Һиҙиәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һиҙиәт

Һиҙиәт — төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һиҙиәт исеме башҡорт теленә ислам дине йоғонтоһонда килгән, ғәр. — тура юлға алып барыусы мәғәнәһенә эйә[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәғәҙиев Һиҙиәт Сибәғәт улы[2] (27 июль 1887 йыл — 9 октябрь 1937 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары (1921—1923), Башҡортостан Баш суды ағзаһы (1923—1930). Граждандар һуғышында әүҙем ҡатнашыусы.

Фамилиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һиҙиәтов Ишмырҙа Хәйернур улы (28 октябрь 1933 йыл Ҡужан ауылы, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы — 9 февраль 2003 йыл, Башҡортостан Республикаһы, Өфө) — совет, Рәсәй ғалим-хирургы, онколог. Башҡортостанда тәүге хоспис төҙөткән табип. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.

Һиҙиәтов Мансур Яҡшыбай улы (24 ноябрь 1949 йыл) — хеҙмәт ветераны, яҙыусы, йәмәғәтсе. 1971—2005 йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты волочильщигы, өлкән мастеры, смена начальнигы. 2013 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1980).

Һиҙиәтов Илдар Ишмырҙа улы (1960), ғалим-хирург. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2011 йылдан топографик анатомия һәм оператив хирургия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2000 йылдан Өфөләге 2-се Республика клиник дауаханаһы табибы. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында тыуған. Атаһы, билдәле ғалим-табип Ишмырҙа Һиҙиәтовтың тыған ауылы- Әбйәлил районы Ҡужан ауылы.

Атаһының исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғөбәйҙуллин Ҡаһарман Һиҙиәт улы (1922-2006; Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуған). 1939 йылда Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, сержант, помощник командира взвод командиры ярҙамсыһы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4
  • Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4
  • Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]