Ямғыр селәүсендәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Әҙ төклө селәүсендәр
Ямғыр селәүсендәре
Ямғыр селәүсене Lumbricus terrestris
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Балдаҡлы селәүсендәр
Суб-класс: Әҙ төклө селәүсендәр
Латинса исеме
Oligochaeta
Отрядтары
  • Haplotaxida
  • Lumbriculida
  • Moniligastrida
ITIS 68422
NCBI 6381

Аҙ төклө селәүсендәр (лат. Oligochaeta) — селәүсендәр класы. Ямғыр селәүсендәре — ерҙең еүеш ҡаталауында йәшәй, еүеш көндәрҙә йәй көнө ерҙең өҫтөнә сыға торған билдәле селәүсендәр.

Ямғыр селәүсендәренең[1]. 3 меңләп төрө билдәле, күбеһенсә тупраҡта тереклек итә, 500-ҙән артығыраҡ төрө сөсө һыуҙарҙа йәшәй. Рәсәй территорияһында 500-ләп төрө билдәле, әмма күбрәк булырға ла мөмкин. Тупраҡта йәшәүселәр: ваҡ аҡһыл, һарғылт һәм алһыу селәүсендәр — энхитреидтар (Enchytraeidae), 30 см-ға ҡәҙәр оҙонлоҡтағы ғәҙәти ҙур ямғыр селәүсене (Lumbriculus terrestris), халыҡта уны «ҙур ҡыҙыл селәүсен» тип йөрөтәләр. Ул ер өҫлөгөнән 2 м -ға һәм унан тәрәнерәккә киткән юлдар ҡаҙа. Ямғырҙан һуң селәүсен өҫкә сыға һәм, ҡойолған япраҡтарҙы йәки кипкән үләндәрҙе ауыҙы менән эләктереп, балсыҡ менән бергә ашай. Кесе ҡыҙыл селәүсен (Lumbricus rubellus) тупраҡтың өҫкө ҡатламында һәм урман түшәмәһендә йәшәй, ә һоро аллолобофора (Allolobophora caliginosa) һөрөнтө ерҙәрҙә, баҡсаларҙа һәм баҫыуҙарҙа иң ғәҙәти төр һанала. Насар еҫле һәм асыҡ ҡыҙыл төҫтәге тиреҫ селәүсене (Eisenia foetida) тиреҫтә, серегән һаламда йәки парниктарҙа йәшәй. Ул ярһыған ваҡытында көслө еҫле һары шыйыҡса бүлеп сығара.

Тупраҡ олигохеттары тупраҡ йотоп туҡланалар. Иҫәпләүҙәр күрһәтүенсә, олигохеттар тәүлек һайын уртаса һәр гектарҙа 250 кг самаһы ер эшкәртәләр (2—3 т га хәтле), шуның менән олигохеттар тупраҡты минераль матдәләр менән байыталар, шулай уҡ аралаштыралар һәм йомшарталар, йәғни тупраҡтың уңдырышлылығын арттыралар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Известия Иваново-Вознесенского политехнического института имени М. В. Фрунзе. Иваново-Вознесенск: Основа, 1927. Том 10.
  • Жизнь животных. М., 1968; Т. 1. Краткий определитель водных беспозвоночных Среднего Поволжья. Казань, 1977; Определитель пресноводных беспозвоночных Европейской части СССР. Л., 1977.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)

Сығанаҡ[үҙгәртергә]