Ҡолой (исем)
Ҡолой — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡолой — ҡушма исем. «Ҡол» һүҙенә «ой» өндәшеү ялғауының ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән[1].
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡолой (Мөхәмәтҡолой) Көсөков (1763 — 1840 йылдан һуң) — 5-се Башҡорт кантоны начальнигы (1800—1825). Башҡорт халҡы уға арнап, ҡапма-ҡаршы мәғәнәле ике «Ҡолой кантон» йырын сығарған.
Мәүлә Ҡолой (ысын исеме — Муллағол[2]) — төрки суфый шағиры. Әхмәт Йәсәүи, Сөләймән Баҡырғани артынан эйәреүсе.
Ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡолой — Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы башҡорт ауылы, Ҡолой ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Сәнғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡолой кантон (йыр) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көйҙәрҙең береһе. Тәүге тапҡыр 1920-се йылдарҙа билдәһеҙ автор яҙып ала. Йырҙың бер нисә варианты 1951 йылда «Совет музыкаһы» журналының 3-сө һанында донъя күрә. Йырҙың варианттарын артабан фольклорсы ғалимдар Л. Н. Лебединский, С. Ә. Галин, К. Й. Рәхимов, И. В. Салтыков, Н. Д. Шоңҡаров яҙып ала. Йырҙың көйө бик һағышлы.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- ↑ Таңһылыу Күсимова. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. 2018 йыл 16 май архивланған.
- ↑ Хусаинов Г. Б. Кулуй Мавля.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 356. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |