Ягодинка II биләмәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Ягодинка II биләмәһе
Ил Рәсәй
Хутор Ягодинка, Ростов өлкәһе

Тышҡы рәсемдәр
Ягодинка II биләмәһендәге ҡаҙылмалар

Ягодинка II биләмәһе — Ростов өлкәһенең Октябрь районы Ягодинка хуторы эргәһендә урынлашҡан боронғо биләмә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәнге Донда һуңғы бронза дәүеренең бик күп архитектура ҡомартҡылары бар. Шуларҙың береһе Ягодинка II биләмәһе.

Боронғо биләмәһе Ростов өлкәһе Октябрь районы Ягодинка хуторынан алыҫ түгел Кадамовка йылғаһының уң ярындағы бейек моронда урынлашҡан. Тораҡта, археологик ҡомартҡыларға ҡарағанда, күп тапҡыр йәшәгәндәр. Биләмәлә кешеләр беҙҙең эраға тиклем XVI—XII быуаттарҙа Көнсығыш Европаның Днепр менән Урал араһындағы ялан һәм урман-ялан зоналарында киң таралған бура мәҙәниәте (һуңғы бронза дәүере), һуңынан поздесабатин осоронда йәшәй.

Ягодинка II биләмәһендә археологик ҡаҙыныуҙар 20062007 йылдарҙа үткәрелә. Һөҙөмтәлә, биләмәлә ергә ҡаҙып ултыртылған ике ҙур ҡоролма комплексы табыла. Ҡоролмаларҙың ҡәтғи тәртиптә урынлаштырылыуы бында даими төҙөлөш барыуын раҫлай. Районда төҙөлөш өсөн таштарҙы файҙаланыу мөмкинлеге булыуға ҡарамаҫтан, Ягодинка II биләмәһендә ҡоролмалар ағастанкүтәрелә. Биналарҙың майҙаны 630 кв. метрға етә, нигеҙҙәре ағастан була. Ҡайһы берҙә бер нисә бина ябыҡ коридор менән тоташа. Һөҙөмтәлә бер генә ишекле, майҙаны 1700 квадрат метрға еткән ҙур бина килеп сыға. Төҙөлөш ваҡытында биналар өсөн ҙур соҡорҙар ҡаҙыла, был инде биналарҙың ярым ерҙә булыуы тураһында раҫларға нигеҙ булып тора.

Янғын ваҡытында бик күп ҡоролмалар янып юҡҡа сыға, быны һәр ерҙә табылған уттан ҡалған эҙҙәр дәлилләй. Биләмәнең үҙенсәлеге булып табылған ҡалдыҡтар тора.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Цыбрий В.В. Отчет об археологических раскопках поселения Ягодинка 2 в Октябрьском районе Ростовской области в 2006 году. В 17 томах / Ростов-на-Дону, 2010 г. Архив РРОО «ДАО», № 43-2006.
  • Отрощенко В. В. К вопросу о покровской срубной культуре // Эпоха бронзы и ранний железный век в истории древних племён южнорусских степей. — Саратов, 1997. — Ч. 1. — С. 70—72.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]