Эстәлеккә күсергә

Юлдашбаев Билал Хәмит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юлдашбаев Билал Хәмит улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 2 март 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Юрматы, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 апрель 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]

Юлдашбаев Билал Хәмит улы (2 март 1928 йыл — 13 апрель 2001 йыл) — тарихсы-этнополитолог, юғары мәктәп уҡытыусһы. Тарих фәндәре докторы (1974), профессор (1974).

Билал Хәмит улы Юлдашбаев 1928 йылдың 2 мартында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны Юрматы ауылында, әлеге Ишембай ҡалаһында, Хәмит һәм Зәйнәп Юлдашбаевтар ғаиләһендә тыуған. Ҡатыны — Ләлә, ҡыҙы — Айһылыу. Ағаһы — Мәҡсәт Юлдашбаев (Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған), һеңлеһе Зәйтүнә.

Сығышы менән урта хәлле ғаиләнән. Олатаһы Абдулла Ишембай ауылы (хәҙерге Иҫке Ишембай) мәсетенең имамы була. Атаһы Хәмит Юлдашбаев та Юрматы ауылы мәсетендә 1929 йылға тиклем мулла булып тора. 1920-се йылдар аҙағы — 1930-сы йылдар башында бөтә Юлдашбаевтар ҙа кулак исеме тағылып, Себергә һөрөлә. Хәмит Юлдашбаев ғаиләһен Ҡырғыҙстан яҡтарына алып ҡаса. Бер нисә йылдан һуң ғаилә кире тыуған яҡҡа ҡайта, хәҙерге Ишембай районыАлаҡай ауылында төпләнә. Хәмит Юлдашбаев бер нисә йыл ауылда балалар уҡыта. Билал, бөтә Юлдашбаевтар кеүек, уҡырға бик һәләтле була. Ләкин ул ваҡытта төҙөлгән яңы нефтселәр ҡасабаһы Ишембайҙа малайҙы уҡырға алмайҙар.

1941 йылда әлеге Ишембай районы Кинйәкәй ауылында тулы булмаған урта мәктәпте тамамлай. Тарих менән ҡыҙыҡһыныуы мәктәп йылдарында уҡ башлана, уҡытыусыһы Арыҫланбәк Ғүмәров менән оҙаҡ йылдар бәйләнешен өҙмәй, фәнни эштәре менән таныштырып бара.

1942 йылда Ишембай районы Маҡар урта мәктәбен[1] алтын миҙалға тамамлай, К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына (һуңыраҡ Башҡорт дәүләт университеты) уҡырға инә.

1947 йылда институттың дүрт йыллыҡ курсын ике йылда тамамлап, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыта башлай. 1950 йылдан марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә.

1951 йылда Билал һәм Ләлә Юлдашбаевтарҙың ҡыҙҙары Айһылыу тыуа (хәҙерге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты профессоры, тарих фәндәре докторы).

1953 йылда М. Ломоносов исемендәге Мәскәү университетында тарих фәне буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1955 йылда Юлдашбаев өлкән ғилми хеҙмәткәр, СССР Фәндәр Академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында тарих бүлеге мөдире булып эшләй[2].

1959 йылда «Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөлөүе» исемле материалдар һәм документтар йыйынтығын төҙөй. 990 биттән торған китапта 500-гә яҡын документ тупланған, йәш ғалим бығаса башҡорт милли хәрәкәте тарихының тотонорға ярамаған биттәрен асып һалырға ҡурҡмаған. Китап тарихсы, философ, юристарҙың ғына түгел, партияның идеология хеҙмәткәрҙәренең иғтибарын да йәлеп итә. Йыйынтыҡҡа индерелгән архив материалдарының күбеһе тәүге тапҡыр нәшер ителә. Ғалим даталарҙы билдәләй, документтарҙың стилистик үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалып, орфографик төҙәтеүҙәр индерә, археографик яҡтан эшкәртә, эш башҡарыу (делопроизводство) билдәләрен кире тергеҙә һәм башҡа эштәр башҡара.

Йыйынтыҡҡа Башҡорт автономиялы хөкүмәтенең (Башҡорт милли шураһының, Башҡортостан ваҡытлы революцион советының, Башҡортостан Хәрби-революцион комитетының) протоколдары ингән, күп документтарға Әхмәтзәки Вәлиди ҡул ҡуйған.

1963 йылдың июнь айында КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты бюроһында Билал Хәмитов ошо китапта Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендәге башҡорт милли хәрәкәте һәм Башҡорт АССР-ының төҙөлөү тарихын объектив яҡтыртҡан өсөн ҡаты тәнҡиткә дусар ителә һәм тарих бүлеге мөдире вазифаһынан бушатыла[3]. Ғалимгә «буржуаз милләтсе» исемен тағалар, киң матбуғат сараларында уға ҡаршы көрәш киң ҡолас ала. Йәш ғалимгә был һынауҙы үтеү бик ауырға туры килә. Тарихсы-ғалимдар уның хеҙмәте тарихи материалдарға таянып, объектив эшләнгәнен аңлаһалар ҙа, партия линияһына ҡаршы барырға теләмәйҙәр, эҙәрлекләнеүҙән ҡурҡалар. Билал Хәмит улы илдең төрлө архивтарынан йыйып алған 2 мең архив документын егерме йылдан артыҡ баҫтыра алмай.

1966 йылдан 1986 йылғаса Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, СССР тарихының совет осоро кафедраһы мөдире була, фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнә: башҡорт милли хәрәкәте, милләт-ара бәйләнештәр проблемалары, 20-се быуат Башҡортостан тарихы буйынса хеҙмәттәр яҙа.

1972 йылда Билал Юлдашбаевтың «Башҡорт халҡының формалашыу тарихы: революцияға тиклемге осор» исемле китабы сыға. Китапта фәндә беренсе тапҡыр башҡорттарҙың милләт булып ойошоу процесы яҡтыртыла. Башҡорттарҙың революцияға тиклем милләт булараҡ этно-лингвистик, рухи яҡтан формалашыу, социаль-иҡтисади, милли берләшеү һәм мәҙәни үҫеш проблемаларын күрһәтә.

1972 йылда сыҡҡан төплө, ҙур күләмле китап фәнни даирәләрҙә шау-шыу, көслө бәхәстәр ҡуптара. Юлдашбаев өҫтәнән төрлө органдарға, хатта докторлыҡ диссертацияһын яҡлау буйынса комиссияға ялыу яҙыусылар ҙа табыла. Ғалим был ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға, 1974 йылда ошо тема буйынса докторлыҡ диссертацияһын Воронеж дәүләт университетында яҡлай («Башҡорт халҡының формалашыу тарихы: революцияға тиклемге осор»).

1986 йылдан башлап, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгенең баш фәнни хеҙмәткәре булып эшләй.

1990-сы — 1993-сы йылдарҙа Башҡортостан Конституцияһын әҙерләүҙә ҡатнаша.

1992 йылда КПСС-тың ул ваҡыттағы республика комитеты Башҡортостан өлкә комитетының «Башҡортостан АССР-ы тарихының ҡайһы бер һорауҙарын дөрөҫ яҡтыртмау тураһында» (1963 йылдың 12 июне) тигән постановлениеһын ғәмәлдән сығара.

1995 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты грантына лайыҡ була, яңы ҙур күләмле йыйынтыҡ өҫтәндә эшләгән ғалим һиҙелерлек дәүләт ярҙамы ала.

19962001 йылдарҙа 4 томлыҡ «Башҡортостандың милли дәүләт ҡоролошо (1917—1925 йылдар)» документтар йыйынтығын төҙөй. Был йыйынтыҡтар Башҡортостан Президенты ярҙамы менән ғалимдың вафатынан һуң ғына донъя күрә. Йыйынтыҡҡа ингән күп документтар бығаса бер кем тарафынан баҫтырылмаған, өйрәнеләмәгән була. Беренсе китапҡа 1917 йылдың декабрь айында Ырымбурҙа үткән Башҡорт автономияһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән Ҡоролтай материалдары инә (2002 йыл). Билал Юлдашбаев был материалдарҙың 1990-сы йылдарҙа яңы Рәсәй федератив дәүләт төҙөлөшө өсөн, Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы составында хоҡуҡи хәлен билдәләү өсөн әһәмиәте бик ҙур, тип билдәләй.

Эҙләнеүсе- ғалим фәнни ҡулланышҡа бик күп тарихи сығанаҡтарҙы индерә, уларҙың бөгөнгө осор генә түгел, ә киләсәк быуындар өсөн дә әһәмиәтен күҙаллай.

1990-сы йылдарҙа, Башҡортостандың дәүләт суверенитетын иғлан ителеп, Зәки Вәлиди исеме менән бәйле ваҡиғалар суверенитет өсөн көрәштең башланғыс өлөшө, тип билдәләнгән саҡта, Билал Хәмит улы Юлдашбаевтың республиканың милли дәүләт ҡоролошона ҡағылышлы башҡаларҙан айырылып торған фекере була. Ғалим тағы ла фән һәм йәмғиәт эшмәкәрҙәренең тәнҡит утына тотола. Билал Хәмит улы Юлдашбаев халыҡтарҙың үҙбилдәләнешкә хоҡуғы һәм халыҡтарҙың тигеҙ хоҡуҡлылығы яҡлы ғалим булып ҡала.

Ғүмере буйы уны аңлап, ауыр саҡтарҙа ышыаныслы таянысы булған Һөйөклө ҡатыны Ләлә Юлдашбаеваның вафатын Билал Хәмит улы бик ауыр кисерә.

Билал Юлдашбаев барлығы 100-ҙән артыҡ фәнни эш, шул иҫәптән 10 монография авторы.

Ғүмеренең һуңғы көнөн 4 томлыҡ «Башҡортостандың милли дәүләт ҡоролошо (1917—1925 йылдар)» йыйынтығын төҙөп бөтөрөп, уны нәшриәткә әҙерләп ҡуйып,ҡаршылай. Башҡортостан, башҡорт халҡына быуаттарға етерлек мираҫын ҡалдыра.

Күренекле ғалим 2001 йылдың 13 апрелендә вафат була һәм Өфө ҡалаһында ерләнә.

  • 2001 йылдың 21 майында ҡыҙы Айһылыу Юлдашбаева төҙөгән фонд Билал Хәмит улы Юлдашбаев исемендәге йыл һайын бирелә торған аҡсалата премия булдыра. Премия, ХХ быуат Ватан тарихы буйынса асыҡ конкурста ҡатнашҡан студенттар араһынан һайланып, иң яҡшы эш өсөн бирелә.
  • Башкирской Автономной Советской Социалистической Республике — 40 лет / Об-во по распростр. полит. и науч. знаний РСФСР. — Уфа: Б. и., 1958.- 46 с.
  • Башҡорт АССР-ның төҙөлөүе: Тарихи очерк. Өфө, 1959.
  • Проект татаро-башкирской республики и его отмена (1918—1920 гг.) // Октябрьская революция и рождение советской Башкирии. Сб. статей.- Уфа, 1959.
  • Роль В. И. Ленина в создании Башкирской советской автономии / Б. Х. Юлдашбаев; Об-во по распрост. полит. и науч. знаний РСФСР, Башк. отд-ние. — Уфа : Б. и., 1960. — 39 с.
  • Ленин и самоопределение наций (На примере народов Среднего Поволжья и Приуралья). Чебоксары, 1967 (соавт.)
  • История формирования башкирской нации: (Доокт. период). Уфа, 1972.
  • Проблема нации и политическое положение башкир в составе царской России: учеб. пособие. — Уфа : Башк. гос. ун-т, 1979. — 88 с.
  • Национальный вопрос в Башкирии накануне и в период Октябрьской революции. Уфа, 1984.
  • Социалистическая нация башкир. Уфа: Башкирское кн. изд-во, 1981.
  • Национальный вопрос в Башкирии на первом этапе советского национально-государственного строительства // Исторические записки АН СССР, т.15. М., 1987.
  • Новейшая история Башкортостана. Уфа: Китап, 1995.
  • Башкиры и Башкортостан, XX в. Этностатистика. Уфа: Китап, 1995. — 104 с.

Уның редакцияһы аҫтында сыҡҡан китаптар:

  • Образование Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики: Сб. док. и материалов. Уфа, 1959.
  • Октябрьская революция и рождение Советской Башкирии: Сборник статей/ Под ред. Р.Г Кузеева и Б. Х. Юлдашбаева. Уфа, 1959.
  • Очерки по истории Башкирской АССР. Т.2. Уфа, 1966.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг). В 4-х томах. — Уфа: Китап, 2002—2009 гг.