Ғәйшә

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәйшә

Ғәйшә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәйшә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе йәшәүсе, йәшәүсән тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әкимбәтова Ғәйшә Мостафа ҡыҙы (19 сентябрь 1930 йыл) — Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Ҡыҙрас ауыл Cоветы башҡарма комитетының элекке рәйесе, СССР-ҙың VIII саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIII һәм XXIV съездары делегаты[1]. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Дәүләкән ҡалаһының һәм Дәүләкән районының почётлы гражданы.

Ҡамаева Ғәйшә Нурғәли ҡыҙы — татар йырсыһы, Татар радиоһы солисты.

Ғәйшә бинт Әбү Бәкер (Әишә бинт Әбү Бәкр) (ғәр. عائشة بنت أَبي بكر‎‎; (Ҡалып: ДР, Мәккә — 678, Медина) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ғиффәтле килеш алған берҙән-бер ҡатыны, сәхәбә Әбү Бәкр ҡыҙы.

Ғәйшә әл-Хүррә (рус. Аиша бинт Мухаммад аль-Хурра, ғәр. عائشة الحرة‎‎) — Гранада әмирлеге әмире Мөхәммәт XI ибн Мөхәммәттең һәм унан һуңғы әмир Әбдел-Хәсән Али ибн Садтың хәләл ефете, шулай уҡ Мөхәммәт XII Әбү Абдуллаһтың (Бүәбил) әсәһе. Әл-Хүррә ғәрәп телендә хөрмәтле тигәнде аңлата, ул Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең затынан, уның тере вариҫы булыуы менән танылған. Сәйәси йәһәттән әүҙем була һәм Гранада әмирлектәренең һуңғы йылдарҙағы дәүләт сәйәсәтенә йоғонто яһай. Ғәйшә әл-Хүррә — был дәүләт тарихында иң билдәле ҡатын-ҡыҙҙарының береһе.

Рахманҡолова Ғәйшә Абдрахман ҡыҙы (3 декабрь 1913 йыл — 03 март 1991 йыл) — рәссам, график, ТАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәое (1974), Татарстан АССР-ының халыҡ рәссамы (1984). 1942 йылда ТАССР Рәссамдар берлеге ағзаһы булған беренсе татар ҡатын-ҡыҙ-рәссамы, Мәскәүҙә Бөтә союз акварель күргәҙмәләрендә Татарстан АССР-ның беренсе вәкиле булып ҡатнашыусы.

Ҡамаева Ғәйшә Нурғәли ҡыҙы — татар йырсыһы, Татар радиоһы солисты.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азад-Ғәйшә Рорлих — Калифорния университеты профессоры, «Волга буйы татарлары тарихы», йәки «Волга буйы татарлары: Милли һығылмалылыҡ профиле» (ингл. The Volga Tatars: A Profile in National Resilience) — 1986 йылда АҠШ-тың Калифорния штатында Стэнфорд университеты тарафынан инглиз телендә нәшер ителгән ғилми хеҙмәт (монография) авторы.

Дәләү Ғәйшә (Башҡорт халыҡ йыры).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ