Этҡол (Этҡол районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Этҡол
Герб
Нигеҙләү датаһы 1763
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Эткүл районы[2] һәм Еткульское сельское поселение[d][2]
Административ-территориаль берәмек Еткульское сельское поселение[d][2]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 6740 кеше (2017)[3]
Почта индексы 456560
Урындағы телефон коды 35145
Карта

Этҡол — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһендә урынлашҡан ауыл, Этҡол районының административ үҙәге, Силәбе нән — 42 км, Яманйылға тимер юл станцияһынан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Халҡы — 6703. Оло Силәбе агломерацияһына инә.

Этҡол күленең көнбайышында урынлашҡан.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуатта урыҫ телендәге сығанаҡтарҙа нығытма исеме Иткуль, Эткуль, Ыткуль тип теркәлгән. Ауыл исеме нисек барлыҡҡа килеүе һәм башҡорт телендә нисек булыуы тураһында аныҡ ҡына билдәле түгел. Эргәләге күл исеме (гидроним) һәм кеше исеменә (антропоним) бәйле бер нисә фараз бар.

Бажов Павел Петрович «Демидовские кафтаны» тигән әҫәрендә былай тип яҙған:

«А Иткуль-озеро на высоком местичке пришлось. Берега — песок да камень, сухим-сухохоньки, а кругом сосна жаровая. Как свечки поставлены. Глядеть любо. Вода как стеклышко — все камни на дне сосчитай. Только скрасна маленько. Как вот ровно мясо в ней полоскали. Дно, вишь, песок-мясника, к нему этак отливает. Оттого будто озеро Иткулем и прозывается. На башкирском говядину называют ит, а озеро — куль, вот и вышло мясно озеро — Иткуль.»[4]

Икенсе фараз топонимды Ыҡкүл, йәки Ыйыҡкүл һүҙе менән бәйләй. Быны урыҫ телендә изге күл тип аңлатып биргәндәр[5] Ғәмәлдә ыҡ — һил, тын, ел һуҡмаған урын. Ә ыйыҡ иһә яурын, йәки хатта ат яурынының ҡамыт һуҡҡан урыны тип аңлатыла[6]

Өсөнсө фараз күл һәм ауыл исемен Этҡол тигән ир-ат исеменән булыуы, ул ошо ерҙәрҙең аҫаба хужаһы икәнән билдәләй[7]. Ир-атҡа Этҡол исеме мәжүсилек осоронда эткә табыныу билгеһе итеп йәки эт кеүек ныҡ булһын тигән теләк менән дә ҡушылған [8]. Этҡол һүҙенең тағы бер вариантында башҡорттарҙа яңы тыуған сабыйҙарҙы ҡурсыусы эт культы булыу менән аңлатыла[9].

Еткуль, озеро, село, районный центр, бывшее военное поселение-крепость, основанная в 1737 г. В источниках ХVIII в. — Иткуль, Эткуль, Ыткуль. Название от распространенного в прошлом у башкир древнего мужского имени Эткул, в диалектах Иткул, где эт (ит) — «собака», кол (кул, гул) — «раб», «невольник», в значении «помощник». В русском языке переосмыслено в куль — «озеро». Имя сохраняет следы древних поверий. В древности у башкир существовал культ собаки. Она считалась покровителем новорожденного. Верили в ее помощь при болезни детей, она отпугивала злых духов.

«От Парижа до Берлина по карте Челябинской области»

Дүртенсе фараз күл исемен "Эткүл" булыуын һәм эт һәм күл һүҙҙәренән төҙөлөүен билдәләй.

Уже в 1742 году озеро Еткуль на картах обозначено. Удивительно, но очертания его практически не изменились с тех пор. Считается, что название «Еткуль» произошло от башкирских слов «эт» — «собака» и «кул» — озеро. Получается, соответственно, «собачье озеро». Так как каких-либо фактических обоснований для этого удивительного словосочетания не нашли, то в качестве более понятной версии выдвигается предположение о заимствовании для озера мужского имени Эткол.

Озеро Еткуль. Сайт «ОЗЁРА ЧЕЛЯБИНСКОЙ ОБЛАСТИ»

Шулай уҡ ваҡытта башҡорт авторҙары Ишбулды Ғәбдинов, Спартак Ильясов, Әлим Зарипов үҙәренең баҫмаларында ауылдың исемен Эткүл тип күрһәтә.

Ҡаратабындар йәшәгән ерҙәрҙә Мейәс, Сыбаркүл, Силәбе, Эткүл, Этле ҡарағай, Үрге Яйыҡ ҡәлғәләре һалына

— Ишбулды Ғәбдинов. «Ватандаш» журналы, 163-сө бит

Силәбе, Сыбаркүл, Мейәс, Эткүл, Карагайский, Степной, Верхнеуральск ҡәлғәләрен төҙөүгә ер бүлергә ярҙамлашҡан, шул ярамһаҡлығы өсөн тархан дәрәжәләрен алған

— Спартак Ильясов. ШӘРЕҠТӘН - ҒӘРЕБКӘСӘ, йәғни Урал аша үткән ырыуҙар юлы. «Киске Өфө» гәзите, 5-9, 11,12-се һандар

Ырымбур комиссияһы етәксеһе В. А. Урусов 1740 йылдың 13 мартын­ да Сенатҡа яҙған донесениеһында: «Себер юлындағы башҡорт ерҙәрендә (йәғни, беҙҙең төбәктә — Ә. 3.) Миәс, Силәбе, Эткүл, Сыбаркүл, Уҡлы-Ҡарағай, Үрге-Яйыҡ ҡәлғәләре һалынды», — тип хәбәр итә.

— Әлим Зарипов. Эй Яйыҡ йорт, Яйыҡ йорт. Өфө,Китап, 1998.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Этҡол нығытмаһы башҡорттар ерендә 1736 йылда транзит пункты булараҡ һәм һаҡ маҡсатында ҡоролған.

Нығытманы үҙ ерҙәрендә төҙөүгә башҡорт тарханы Таймаҫ Шәһимов рөхсәт биргән[10][11][12]

Бының өсөн императрица Анна Иоанновна Таймаҫ Шәһимов ҡылыс бүләк иткән, ә шунда йәшәгән башҡорттарҙы яһаҡтан азат иткән[12]

Нығытма казактары ылауҙарҙы, юғары чиновниктарҙы оҙатып йөрөгән, сиктә хеҙмәт иткән, хәрби кампанияяларҙа ҡатнашҡан, мал көткән, иген иккән, кәсеп иткән, фарфор балсығы сығарып, империя башҡалыһына ебәргән. Сиркәү яҙмаларына ярашлы, 1781 йылға нығытма тирәләй байтаҡ ауылдар барлыҡҡа килгән. 5-се Генераль ревизия мәғлүмәттәре 1795 йылда 23 ауылды иҫәпкә алған.

1919 йылдың август башында Этҡолда совет власы урынлаша. 1929 йылда ауылда С. М. Киров исемендәге колхоз ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эткүлдәр «Челябинский колхозник» тигән танк колоннаһы төҙөүгә аҡса йыйыу ойоштора. 1957 йылда ауылда совхоз бүлексәһе була.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[13]2010[14]2012[15]2013[16]2014[17]2015[18]
620867606802671767066703



Иҡтисад һәм социаль өлкә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылда «Еткульский» ауыл хужалығы кооперативы, ремонт-техник предприятие, юл төҙөү участкаһы, нефть һурҙыртыу станцияһы, автоколонна, икмәк заводы, сыр һәм һөт заводтары, минераль һәм газлы һыу етештереү предприятиеһы, 2 лесхоз, көнкүреш һәм сауҙа предприятиелары бар.

Ауылда башланғыс һәм урта мәктәп, балалар сәнғәт мәктәбе, район балалар ижады йорто, балалар -үҫмерҙәр физик әҙерлеге клубы, Мәҙәниәт йорто, район һәм балалар китапханаһы, 3 балалар баҡсаһы, больница, поликлиника, тыуған яҡты өйрәнеү музейы[19]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 2,2 ОКТМО (урыҫ)
  3. https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  4. Бажов П.П Демидовские кафтаны
  5. Топонимическая справка на сайте Весь Челябинск 2009 йыл 31 май архивланған.
  6. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 693-сө бит
  7. Топонимика Челябинской области. Архивировано 28 май 2011 года. 2011 йыл 28 май архивланған.
  8. Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәйев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
  9. Топонимическая справка на сайте Весь Челябинск 2009 йыл 31 май архивланған.
  10. Статья в Башкортостан: Краткая энциклопедия(недоступная ссылка)
  11. Витевский Н. В., И. И. Неплюев и Оренбургский край в прежнем его составе до 1758 года. — Казань, 1889. — С.134. 2012 йыл 23 июль архивланған.
  12. 12,0 12,1 В. А. Весновский. Карманный справочник «Весь Челябинск и его окрестности» — Челябинск: Тип. Л. Б. Бреслиной. 1909. −138 с. 2011 йыл 24 апрель архивланған.
  13. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  14. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  17. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  19. Щипачев Б. Ф. Еткуль // Челябинская область: энциклопедия. — Челябинск, 2004. — Т.2. — С.272—273.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Силәбе өлкәһе район үҙәктәре Ҡалып:Этҡол районы тораҡ пункттары