Эстәлеккә күсергә

Үзбәков Шаһибәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үзбәков Шаһибәк
Тыуған:

билдәһеҙ

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Әхмәр ауылы[1]

Вафат:

билдәһеҙ

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлек төрө:

сәйәсәт

Шаһибәк Үзбәков — башҡорт милли–азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан офицерҙарҙың береһе, Әхмәтзәки Вәлиҙең яҡташы, остазы һәм дуҫы. Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең[1] Әхмәр ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ ҡалаһында рус мәктәбен тамалай, артабан Көҙән ауылында Вәлидиҙең атаһы Әхмәтшаһ мулланың мәҙрәсәһендә уҡыта. Ошо осорҙа (1901 йылдар тирәһендә) Шаһибәк Үзбәков З. Вәлидигә рус теленән һабаҡтар бирә. Артабан Үтәк мәҙрәсәһендә лә Вәлиди Ш. Үзбәков ҡулы аҫтында уҡый. «Атайымдың мәҙрәсәһендә уҡытҡан Шаһибәк Үзбәков тә олатайымдың мәҙрәсәһенә күсте. Мин унан русса өйрәнеүемде дауам иттем…», — тип яҙа Вәлиди үҙенең хәтирәләрендә.

Беренсе донъя һуғышы башланғас Ш. Үзбәков хәрби хеҙмәткә алына. Бында ул хәрби мәктәп тамалап, офицер звание алып ҡайта. 1918 йылдың июнендә Шәһибәк Үзбәков яҡташтары офицерҙар Ибраһим Исхаҡов, Ғәбделбарый Ғәмбәров һәм Сөләймән Ишмырҙиндар менән бергә Өфөгә Һамар хөкүмәтенең Халыҡ армияһына мобилизациялана. Артабан Башҡорт хәрби шураһының ходатайствоһы менән улар башҡорт ғәскәрҙәре сафтарына күсерелә.

1918 йылдың 14 сентябрендә поручик Үзбәков Табын кантонының ирекле отряды начальнигы итеп тәғәйенләнә. Артабан ул Башҡорт ғәскәри иадарлығында Зәки Вәлидиҙең өлкән адъютанты вазифаһын башҡара.

1918 йылдың ноябрендә хәлдәр ҡатмарлашып китә, Колчак үҙенең фарманы менән Башҡорт корпусын дивизия кимәленә ҡалдыра. Дивизияға командир итеп рус офицерын ҡуйҙырта. Зәки Вәлиди 14 декабрҙә фронттағы башҡорт офицерҙары һәм полк муллаларына яҙған йәшерен хатында, башҡорт полктарын бер урында тупларға тигән бурыс ҡуя һәм дивизия менән етәкселекте Шаһибәк Үзбәковҡа тапшырырға ниәтләй. Хатында былай тиелә:

"…Не надо идти дальше, мотивируя это тем, что вы ждете 4-й и 5-й полки; когда они прибудут, опять не двигайтесь с места. Когда закончится сбор всех войск, я дам специальное распоряжение отступить… Однако если до моего распоряжения большевики начнут наступление, не оказывая больше сопротивления, необходимо отступать. Если начальник дивизии генерал Савич-Заболоцкий выйдет в отставку в Уфу, буду поручать Шайбеку Узбекову отступить с соответствующей дивизией ".

Бер йоҙроҡҡа тупланған башҡорт полктары, 1919 йылдың ғинуарында Зәки Вәлидиҙең фарманы менән яңынан Башҡорт корпусына берләштерелә. Ғинуар аҙағында Башҡорт хөкүмәте большевиктар менән һөйләшеүҙәр башлай. Февраль башында Советтар яғына сығырға тигән ҡәтғи ҡарарға килә. Зәки Вәлиди был ҡарарҙы командирҙарға иғлан итә: «Офицерҙарҙы йыйҙым. Күсергә теләмәүселәр булһа, мәжбүр итмәйем, ундайҙарҙы бер айлыҡ жалованиеларын, ат һәм ҡоралдарын биреп, үҙҙәре теләгән аҡ генералдарға ебәрәм, тинем, — тип яҙа Вәлиди. — Ныҡ яҡын күргән арҡадаштарымдан Шаһибәк Үзбәков, Ғәни Ҡарамышев, Исмәғил Шәрипов һәм башҡа ҡайһы берәүҙәр рөхсәт алып китте… Шаһибәк менән йәш саҡтан дуҫ инек. Бик яҡшы, аҡыллы һәм ҡыйыу кеше булыу менән бергә үтә үҙ һүҙле ине. Яҡшы белемле офицер булғас, хәрби эштәр теорияһы менән шөғөлләнерме тип өмөт иткәйнем. Тиҫкәреләнде, унан да баш тартты…». Шәһибәк Үзбәков Колчак армияһында, үҙенең полкы менән кире аҡтарға сыҡҡан Муса Мортазин менән бергә башҡорт ғәскәрҙәре командалыҡ итә. 1919 йылдың июнендә М. Халиҡов: «По сведениям помполитпреда Фахретдинова, двумя башкирскими отрядами Узбеков и Муртазин действуют против 20-й дивизии, всего тысяча штыков…», — тип Вәлидигә хәбәр итә. Август айында Колчак армияһы Башҡортостандан сигенә башлай. Мортазин үҙ бригадаһы менән ҡабат ҡыҙылдар яғына сыға. Зәки Вәлиди яҙыуынса, Шаһибәк Үзбәков Урал казактары Украинаға китеп, генерал Врангель ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. «Аҙаҡ, Ҡырымда яраланып, Истанбулға килеүе һәм шунда вафат булыуы хаҡында ишеттем», — тип яҙа Вәлиди.

  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Әхмәр ауылы.
  • Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. — Өфө, 2009. — 200—201 биттәр.