыла, был уларҙың заряды булыуын күрһәтә. Өсөнсө өлөшө тураға тарала. Ыңғай зарядлы нурланыш альфа-нурҙар, тиҫкәре заядлы нурланыш — бета-нурҙар, нейтраль нурланыш — гамма-нурҙар исемен ала. Альфа-нурланыш үҙенсәлектәрен Резерфорд түбәндәге тәжрибә ярҙамында өйрәнә. Альфа-өлөшсәләр юлына, билдәле ваҡыт эсендә үткән зарядтарҙы һанай трған, Гегер счётчигын ҡуя. Альфа-өлөшсәләрҙең дөйөм зарядын һәм миҡдарын белеп, бер өлөшсәнң зарядын иҫәпләп сығара. Ул ике элементар зарядҡа тигеҙ була. Магнит ҡырында киҫәксәнең ситкә тайпылыуы буйынса заряд һәм массаның сағыштырмаһын билдәләй. Бер элементар зарядҡа бер атом масса берәмеге тура килә. Шулай итеп, ике элементар альфа-өлөшсәгә дүрт атом масса беләмеге тура килә. Тимәк, альфа-нурланыш – гелий ядролары ағымы. 1920 йылда Резерфорд протон массаһына тигеҙ заряды булмаған – нейтрон булыуы тураһын фаразлай. Эксперименталь рәүештә был киҫәксә булыуын билдәләп булмай. Уның барлығын эксперименталь рүештә 1923 йылда Джеймс Чедвик иҫбатлай.

Радиоактив үҙгәреш[үҙгәртергә]

Торийҙың радиоактив үҙенсәлеге нигеҙендә Резерфорд химик элементтарҙың радиоактив үҙгәреүен аса һәм аңлатып биә. Ғалим, ябыҡ ампулала торий активлығы даими ҡалыуын, әгәр препаратҡа әкрен генә һауа өргәндә уның активлыға кәмеүенә иғтибар итә. Альфо-өлөшсәләр менән торий радиоактив газ бүлеп сығары тигән фараз әйтелә. Резерфорда һәм уның коллегеһы Фредерика Содди хеҙмәттәре 1902—1903 йылдарҙа «Philosophical Magazine» мәҡәләләрендә нәшер ителә. Былмәҡәләләрҙә авторҙар алған мәғлүмәттәрҙе анализлап, химик элементтар бер элементтан икенсе элементҡа әүерелә тигән нитижәгә килә.

Атом әүерелеше нәтижәһендә, физик һәм химик үҙенсәлектре менән тулыһынса бкркнсе матдәнән айырылған, өр-яңы матдә барлыҡҡа килә

— Э. Резерфорд, Ф. Содди

Ул ваҡытта атомдың бүленмәҫ киҫәксә булыу тураһында мәғлимәт йәшәп килә. Был күренеште ғалимдар матдә составында яңы эдементтар булыуы менән аңлата. Тик ваҡыт был аңлатыуҙың яңлыш булыуын күрһәтә. Артабынғы физик һәм химиктарҙың тикшереүҙәре элементтарҙың бер-береһенә әүрелеү законын аса[1]

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт[үҙгәртергә]

  • Эрнест Резерфорд атом ядроһы асты һәм ядер энергетика турала негатив фекер әйте.

Библиография[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. http://www.krugosvet.ru/enc/nauka_i_tehnika/fizika/radioaktivnie_prevrashcheniya.html?page=0,0 — РАДИОАКТИВНЫЕ ПРЕВРАЩЕНИЯ|Энциклопедия Кругосвет
Википедия Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырыр кәрәк.